Эстәлеккә күсергә

Тәртешкә (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Тәртешкә
  1. Оло аҙбарға йыйылғанды
    Кесе аҙбарға ташый.
  2. Кәкре йылан утта уйнай.
  3. Бәләкәй генә ағас тырма
    Бөтөн көтөүҙе ҡыуа.
  4. Ҡара атым утҡа ҡарап юрғалай.
  5. Көрән айғыр утҡа һикерҙе.
  6. — Кәкре ҡойроҡ, ҡайҙа бараһың?
    — Ҡоҙағыйға ҡунаҡҡа.
  7. Кәкре һалдат алтын ҡаҙый.
  8. Ут башында оҙон тимер.
  9. Буҙартып тыҡтым, ҡыҙартып алдым.

Тәртешкә һәм йәмкә (ҡыҫҡыс)

  1. —Кәкре ҡойроҡ, ҡайҙа бараһың?
    —Ҡысҡырмасәле? Ҡара ҡарға,
    Үҙем янып-көйөп барам әле!
  2. — Кәкре ҡойроҡ ҡайҙа бараһың?
    — Һорашма, аҙаҡ үҙең дә барырһың.