Эстәлеккә күсергә

Умартасылыҡ серҙәре/17-сы дәрес

Викидәреслек проектынан

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/

16.08.2012.

Аскосфероз һәм уны дауалау

[үҙгәртергә]

Эзбизләнгән үрсем (аскосфероз) — башлыса 3–4 көнлөк асыҡ үрсемдең йоғошло бәшмәк ауырыуы. Иң беренсе әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарын, ә унан иһә эшсе ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарын зарарлай. Ҡуҙғытҡысы — аскосфера аписы бәшмәге. Ул тышҡы мөхит йоғонтоһона һис бирешмәй, тупраҡта, умартала тиҫтәләрсә йыл һаҡлана.

Ауырыу кәрәҙҙең аҫтында йәки үрсем ишәйә торған рамдарҙың ситендә урынлашҡан ҡарышлауыҡтарҙы зарарлауҙан башлана. Күҙәнәктәрҙең өҫтөндә күгәргән аҡ таптар барлыҡҡа килә. Үлгән ҡарышлауыҡтар, кибеп, аҡбур киҫәген хәтерләткән ҡаты массаға әйләнә.

Аскосфероз Башҡортостан умарталыҡтарында бигерәк тә 1983 — 1985 йылдарҙа киң таралып китте, шул ваҡыттан бирле бөтә умарталыҡтарҙы солғап алды. Ҡорт ғаиләһендә ауырыу апрелдән башлап октябргә тиклем, йәғни үрсем булған саҡта күҙәтелә. Өлкән, осоп йөрөгән бал ҡорттары сирләмәй, ләкин ауырыуҙы таратыусы, ҡуҙғытҡыстарҙы йөрөтөүсе булып тора.

Аскосфероздың таралыуына һыуыҡ, дымлы һауа булышлыҡ итә.

Ауырыуҙың төп сығанағы булып сирле бал ҡорто ғаиләһе тора: ояның эсендә сир бәшмәкте ашаған ҡорттарҙан тарала. Зарарланған умарталар, кәрәҙҙәр, аҙыҡтар һәм сирле умарталыҡтағы бөтә тотоноу кәрәк-ярағы ауырыуҙы таратыусылар булып һанала. Шик тыуған хәлдә кәрәҙ киҫәген 10-15 см ҙурлығында киҫеп алып, ауырыу һәм үлгән ҡарышлауыҡтарҙы район ветеринария лабораторияһына тикшереүгә ебәрәләр.

Дауалау. Ауырыу бал ҡорто ғаиләләрен шәкәр сиробына һыуҙа ауыр иреүсән антибиотик — нистатин ҡушып дауалайҙар, йәғни өҫтәмә аҙыҡландыралар (1 литр һутҡа 500 мең берәмек нистатин ҡушыла). Өҫтәмә аҙыҡландырыу өсөн 50 процентлы шәкәр һуты (1 өлөш шәкәргә 1 өлөш һыу) әҙерләйҙәр һәм ошоға иретеп ҡуйылған нистатинды ҡушалар. Өҫтәмә аҙыҡты ҡорттарҙың йәнәш кәрәҙҙәр араһынан йөрөү юлына 100-150 миллилитр иҫәбенән өс тапҡыр, 4-5 көн аша кәмәшәүҙәргә һалып бирәләр.

Аскоцин — бик эффектлы дарыу. Ул ампулаларҙа район-ара, шәхси умартасылыҡ магазиндарында һатыла.

Аскоцин менән дауалау курсы үткәрер алдынан зарарланған үрсемле рамдарҙы умартанан алалар, инә ҡортто (мөмкинлек булһа) алмаштыралар. Ауырыу бал ҡорто ғаиләләрен таҙа яһалма балауыҙға, яҡшылап дезинфекцияланған кәрәҙҙәргә һәм умартаға күсерәләр. Иретмәне әҙерләү өсөн бер ампуланы 30 мл ҡайнаған һыуҙа иретеп болғатырға кәрәк. Был иретмә препаратын ашатҡанда 5 литр (кг) шәкәр сиробына (бер өлөш һыу иҫәбенән — 1:1) дауа сифатында өҫтәмә аҙыҡ ҡушып бирәләр һәм 3,5 — 4 литр шәкәр сиробы (1:5) менән һуғарыу үткәрәләр йәки һиптереп еүешләйҙәр.

Ҡорттарға дауалау өсөн шәкәр сиробын йәки бал (1:1) ашатҡанда кәрәҙле рамдың аҫҡы яғына, өстән бер өлөшөнә һибәләр, аҙаҡ бал ҡорто ғаиләһенең ояһына ҡуялар. Бер рамға 60-70 мл сироп кәрәк. Ә һуғарған саҡта “Росинка” һиптергесе йәки шприц менән асыҡ үрсемдәргә һәм кәрәҙле рамдарға 15 мл иҫәбенән йылы шыйыҡ иретмә рәүешендә һиптерәләр. Бал ҡорто ғаиләһен 2-3 тапҡыр, 3 — 5 көн аша эшкәртеп торорға кәрәк.

Был препаратты һатып алған саҡта иғтибарлы булығыҙ: ампулаларҙа аскоцин төрлөсә күләмдә була. Мәҫәлән: 0,48 мл ампула өсөн ашатҡан саҡта 2 литр шәкәр сиробы (1:1), ә кәрәҙле рамдарҙы һуғарған саҡта 1,5 литр шәкәр сиробы (1:5) талап ителә. 1,2 мл аскоцинлы ампула өсөн ярашлы рәүештә 5 литр һәм 3,75 литр (2,4 мл аскоцинға 10 л һәм 7,5 л) сироп кәрәк. Халат, алъяпҡыс, резина бирсәткәләр, һаҡлау күҙлеге кейеп эшләү мөһим. Тәмәке тартырға, ашанырға һәм һыу эсергә рөхсәт ителмәй. Дауалау ваҡытында балаларҙы яҡын килтерергә ярамай, уларҙың ҡулына препарат эләкмәһен. Эш бөткәс, ҡулдарҙы яҡшылап йыуыу талап ителә.

Балды ҡыуыуға, ҡорт ғаиләһен һуңғы тапҡыр аскоцин менән эшкәрткәндән һуң, 15 тәүлектән генә тотонорға кәрәк. Препараттың яраҡлы булыу ваҡыты — 2 йыл. Ғаиләләрҙе иртә яҙын, йәй көнө 10 — 15 июнгә тиклем һәм көҙгө осорҙа ашатҡанда ла ҡулланалар. Бал ҡорттарының аскосфероз менән ауырыуын иҫкәртеү өсөн һеҙгә норма буйынса яҙҙан (кәмендә 2 һитәле рам, 10 — 14 килограмм бал) тулы ҡиммәтле аҡһым запасы етерлек булған аҙыҡтар менән тәьмин ителгән көслө бал ҡорто ғаиләләрен тоторға кәрәк. Кәрәҙҙәрҙе даими яңыртып тороу мотлаҡ. Яҙ, ҡорттарҙы ҡышлау урындарынан сығарғас, күстәрҙең көсөнә ҡарап, ваҡытында ояларҙы кәметергә кәрәк. Ғаилә ояһын бик иртә, һыуыҡ көндәрҙә киңәйтергә ярамай. Бигерәк тә уларға яһалма балауыҙ биреү ояның эсен һыуытыуға ғына килтерәсәк, ә бәшмәк шундай түбән температурала тиҙ үрсей.

Умарталарҙы ҡоро, ҡояш нурҙары төшкән асыҡ урынға, 40 см, хатта 50 — 60 см бейеклектә ҡаҙыҡтарға йәки тимер ҡалҡытмаға ултыртыу талап ителә.

Шулай уҡ аскосферозды дауалауҙа асконазол препараты ҡулланыла.