Эстәлеккә күсергә

Урындыҡ һәм урындыҡ таҡтаһы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ишектән инәләр ҙә
    Миңә менәләр.
  2. Өй түрендә хан урыны,
    Хан урыны — ял урыны.
  3. Арығандар ҙа миңә менә,
    Асыҡҡандар ҙа миңә килә.
  4. Миндә тыуалар,
    Миндә ашай-эсәләр,
    Миндә йоҡлайҙар,
    Миндә үләләр.
  5. Оҙон инем, йығылдым,
    Йыуан инем ярылдым,
    Инде ни хәл итәйем —
    Кеше итәген ялайым?
  6. Оҙон булдым — киҫтеләр,
    Йыуан булдым — ярҙылар,
    Инде хәҙер нишләйем,
    Кеше итәген ялайым?