Тәрәс балыҡ бауырына кәбеҫтә ҡушылған турама
Уҡыу көйләүҙәре
Составы һәм әҙерләү яғынан ябай кеүек күренһә лә, тәрәс балығы бауырынан файҙалы һәм тәмле турама рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- 200 грамм тәрәс (треска) балығы бауыры
- 1 бәләкәй кәбеҫтә (пекин кәбеҫтәһе)
- 100 грамм ҡаты сыр
- маринадланған һуған
- майонез.
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Тәрәс балыҡ бауырының артыҡ майын түгәбеҙ һәм ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ.
Пекин кәбеҫтәһен ваҡ итеп турайбыҙ.
Уртаса ҡырғыста сырҙы ҡырабыҙ.
Турама ингредиенттарын, араларына майонез йә ҡаймаҡ һылай барып, ҡатлап һалабыҙ: маринадланған һуған, тәрәс балыҡ бауыры, пекин кәбеҫтәһе һәм сыр.
Тағы бер вариант бар: бөтә ингредиенттарҙы берләштерәбеҙ һәм майонез ҡушабыҙ. Бынан тыш тураманы салат һауытына һалып бирергә йә ҡамырҙан эшләгән кәрзиндәрҙә тәҡдим итергә була.