Уҡ, йәйә (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Яртыһының яртыһы —
    Үҫкән ағас яртыһы;
    Яртыһының яртыһы —
    Тос тимерҙең яртыһы;
    Яртыһының яртыһы —
    Осҡан ҡоштоң яртыһы.
  2. Һыуҙа балыҡ яртыһы —
    Яртыһының яртыһы;
    Урмандағы ағастың —
    Яртыһының яртыһы;
    Осор ҡоштоң яртыһы —
    Яртыһының яртыһы.
  3. Түшен киргән ни икән,
    Осоп киткән ни икән,