Умартасылыҡ серҙәре/6-сы дәрес

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/usadba/2662-ata-yki-re-orttar.html

Bienenkoenigin 43a.jpg

Был ҡорттарҙы һоро йәки әре ҡорттар тип йөрөтәләр. Кәрәҙ күҙәнәктәрендә 24 көндә үҫеп сыға улар. Оҙонлоғо уртаса 15 — 17 мм, ә ауырлығы 200—220 мг самаһы була.

Әре ҡорттар йәйгеһен, ҡорт айырған осорҙа, бер генә эш башҡара — инә ҡорттарҙы аталандыра, умарта эсендә ғаиләлә башҡа бер ниндәй ҙә эш башҡармай. Бал күпләп килһә, эшсе ҡорттар ата ҡорттарға иғтибар итмәй, улар йәй буйы бал ашап тик ята. Тәбиғәттән бал килеү кәмеһә, эшсе ҡорттар уларҙы умартанан ҡыуа башлай. Бигерәк тә бал һуты йыйыу тамамланһа, эшсе ҡорттар уларҙы аяуһыҙ «туҡмай», ҡанаттарын өҙгөләп, аяҡтарын ҡырҡып, кәүҙәләрен йәрәхәтләндереп, умартанан сығарып ташлай. Был күренеште йәй аҙағында, көҙ көндәрендә күҙәтергә мөмкин. Ундай әрәмтамаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыу һис тә кәрәкмәй. Бына ниндәй фажиғә, ауыр яҙмыш көтә әре ҡорттарҙы. Бал ҡорттары йыл әйләнәһенә бер миллиграмм балды ла бушҡа ҡулланмай, шуға ла умарталағы аҙыҡты кәметмәү маҡсатында «әрәмтамаҡ» ҡорттарҙы ҡыуып сығара ла инде. Был ҡорттар, ҡаяуы булмағанға күрә, үҙҙәрен бер нисек тә яҡлай алмай. Инәһеҙ, көсһөҙ ғаиләләрҙә әре ҡорттар ҡыуылмай ҡала, шуға ла был күстәрҙә ата ҡорттарҙың ҡышлап сығыуы ихтимал. Әлбиттә, был хәл умартасыға ҡыуаныс түгел: һәйбәт ғаиләләрҙә ҡышҡылыҡҡа ата ҡорттар ҡалмай. Ҡыш үткәс, һәйбәт бал ҡорто ғаиләһе яңынан әре ҡорттар сығарып ала (май-июнь айҙары).

Йыл әйләнәһенә бал ҡорто ғаиләһе үҙенең ошондай тәбиғи, ҡаты, әммә ғәҙел биологик закондары, үҙенсәлектәре менән йәшәй.

Быны беләһегеҙме?[үҙгәртергә]

  • Күп кенә халыҡтарҙа элек-электән бал ҡорто егәрлелек, теүәллек, үҙ ғаиләһенә сикһеҙ бирелгәнлек билдәһе булып һаналған.
  • Тәбиғәттә бал йыйыусы бал ҡорттарынан тыш, уларҙың яҡын «ҡәрҙәштәре» — яңғыҙаҡ ҡорттар ҙа була. Улар араһында мегахилдар, мелиттар, мелиттургтар, евцерҙар, андрендар, рофиттар, номиҙар һәм башҡалар бар. Рәсәйҙә бындай ҡорттарҙың 200-ҙән ашыу төрө иҫәпләнә.
  • Бал ҡорттары — үҙ ояларының һаҡсылары. Уғры ҡорттарҙан «рөхсәт ҡағыҙы» һорап тормайҙар, уларҙы шунда уҡ, теләһә ниндәй башҡа ғаилә ҡорттарын таныған һымаҡ, еҫенән беләләр. Һәр бал ҡорто ғаиләһенең үҙенең генә үҙенсәлекле еҫе була.
  • Инә ҡорт ата (әре) ҡорттан барлығы бер генә тапҡыр аталана, уның орлоғон махсус урында һаҡлай һәм,үҙенә ҡасан кәрәк, шул саҡта ғына, ҡорт күкәйҙәрен аталандырыу өсөн файҙалана.
  • Инә ҡорт ҡарышлауығы биш көн йәшәү эсендә ҙурлыҡҡа 3 мең тапҡырға үҫә, ә эшсе ҡорт — 1,5 мең тапҡырға.
  • Инә ҡорт башҡа ҡорттарға ҡарағанда 50 — 60 тапҡырға оҙағыраҡ йәшәй.
  • Инә ҡорт йәйен тәүлегенә 2000-гә тиклем, ә иң күбендә 3500-гә ҡәҙәр йомортҡа һалыуға һәләтле. Был йомортҡаларҙың ауырлығы инә ҡорттоң үҙенең ауырлығынан ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артып китә.
  • Әре ҡорттар ифрат дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәй. Уларҙың үҙ-ара «көрмәкләшеп һуғышыу» осрағын бер генә умартасының да күргәне юҡ әле.
  • Үҙҙәренең тәбиғәте буйынса космополит булған әре ҡорттар ниндәй ҙә булһа ҡәрҙәшлек сиген белмәй. Теләһә ниндәй бал ҡорто ғаиләһенә иркенләп барып инә алалар, үҙ «өй»өндә кеүек тоялар һәм үҙҙәрен шулай тоталар.
  • Ҡорттарҙың умартанан әре ҡорттарҙы туҡмап ҡыуып сығарыуы бал йыйыуҙың тамамланыуын аңлата.