Тәҙрә (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Өйгә лә инмәгән, тышҡа ла сыҡмаған, ике битен яры ҡаплаған.
- Йәй булһа, ябылмай, ҡыш булһа, асылмай.
- Керис-мерис — ялтыр мейес.
- Әндерәй ҡарттың ындыры дүрткә-бишкә бүленгән.
- Яланы быяла, мижаһы ағас.
- Аҡ бабайҙың баҡсаһы, арҡылы ла торҡоло.