Универсаль ҡамыр
Универсаль ҡамыр — төрлө бәлештәргә бара, пирожкиҙар, пицца, майикмәк, булочка бешереүгә ла бара, пирожки-майикмәк бешергәндә шыйыҡ майҙы аҙыраҡ ҡушаһың, 3-4 аш ҡалағы тирәләй, а бәлеш бешергандә күберәк - 100-150 г ҡушырға була, ҡамыры тәмле була бигерәк.
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Ҡамыр баҫа торған hауытҡа 1 стакан hалҡын hыу ҡояһың да 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи) hалып болғайһың.
Икенсе hауытта 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып һәм 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп болғайһың да әсеткеле hыуға ҡойоп он ҡушып ҡамыр башы (опара) эшләп ҡуйырға, тиҙ генә ҡабарып сыға. Ҡабарып сыҡҡан шыйыҡ ҡамырға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 гр. тирәhе көнбағыш майы ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың, самалап он һалып.
Шунда уҡ ҡамырҙың икенсе тапҡыр ҡабарып торғанын да көтөп тормай эшләйhе ризыҡты эшләп бешерергә лә ҡуяhың.