Эстәлеккә күсергә

Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылы тирәһендәге ер- һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

56°17′08″ с. ш. 55°41′46″ в. д. (G)

Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылы тирәһендәге ер- һыу атамалары


Һабантуй болоно - бында һабантуй үтә, шуға исеме лә шулай. Һабантуй болоно янында Һайыҫҡан ҡыуаҡ тигән урын бар.Был әрәмәлә һайыҫҡандар бала сығара.
Беҙҙә соҡорло, үҙәк урындарҙы ҡул тип йөрөтәләр. Ауылдың үрге осонда ике ҡул бар. Береһенең ярында йәшәгән бабайҙың ҡушаматы Щипкән ине. Хәҙер ул урындың исеме Щипкән яры.
Фермер хужалыҡтары барлыҡҡа килә башлағас ауылдың ике кешеһе ер алып ашлыҡ сәстеләр.Ашлыҡ менән эштәре бик алға бармағас, күпйыллыҡ үлән сәсеп халыҡты бесән менән тәьмин иттеләр. Хәҙер икеһе лә мәрхүмдәр. Исемдәре бесәнлектәрендә тороп ҡалды. Бер болондо Рәшит бесәнлеге, икенсеһен- икенсе ағайҙың ҡушаматы менән, Будулай бесәнлеге тип йөрөтәбеҙ. Рәшит бесәнлегендә ҡайын еләк, Будулай бесәнлегендә ер еләк күп була. Шуға күрә был урындарҙы белмәгән кеше һирәк. Был бесәнлектәр Бүлҡайпан межаға яҡын ерҙә.Шулай уҡ Соҡор межа, Аҡъяуыл межа тип йөрөтөлгән урындар бар. Аңлашылыуынса күрше ауылдар менән сик буйҙарын шулай атап йөрөтәләр беҙҙә.
Шалҡантау.Беҙҙә ҙур тауҙар юҡ. Ҡалҡыуыраҡ урындарҙы тау тип атап күнеккәнбеҙ.Был элеккерәк атама. Бер төркөм йәштәргә урман киҫеп иген баҫыуы эшләп алырға рөхсәт биргәндәр. Беренсе йыл бында иген уңмаған. Йәштәр һөйләшеп шалҡан сәсмәксе булғандар . Шалҡанға килешкән был урын. Шунан Шалҡантау булып киткән имеш был ер. Көнкүрмәҫ. Исеме үк әйтеп тороуынса бында ҡояш һирәк төшә.Өс яҡтан урман уратҡан был һөҙәк урынға ҡояш төшкөһөн генә ҡарай. Шунлыҡтан исеме лә Көнкүрмәҫ. Китектүбә. Был ҡалҡыулыҡтың бер яғы ҡырҡып алған кеүек текә. Йәғни китеп алынған кеүек . Китектүбә тигән исеме шунан килеп сыҡҡан.


Филюза Башарова