Умартасылыҡ серҙәре/15-се дәрес
Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/
7.08.2012.
Ҡорт саҡҡанда беренсе ярҙам
[үҙгәртергә]Пинцет менән йәки һығып, саҡҡан урынды баш бармаҡ йә иһә һуҡ бармаҡ менән һыпырып, ҡаяуҙы алып ташлайҙар (былай эшләгәндә ағыулы резервуарҙы һытырға ярамай, сөнки күп осраҡта ағыу тире аҫтына эләгә). Шешеүҙе кәметеү өсөн ағыуҙы яранан һығып сығаралар. Сағылған урынды бысраҡ ҡул менән һыпырырға ярамай, сөнки организмға инфекция индереүең мөмкин. Яраға нашатыр спирты йәки календуланың (пәйғәмбәр тырнағы) спиртлы төнәтмәһен һөртәләр. Ҡаяуҙы алғас, яраға 10 процентлы календула иретмәһе, спирт-ректификат һәм вазелиндан торған май ябалар. Сағылған урындан өҫтәрәк 30-40 минутҡа жгут быуалар һәм һыуыҡ һалалар.
Ныҡ ағыуланғанда күп итеп һыу эсерергә һәм медикаменттар (димедрол, супрастин, тавегил — шуларҙың береһен), йөрәк дарыуҙары (валокардин, кордиамин, Зеленин тамсылары) ҡабул итергә. Ауыр хәлдә тәнгә адреналин, преднизолон (60 мг, бик ауыр хәлдә — 100 мг) уколы ҡаҙарға кәрәк.
Әгәр ҙә ҡулда дарыу булмаһа, сағылған урындың ауыртыуын кәметеү өсөн халыҡ саралары бар. Яраға бал, бәпембә, һарымһаҡ йәки һуған һуты, шыйыҡ валидол, спирт, сей картуф, яңы ғына өҙөлгән юл япрағын ябалар, аҙ ғына баллы араҡы (5 г бал һәм 5 г араҡы) эсергә мөмкин. Ныҡ ағыуланған хәлдә яфаланыусыны яҡындағы медпунктҡа йәки дауаханаға оҙаталар.
Һеҙ быны беләһегеҙме?
[үҙгәртергә]- бал ҡорто бер тапҡыр саҡҡанда 0,2 мг ағыу бүлеп сығара;
- кеше өсөн бал ҡорто ағыуының үлтерерлек дозаһы 1 кг ауырлыҡҡа 1,4 мг йәки уртаса 0,1-0,2 г ағыу тәшкил итә, ул 500—1000 ҡорт саҡҡанға тиң;
- хатта һау-сәләмәт кеше лә аллергик реакция арҡаһында бер тапҡыр ҡорт сағыуҙан үлергә мөмкин;
- сысҡандар — 2-3, себештәр — 3-5, тауыҡтар — 8-10, йорт ҡуяндары 10-20 ҡорт сағыуҙан үлә, ә аттар өсөн үлтерерлек доза — 1000-дән ашыу ҡорт сағыу;
- йылан, терпе, баҡа, ташбаҡа, селән, айыуҙар һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар бал ҡорто ағыуына бирешмәй;
- миллиондарса йыл элек бик күп бөжәк һәм хайуан үлеп бөткән, юҡҡа сыҡҡан. Бал ҡорттары иһә йәшәп ҡалған һәм бер нисек тә үҙгәрмәгән тиерлек. Ҡорттар үҙҙәренең сағыу һәләте булыуы арҡаһында тере ҡалған, ә ағыуҙы улар үҙ ояларын һаҡлау өсөн файҙалана;
- инә ҡорт бер ҡасан да кешене саҡмай, ләкин үҙенең тиңдәше — башҡа инә ҡорт — менән осрашҡанда, ул ярһып, үҙенең ҡаяуын эшкә ҡуша;
- әгәр ҙә умартасы ҡулдарын ентекләп мелисса үләне йәки лимон бөтнөгө япрағы менән ыуһа, ҡорт саҡмай, сөнки был үҫемлектәрҙең еҫен ҡорттар бик ныҡ ярата. Күс ябыр алдынан умартаның эсен шул үлән менән һөртөү һәйбәт ярҙам итер;
- умарталыҡтан алыҫ булмаған электр линиялары һәм юғары вольтлы сымдар бал ҡорттарының йәшәү ваҡытына, инә ҡорттарҙың һаҡланыуына һәм, ахыр сиктә, ҡорт күстәренең аҙыҡ биреүенә кире йоғонто яһай. Электр яланы тәьҫирендә ҡорттар шаҡтай асыулы булып китә.