Ут, утын яғыу (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Midsummer bonfire.jpg
  1. Арғы ситән буйында
    Ҡыҙыл әтәс йүгерә.
  2. Шаян һары бесәйем
    Битен йыуып ултыра,
    Ел сыҡтымы — ҡотора.
  3. Һиңә лә бирмәй,
    Миңә лә бирмәй,
    Үҙе ашап ултыра.
  4. Ялт-йолт итә,
    Ялмап йота.
  5. Телләнеп ала ла
    Урап, эҫегә һала.
  6. Елдән арта, һыуҙан ҡайта
  7. Күрергә күркәм,
    Тоторға ҡурҡам.
  8. Күрер күҙгә матур,
    Күтәреүгә ауыр.
  9. Ҡырам, емерәм —
    Төкөрөктән ҡурҡам.
  10. Үҙем буйы ҡыҙыл суҡ.
  11. Ашатһаң — терелә,
    Эсерһәң — үлә.
  12. Тотһам өҙөлә,
    Ҡалмай үҙемә.
  13. Ҡыуыш таштың аҫтында
    Ҡыҙыл тунлы ҡыҙ ята.
  14. Ишектән керер,
    Тишектән сығыр.
  15. Иртә лә килә ҡара ҡыҙ,
    Кис тә килә ҡара ҡыҙ,
    Ауыҙында тимер ҡубыҙ,
    Уйнап килә ҡара ҡыҙ.
  16. Бер йәнһеҙ бер йәнһеҙҙең йәнен ала.