Эстәлеккә күсергә

Тәҙрә, тәҙрә ҡапҡастары (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Өйөм тирәһе дүрт бүре,
    Дүртеһе лә күк бүре,
    Күтәрелде, бәрелде,
    Ике яҡҡа ярылды!
  2. Дүрт мөйөштә дүрт бүре,
    Дүртеһе лә күк бүре
    Күтәрелде, бәрелде,
    Шарт-шорт ябылды.
  3. Иртә лә шаҡ-шоҡ,
    Кис тә шаҡ-шоҡ.
  4. Асыла, ябыла,
    Күк ҡатмаһы ярыла.
  5. Иртә киткән һаҡ ҡолағым кис ҡайта.
  6. Ҡарағолаҡ кис килә, көндөҙ китә.
  7. Шап итте — таба ярылды,
    Шап итте — шәм һүнде.
  8. Өй алдында аҡ тана,
    Ҡуш яулығы менән маҡтана.
  9. Беҙҙең аҡбай иртәнсәк китә, кис ҡайта.