Эстәлеккә күсергә

Умартасылыҡ серҙәре/25-се дәрес

Викидәреслек проектынан

Ояларҙы йылытыу һәм ҡорттарҙы туҡландырыу

[үҙгәртергә]

Умартасы, ҡорттарҙың тәүге осоуын күҙәткәндән һәм ояны ҡарағандан һуң, аҙығы бөткән, инә ҡорто булмаған, көсһөҙ, насарланыу, эс китеүҙән, кимереүселәрҙән (бигерәк тә сысҡандар), дымлылыҡтан зыян күргән бал ҡорттары күстәрен асыҡлай. Һәр күстә кәмендә 8-10 килограмм бал һәм һитәле кәрәҙле бер-ике рам булырға тейеш. Кәрәҙле, сифатлы сәскә балы өҫтәп, аҙыҡ запасын тулыландырырға, йәғни 2:1, әгәр ҙә шәкәр самалы булһа, 1:1 нисбәтендә әҙерләнгән йылы һыу һәм шәкәр шәрбәте өҫтәп туйындырырға кәрәк. Уны туҡландырыу урындарына — кәмәшәүҙәргә бирергә йәки бер ашатыуға 2 килограмм иҫәбенән буш кәрәҙҙәргә ҡойорға (сәйгүндән уңай) кәрәк. Бындай өҫтәмә емләүҙе көндәр йылынғас һәм ҡорттарығыҙ яҡшылап көсәйгәс, көслө күскә генә бирегеҙ. Сөнки һыуыҡ көндәрҙә шәрбәт ҡатып ҡала, ә ҡортоғоҙ көсһөҙ, хәлһеҙ булһа, улар биргән сиропты эшкәртә алмай. Ундай ғаиләләргә мөмкин тиклем үҙ аҙығын — балды бирергә кәрәк. Ояға бирер алдынан рамдағы кәрәҙле балды ҡасау, умарталыҡ бысағы менән асып ҡупшыталар. Көсһөҙ ғаиләгә бындай асылған балды алып ашауы еңелгә тура килә. Әгәр ҙә балға шәкәр йәки шәкәр ҡомо ҡушып әҙерләнгән ҡамыр булһа, уны марляға урап, киндер япма аҫтына һалырға мөмкин. Ул аҙыҡты бал булмағанлыҡтан йәки аҙ булғанда бирәләр.

Күстәрҙе туҡландырыу алдынан умарта эсендә ҡыштан ҡалған буш һәм бик оҙаҡ тотонолған, ныҡ ҡарайған кәрәҙҙәрҙе, әсегән һәм үтә ҡомоҡҡан, криссталланған балды алырға кәрәк. Бысранып, бал ҡатып, бәҫәреп бөткән кәрәҙҙәрҙе лә яңырталар. Ҡорттарҙың ояларын ситтән, ян-яҡтан һәм өҫтән ентекләп йылыталар. Бының өсөн мендәрҙәр, йылытыусы материалдар тултырылған йүргәктәр, ҡалын киндер, септә йәки ҡапсыҡтар файҙаланыла. Яҙғыһын, һыуыҡтарҙа бик мөһим ояларҙы мөмкин тиклем кәметеп-ҡыҫҡартып, йылытып торорға кәрәк, сөнки һуңғы осор бик көслө таралған ауырыу — эзбизлы үрсем, аскосфероз — һыуыҡ, йылытылмаған ояларҙа ныҡ үрсей. Кейәләрҙе 1-2 сантиметрға тиклем кәметәләр, йәғни 2-3 ҡорт инеп сығырлыҡ ҡына булһын. Берҙән, ояны һыуыҡтан һаҡлайһығыҙ, икенсенән, уғры ҡорттар күсте баҫып инә алмаясаҡ.

Ҡорттарҙы йылы, ҡояшлы, тымыҡ, елһеҙ көндәрҙә ҡарауы еңел. Ояларҙы тулыһынса асмайынса ҡорттарҙы ҡарау +10—12 градуста үткәрелә, ашығыс осраҡтарҙа (өҫтәмә емләгәндә, аҙыҡ биргәндә) +6—8 градус булһа ла ярай. Ә умарта төптәрен таҙартып, тулыһынса асып ҡарауҙы 15-17 градус йылылыҡ торғанда, ҡорттар үҙҙәрен тынысыраҡ тотҡан саҡта, үткәреү яҡшыраҡ. Өҫтәүенә, бындай көндәр башланыу менән ҡорттар тәбиғәттән умарталарға сәскә һуты һәм һеркә ташый башлай.

Төрлө умарталарҙа аҫрау

[үҙгәртергә]

Башҡортостандың алдынғы умартасылары, ҡорттарҙы ҙур күләмле умарталарҙа аҫрау менән, күс айырыуға ҡаршы һәр кемгә аңлайышлы алымдарҙы ҡулланып һәм ҡорттарҙы резервҡа бүлеүҙе формалаштырып, төп бал йыйыуға көслө ғаиләләрҙе файҙалана һәм уларҙы эшкә һәләтлелек хәлендә тота.

Башҡортостан умарталыҡтарында ике корпуслы, күп корпуслы, горизонталь ятмалы һәм 12 рамлы ике-өс магазин өҫтәмәле умарталар ҡулланыла. Бындай умарталарҙа ҡорттарҙы аҫрау технологияһының үҙенсәлектәре бар.

Умартасылар, бигерәк тә яңы башлап эшкә тотоноусылар, йыш ҡына йүкәнән бал йыйыуға иҫәп тота. Ысынлап та, беҙҙең Башҡортостанда һуңғы йылдарға тиклем йүкәнән йыл һайын тиерлек ярайһы ғына бал алдылар. Баш ҡаланың үҙендә — Өфөлә айырым умартасылар күп йүкә балы йыйыуға өлгәшкән, ҡаланың үҙәгендә (йүкәлектәр тупланған ерҙә) биш-алты күстән өс феләк бал йыйған йылдар (1970—1980 йылдар) булды. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған һыуыҡ яҙ, ҡырау, һуңынан бер туҡтауһыҙ яуған көслө ямғырҙар сәскә һуты бүлеп сығарыуға кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә күпләп бал йыйыу урынына өҙөк-өҙөк, аҙ-маҙ ғына бал йыйыла. Шул арҡала ҡорттар айырыу торошона күсеп, йыш күс айыра.

Бөтә ошо тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, бал ҡорттарын аҫрау һәм үрсетеү буйынса тәжрибәнең самалы булыуын күҙҙә тотоп, беҙ ҡорттарҙы 12 рамлы магазин өҫтәмәләре булған (дадан) умарталарҙа тәрбиәләү һәм аҫрау системаһын тәҡдим итәбеҙ.

Сығанаҡтар

[үҙгәртергә]

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған.