Эстәлеккә күсергә

Уҡ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Айыры-айыры күрке бар,
    Башында аҡ бүрке бар.
  2. Йәне юҡ, өнө юҡ,
    Йөнлө ҡошто еткермәй.
  3. Аҡ таяҡ,
    Утлы баш,
    Тимер бүрек.
  4. Аҡ йылан атылды,
    Йән эйәһен ҡатырҙы.
  5. Ул ниҙер, кем?
    Башы айыры тоғо бар,
    Баш аҫтында бүрке бар,
    Ысҡындырып ебәрһәң,
    Йән алмаға ирке бар.
  6. Тап, тап, табаны юҡ,
    Елеп китһә, еткермәй,
    Ергә төшһә, таптырмай.
  7. Ҡылт итте, күҙҙән китте.
  8. Ул ниҙер, кем?
    Башы айыры күрке бар,
    Аҡ тимерҙән бүрке бар,
    Фарман итһәң, осоп китеп,
    Йән алмаға ирке бар248.
  9. Ул ниҙер, кем?
    Дошманын күрһә — оса,
    Йәне юҡтыр,
    Тән тишеп, ҡан эсә.
  10. Аҡҡош оса,
    Уны күргән боҫа,
    Тейгәне — ҡара ҡан ҡоҫа.
  11. Йәне юҡ, тән тишеп, ҡан эсә.
  12. Аттым — ҡайтманы,
    Ергә барып ятманы.