Эстәлеккә күсергә

Умартасылыҡ серҙәре/4-се дәрес

Викидәреслек проектынан

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/usadba/2555-bal-orto-aile.html

Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр.
Халыҡ мәҡәле

Малдарҙы ҡышлатып сығарыр өсөн кеше йәй буйына аҙыҡ запасы — бесән, һалам, сенаж, силосты күпләп әҙерләһә, бал йыйыусы ҡорттар иһә ҡышҡылыҡҡа сәскә һуты һәм һеркә йыя. Шундай өҫтөнлөгө булғанға ла күптәрҙең бал ҡорто күсе тоторға теләге ҙур, ләкин был хәл ҡорттар үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш тигәнде аңлатмай.

Күс мәңге йәшәй ала

[үҙгәртергә]

Умартасылыҡта биологик һәм хужалыҡ берәмеге булып айырым бер ҡорт түгел, ә бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Ғаиләлә өс төрлө бал ҡорто була: инә ҡорт, эшсе ҡорттар һәм ата ҡорттар.

Бер ҡорт та япа-яңғыҙ йәшәй алмай. Әйтәйек, һеҙ йәйгеһен йөҙәрләгән эшсе ҡортто йыйып, бер умартаға япһағыҙ, ә улар араһында инә ҡорт юҡ икән, бөтәһе лә үлеп бөтә. Шулай уҡ бер инә ҡорт табып, бер эшсе ҡорт та ҡушмай, умарта эсенә, кәрәҙле рамға ебәрһәгеҙ, ул да бер-ике көндән һәләк буласаҡ.

Йәй һәйбәт бал ҡорто ғаиләһендә бер инә ҡорт, кәмендә 20 мең эшсе ҡорт (ә көслө ғаиләлә — 60-80 мең самаһы), шулай уҡ йөҙҙән, меңдән ашыу ата ҡорт (ҡорт айырған осорҙа бер нисә мең) була. Ҡыш һәм яҙ умарта эсендә эшсе ҡорттар 10-30 мең иҫәпләнеп, ата ҡорттар бөтөнләй булмай.

Күстә ҡорттар һаны, уларҙың йәш айырмалылығы, физиологик торошо даими һаҡланмай. Яҙ һәм йәй дауамында эшсе ҡорттарҙың бер нисә (уртаса 6-7) быуыны алмашына — ҡарт ҡорттар үлә, йәштәре сыға. Әгәр яҡшы шарттар тыуҙырһаң, бал ҡорттары күсе сикһеҙ оҙаҡ, ҡайһылары мәңге йәшәй һәм тереклек итә ала.

Бал ҡорттары күсенең тормошон, уның балауыҙ һуҙғандағы, кәрәҙ төҙөгәндәге, бал йыйғандағы берҙәмлеген, үҙ-ара ярҙамсыллығын, архитектура һәләтлеген философтар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ҡала төҙөүселәр өйрәнгән. Спартаға нигеҙ һалыусы Ликург үҙе төҙөгән дәүләт системаһының өлгөһө итеп бал ҡорто күсенә хас булған идеаль тәртипте алған. Ул тәртип ниҙән ғибәрәт һуң? Әйҙәгеҙ, умарта эсендәге һәм тышындағы бал ҡорто күсенең һәр заты, уларҙың тормошо һәм эше менән танышайыҡ.

Инә ҡорт

[үҙгәртергә]

Бал ҡорто ғаиләләрендә ике төрлө инә ҡорт — ҡәҙимге, һәйбәт ғаиләлә аталанған инә һәм ҡайһы бер күстәрҙә аталанмаған инә ҡорт йәшәй. Инә ҡорт эшсе һәм ата ҡорттарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ул төҙөк кәүҙәле. Уртаса оҙонлоғо — 20-25 миллиметр, аталанмаған инә ҡорттоң ауырлығы — 180—190 миллиграмм, ә аталанғанының — 210—250, ҡайһыларыныҡы — 270—280 мг. Һәйбәт ғаиләлә, күстә бер генә инә ҡорт йәшәй. Әгәр ике инә ҡорт булһа, улар бер-береһен күрә алмай, үҙ-ара һуғыша һәм йәше, көслөһө, ғәйрәтлеһе тороп ҡала.

Умартала ул бер генә эш башҡара — йомортҡа һала. Башҡа төр ҡорттар менән сағыштырғанда, ул иң оҙон ғүмерле — 5-7 йыл йәшәй, ләкин инә ҡорт ҡарт булған һайын, уның йомортҡа һалыу һәләте йылдан-йыл кәмей. Алдынғы, тәжрибәле умартасылар йыш ҡына инә ҡортто бер-ике йәшендә, ҡайһы саҡта өс йылдан һуң яңыға алмаштыра. Беренсе йәшендәге инә ҡорттар кәрәҙ күҙәнәктәренә көн һайын уртаса 1500—1800, ә яҡшылары 2000—2500 самаһы йомортҡа һала. Инә ҡорттоң бер тәүлектә һалған йомортҡаларын йыйып үлсәп ҡарағандар: уларҙың ауырлығы үҙенең ауырлығынан күпкә артып киткән.

Инә ҡорт ике төрлө йомортҡа һала: тәүгеһе — аталанған йомортҡалар, уларҙан эшсе ҡорттар һәм, әгәр ғаиләлә кәрәк икән, буласаҡ инә ҡорт тәрбиәләнә. Икенсе төрө — аталанмаған йомортҡалар, уларҙан киләсәктә ата ҡорттар үҫеп сыға. Ошондай уҡ йомортҡаларҙы аталанмаған инә ҡорт та һала ала, уларҙан да шул ата (әре) ҡорттар хасил була. Буласаҡ инә ҡорт ҙур итеп яһалған инә көбөндә, эшсе ҡорттар — кәрәҙ күҙәнәктәрендә, ата ҡорттар ҡәҙимге ҙур кәрәҙ күҙәнәктәрендә тәрбиәләнә. Ҡорт айырыу осоронда яңы йәш инә ҡорттар шул көбөлә 16 көн эсендә тәрбиәләнеп, үҫеп сыға. Айырма шунда: буласаҡ инә ҡорттоң ҡарышлауығы биш көн үҫеш осоронда сифатлы инә ҡорт һөтө менән генә туҡлана, ә эшсе ҡорттоң ҡарышлауығына был һөт алты көндөң тәүге өс көнөндә генә ашатыла, ҡалған өс көнөндә уға һитә һәм бал ҡатыштырып әҙерләнгән аҙыҡ бирәләр. Әре ҡорттоң ҡарышлауығына аҙыҡ ете көндөң өс көнөндә һөт, дүрт көнөндә бал ҡатыш һитә бирелә.

Умартасы ҡарт инә ҡорттарҙы алмаштырмаһа ла, йыл да булып торған күс айырыу осоронда күп умарталарҙа инә ҡорт алышыныуы була. Әгәр оҙаҡ йылдар инә ҡорт алмашынмаһа, ул бик ҡарт (өс-дүрт йәш) булһа, аҙ йомортҡа һалһа йәки ауырыһа, эшсе ҡорттар үҙҙәре инәһен алмаштырып ала — ул «инәне үҙҙәре алмаштырыу» йәки «шым алыштырыу» тип атала.

Бал ҡорто ғаиләһендә инә ҡапыл юғалһа йәки үлһә, ҡорттар йәш бала ҡорт араһынан үҫеп килгән бер-ике тәүлек йәшәгән ҡарышлауыҡты һайлап, шуларҙан яңы инә ҡорт көбө, һуңынан инә үҫтереп сығаралар.

Йәш инә ҡорт һауала бер нисә (алты-һигеҙ) ата ҡорт менән осрашып, аталана, шул аталаныу уға үҙ ғүмерендә йомортҡа һалырға етә. Яңы инә ҡортто йәш тәрбиәләүсе ҡорттар, йәғни ҡарап йөрөтөүселәр була, уларҙың һаны 10-12-гә етә. Инә ҡортто ашаталар, уға гел сифатлы һөт бирәләр, кәүҙәһен таҙарталар, «ялайҙар-һыйпайҙар». Йәштәре үтеү менән, был "свита"ны икенсе йәш ҡорттар алыштыра. Инә ҡорттоң ҡаяуы булһа ла, ул кешене саҡмай, ҡаяуын ул икенсе инә менән һуғышҡанда ғына ҡуллана.