Тәрәс балыҡ ҡушылған турама
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Тәрәс балығы бауыры мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, күреү һәләтен, тире, сәс һәм тырнаҡтарҙың сифатын, тештәр эмален яҡшырта. Тәрәс балығы йөклө ҡатындарға һәм балаларға файҙалы — ул һөлдә, үҙәк нерв системаһы формалашыуында ҡатнаша. Байрам өҫтәленә лә, ғаилә табынына ла бик ярай. Файҙалы, тәмле, ябай турама!
Был төркөм турамалар (салат) әҙерләгәндә, тәрәс балығы (треска) бауырының үҙ майында йә майлы тәмләткестәр ҡушылған консервалары ҡулланыла. Консерваны бик иғтибарлы һайлау талап ителә: өҫтәлмә элементтары аҙ булған һайын, консерваның сифаты яҡшыраҡ.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]Классик турама өсөн:
- 1 баш һуған
- 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры (250г)
- 4 ҡаты бешкән йомортҡа
- тоҙ (тәм буйынса)
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Йомортҡа һәм һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Тәрәс балығы бауырын банканан алып, ваҡлап киҫәбеҙ. Матур тәрилкәгә һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ, ҡалған балыҡ майын һалабыҙ ҙа ентекләп бутайбыҙ.