Эстәлеккә күсергә

Фикһул Ислам

Викидәреслек проектынан
Википедияла

"Фикһүл ислам"— Ислам динен тотҡандар өсөн иң кәрәкле бөтә ғәмәлдәр, доғалар, канундар тупланған, мосолман кешеһе өсөн иң кәрәкле китап.

Фиҡһ (ғәр. فقه‎ [fɪqəh] — «аңлау», «белем») Ҡөрьән, Сөннәт, ижмәғ һәм ҡыясты өйрәнеүгә нигеҙләнгән мосолман хоҡуҡиәте.

Ғаҡаид ислам

[үҙгәртергә]

Ислам— Аллаһы тәғәләнән килгән хаҡ дин буйынса ғәмәл ҡылыу булыр. Аллаһы Тәғәләнән Мөхәммәт ғәләйһиесәләмгә килгән дин-Ислам дине тип атала. Аллаһы Тә-ғәлә Мөхәммәт ғәләйһиесәләмгә Ислам динен бәндәләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтер өсөн ебәргән.

Уның хөкөмдәре буйынса ғәмәл ҡылған кеше доньяла ла, әхирәттә лә даими рәхәттә һәм изге дәүләттә булыр. Ислам диненең хаҡлығына ышынған кеше мөьмин үә мосолман тип атала.

Ислам диме буйынса бәңдәләрҙең ғәмәлдәре һигеҙ төрлө: фарыҙ, үәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мөхәб, харам, мәкрүһ, мөстәкрәһ.

ФАРЫҘ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булыр. Уның фарыҙлығына ышанмаған кеше кафыр хөкөмөндә.

Фарыҙ ғәмәлдәр: Ислам диненең хаҡлығына ышаныу; һәр көн биш ваҡыт намаҙ уҡыу; Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу; һәр йылда малдың зәкәтен биреү; дәүләте етерлек кеше, ғүмерендә бер мәртәбә булһа ла, Мәккәй Мөкәррәмгә барып, Хаж ҡылыу.

ҮӘЖИБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, уның үәжиблыгына ышанмаған кеше ҙур гонаһлы булыр.

Үәжиб ғәмәлдәр: витр намаҙын уҡыу; ғәйет намаҙҙарын уҡыу; фытыр саҙаҡаһы биреү; ҡорбан салыу.

СӨННӘТ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булмаҫ. Мәгәр Мөхәммәт ғәләйһиссәламдең шәфҡатенә лайыҡ булмаҫ.

Сөннәт ғәмәлдәр: яҡшы ғәмәлдәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау; Ҡөръән уҡыр алдынан «Әғүҙе» әйтеү; сөскөргәс «Әлхәмдүлиллаһ» тиеү; иманлы кешеләргә сәләм биреү.

МӘСТӘХӘБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ; ҡыямәт көнөндә шелтәгә лә лайыҡ булмаҫ.

Мөстәхәб ғәмәлдәр: нәфел намаҙҙары уҡыу; нәфел ураҙалар тотоу; нәфел саҙаҡалар биреү; буш ваҡыттарҙа Ҡөръән уҡыу.

МӨХАБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше лә, ҡылмағаны ла сауаплы ла, гонаһлы ла булмаҫ. Мөхаб ғәмәлдәр: хәләл риҙыҡты туйғансы ашау үә эсеү; ултырыу; тороу; зарарһыҙ һүҙҙәр һөйләү.

ХАРАМ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше ҙур гонаһлы булыр, уны хәләл тигән кеше кафыр булыр.

Харам ғәмәлдәр: Иән эйәһен үлтереү; кешене йә хайуанды йәберләү; ғәйбәт һопләү; уғрылыҡ ҡылыу; иҫерткес эсемлектәр эсеү.

МӘКРҮЬ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше бераҙ гонаһлы булыр, уны хәләл тигән кеше оло гонаһлы кешеләрҙән һаналыр.

Мәкрүһ ғәмәлдәр: отош уйындары уйнау; әҙәпһеҙ йырҙар йырлау; кеше алдында әҙәпһеҙ ҡыланыу.

МӨСТӘКРӘЬ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше гонаһлы булмаһа ла, әҙәпһеҙлек ҡылғанға һаналыр.

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр: баҙарҙа йә урамда ашау; ауыҙҙы ҡапламайынса иҫнәү; тауышланып кикереү.

Бәлиғ үә ғаҡыл

[үҙгәртергә]

Фарыҙ үәжиб, сөннәт һәм мөстәхәб ғәмәлдәрҙе ҡылыу, харам, мәкруһ үә мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙән тыйылыу - бәлиг һәм ғаҡыллы кешеләрҙең бурысы. Бәлиғ-тимәк, сабыйлыҡтан сығып, үҫеп етеү.

Ғаҡыл-тимәк аҡылы камил булыу. Сабый балалар бәлиғҡа хисапланмаҫ. Диуана кешеләр аҡыллыға һаналмаҫ. Шуға ҫүрә фарыҙ үә үәжиб булған ғәмәлдәрҙе ҡыла алмаһалар ҙа гонаһлы булмаҫтар.

Ир балалар 12 йәштәре тулғандаң һуң, үҫеп етеүҙәре мәғлүм булғас, бәлиғ булыр. Ҡыҙ балалар 9 йәштәре тулғандан һуң, үҫеп етеүҙәре мәғлүм булғас, бәлиғ булырҙар.

Әгәр үҫеп етеүҙәре мәғлүм булмаһа, ир балалар ҙа, ҡыҙ балалар ҙа 15 йәштәре булғас бәлигҡа хисапланыр. Бәлиғ һәм ғаҡыл булғандан һуң һәр бер кешегә, ғүмер буйы Шәриғәт бойорған ғәмәлдәр ҡылып, Шәриғәт тыйған эштәрҙән тыйылыу тейеш.

Ғибәҙәт

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе хормәтмәп, уларға бихисап ниғмәттәр бирғән: бар булып донъяла йорөүебеҙ, бөтөн ағзаларыбыҙ, ашаған аштарыбыҙ,эскән һыуҙарыбыҙ, һулаған һауабыҙ, сәләмәт ғүмер итеүебеҙ - һәр ҡайһыһы Аллаһы тәғәләнең беҙгә биргән ниғмәттәре.

Йәнебеҙ, тәнебеҙ үә малыбыҙ менән Аллаһы тәғәләнең ни ҡәҙәр ғибәҙәт ҡылһаҡ та, үҙебеҙгә биргән ниғмәттәренең шөкөрәнаһын әдә ҡылый бөтөрөү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә, бәлиғ үә ғаҡыл булған һәр бер мөьмин бәндәгә фарыҙ һәм үәжиб булған ғәмәлдәрҙең һәр ҡайһыһын ҡылып, харам үә мәкрүһ булған ғәмәлдәрҙән тыйылып, ҡулынан килгән тиклем Аллаһы Тәғәләгә даими ғибәҙәт ҡылыу тейеш.

Мөьмин үә мосолман кешегә фарыҙ булған ғибәҙәттәрҙең ололары бишәү: иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж. Иман - Ислам диненең хаҡлығына һәм унда булған хөкөмдәргә ышаныу.

Намаҙ - һәр көн биш ваҡыт ғибәҙәт тыйылып тороу.

Ураҙа — Рамаҙан айында көндөҙ ашап-эсеүҙән тыйылып тороу.

Зәкәт - йылына бер мәртәбә фәҡирҙәргә тейешле мал хаҡын биреү.

Хаж - дәүләте еткән кешегә Мәккәи Мөкәррәмәгә барып Хаж ғәмәлдәрен үтәү.

Ҡәлимәи иман

[үҙгәртергә]

Әмәнтү билләһи үә мәлә икәтиһи үә күтүбиһи үә рәсүлиһи үәл-йәүмил-әхири үәл-ҡадәри хайриһи үә шәрриһи тәғәлә үәд бәғси бәғдел- мәүти.

Мәғәнәһе: Инандым Аллаһы Тәғәләгә, үә йәнә Уның китаптарына, үә йәнә Уның бәйғәмбәрҙәренә, үә йәнә әхирәт көнөнә, үә йәнә тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһы Тәғәләнән булуына, үә йәнә үлгәндән һуң тағы терелеүгә.

Аллаһы Тәғәлә

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәләне белеү - һәр бәндәгә фарыҙ, ләкин Уның затын белергә беҙҙең аҡылыбыҙҙың ҡеүәте етмәй. Беҙгә Уны сифаттары буйынса ғына белеү мөмкин. Аллаһы тәғәләнең күркәм сифаттары бик күп.

Уны мәшһүр сифаттары буйынса түбәндәгесә күҙ алдына килтереп була: Аллаһы Тәғәлә мәүжүд, әхәд, хәййүн, ғалим, сәмиғ, бәсыйр, мөтәкәллим, ҡадир, халиҡ, мохтар, рәззаҡ, рабби, ғаҙел, ғафур, мүжиб.

Мәүжүд - Бар тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә бар, барлығы һис бер затҡа мохтаж түгел. Үҙенән үҙе бар. Барлығының башы ла, ахыры ла юҡ, йәғни мәхлүҡәте кеүек әүәле юҡ булып, һуңынан бар булған түгел. Уның ахыры ла юҡ булған һымаҡ, бер заман юҡҡа сығасаҡ та түгел. Ул һәр саҡ буласаҡ.

Әхәд - Бер тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә бер генә. Уның һис шәрике үә тиңдәше юҡтыр.

Хәййүн - Терек тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә теректер. Ләкин тереклеге беҙҙең кеүек тән Һәм йән кеүек түгел.

Ғалим- Белеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр бер нәмәне беләлер. Булганыла, буласағы ла - һәр ҡайһыһы Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм. Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм булмаған нәмә юҡ. Әммә белеүе беҙҙең шикелле өйрәнеү- уйланыу менән түгел.

Сәмиғ- Ишетеүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һәр бер тауышты ишетә. Ишетеүе беҙҙең һымаҡ ҡолаҡ арҡылы түгелдер.

Бәсыир - Күреүсе тигән һүҙ. Аллаһы гәгәләнең күрмәгән нәмәһе юҡтыр. Уның күреүе беҙҙең ише к үҙ аша түгел.

Мотәкәллим - Һөйләүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һөйләүселер. Ҡөръәндә яҙылған һүҙҙәр - бөтөнөһө лә Аллаһы тәғәләнең һүҙҙәре, һөйләүе - беҙҙең кеүек ауыҙ үә тел менән, тауыш һәм хәрефтәр менән түгел.

Ҡадир - Көсө етеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етәлер, ни теләһә, шуны булдыра. Көсө беҙҙең кеүек ағзалар үә ҡоралдар арҡылы түгел.

Халиҡ - Булдырыусы тигән һүҙ. Ғамәлдәге һәр бер нәмәне бар ҡылыусы һәм булдырыусы - Аллаһы Тәғәлә.

Мохтар - Ихтыярлы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡылған эшен үҙ ихтияры менән теләп ҡыла. Ҡылһа ла, ҡылмаһа ла, һәр бер эшендә камил ихтыярлы. 

Рәззәҡ- Туйҙырыусы тигән һүҙ. Һәр бер кешегә Һәм хайуанға ризык биреүсе - Аллаһы Тәғәләлер. Сөнки ер йөҙөндәге һәр бер йән эйәһе Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән үҫкән ризык үә ниғмәттәрҙе ашап-эсеп көн күреүҙә.

Рабби - Тәрбиә ҡылыусы һәм хужа булыусы тимәк. Барса ғаләмгә рәхмәт ҡылып, тәрбиә ҡылыусы үә бөтөн ғаләмдең хужаһы - Аллаһы Тәғәлә генә.

Ғәҙел - Тоғролоҡ ҡылыусы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр эшен үә һәр хөкөмөн тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән ҡыла. Һис бер кемгә йәбер үә золом ҡылмай. Әхирәттә изге бәндәләрҙе йәннәт ниғмәттәре менән хөрмәт ҡыласаҡ. Иманһыҙ үә гөнаһлы бәндәләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ғазап ҡыласаҡ.

Ғафур - Ғәфү ҡылыусы тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә күп кешеләрҙең гөнаһтарын ғәфү итәсәк. Тәүбә ҡылғандарҙың гөнаһтарын ғәфү итеү ҙә, .ҡылмағандарҙыҡын ғәфү итеү ҙә - Аллаһы Тәғәләнең үҙ ихтыярында.

Мүжиб - Доғаларҙы ҡабул итеүсе, Аллаһы тәғәлә ихлас ҡылынған мәғкүл доғаларҙы ҡабул итә: үҙенең рәхмәте менән ҡайһы бер кешеләрҙең һораған хәжәттәрен бирә.

Аллаһы Тәғәлә бөтөн ғәйеп үә кәмселектәрҙән паҡ һәм мөнәззәһтер. Уның затында ла, сифатында ла, ҡылған эштәрендә лә һис бер кәмселек юҡ.

Аллаһы Тәғәләнең мәхлүҡәткә һис бер йәһәттән оҡшашлығы юҡ. Уны бер нәмәгә лә оҡшатыу мөмкин түгел. Аллаһы Тәғәлә кәүҙәле зат түгелдер.

Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. Һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер. Шулай булһа ла - барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел. Үә йәнә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ.

Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған һәм унан да һис бер зат тыумаған.

Фәрештәләр

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләре барҙыр. Уларҙың һәр ҡайһыһы Аллаһы тәғәләнең бик итәғәтле ҡолдары булып, даими рәүештә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып һәм бойоролған хеҙмәттәрен әдә ҡылып тормаҡталыр.Үҙҙәре һис гонаһҡылмаҫтар.

Уларҙа беҙҙең кеүек ашау, эсеү,йоҡлау һымаҡ эштәр юҡтыр, үә улар кәүҙәле түгелдәрҙер. Ғәҙәттә кеше күҙенә салынмаҫтар. Жабраил, Микаил, Ғазраил, Исрафил исемлеләре иң мәшһүрҙәренән һаналмыштыр.

Пәйғәмбәрҙәр

[үҙгәртергә]

Бәндәләргә дин хөкөмдәрен өйрәтер өсөн Аллаһы Тәғәлә бик күп кешеләрҙе пәйғәмбәр ҡылған.

Ул пәйғәмбәрҙәрҙең бөтөнөһө лә әҙәми заттарҙан. Улар йәштән үк зирәк, бик аҡыллы, бик тоғро һәм изге тәбиғатле  булыуҙары менән айырылып торған.

Олоғайғас Аллаһы Тәғәлә уларҙы пәйғәмбәр итеп ебәрмештер. Йәғни Жәбраил исемле фәрештә арҡыры уларға үҙенең хөкөмдәрен ебәреп, шул хөкөмдәр буйынса бәндәләрҙе Хаҡ дингә һәм изге ғәмәлдәргә өндәргә бойорған. Шунан һуң ул пәйғәмбәрҙәр Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса кешеләрҙе Хаҡ дингә үә изге ғәмәлдәргә өндәгәндәр.

Хәҙрәти Әҙәм заманынан бирле донъяға бик күп пәйғәмбәрҙәр килеп киткән: уларҙың хисабы беҙгә мәғлүм түгел.

Ҡөръәндә ошо 25 бәйғәмбәрҙең исемдәре мәҙкүр: Әҙәм, Иҙрис, Муса, һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Әльясәғ, Зөлкифел, Зәкәрия, Яхъя, Ғайса һәм Мөхәммәт ғәләйһис саләту үәссәләм. Тағы ла Ғөзәир, Лоҡман, Зөлҡәрнәй хәҙрәттәренең дә исемдәре Ҡөръәндә мәҙкүр.

Ләкин уларҙың бәйғәмбәр булыуҙары хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Йәнә Шис, Юшағ, Хызыр, Бишер, Даниял, Ышмыуил, Әшғия, Әрмия исемле бәйғәмбәрҙәр хадиҫтәрҙә бәйән ителә.

Иң тәүге пәйғәмбәр Әҙәм ғәләйһиссәләм, иң һуңғыһы - Мөхәммәт ғәләйһиссәләм ахыры заман пәйғәмбәре. Унан һуң донъяға бүтән пәйғәмбәр киләсәк түгел. Уның дине, йәғни Ислам дине, ҡиямәт көнөнә ҡәҙәр һис үҙгәрәсәк түгел. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм беҙҙең пәйғәмбәребеҙ. Беҙҙең Һәр ҡайһы-быҙ уның өммәтендә.

Китаптар

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә дин үә шәриғәт хөкөмдәрен бәйән ҡылып, пәйғәмбәрҙәренә 104 ( йөҙ ҙә дүрт ) китап индергән: пәйғәмбәрҙәр шул китаптарҙағы хөкөмдәр менән ҡәүемдәрҙе иманға һәм изге ғәмәлдәргә өндәгәндәр. Ошо китаптарҙан Әҙәм ғәләйһиссәләмгә 30 ҡағыҙ, Шис ғәләйһиссәләмгә 50 ҡағыҙ, Идрис ғәләйһиссәләмгә 30 ҡағыҙ, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ килгән.

Йәнә Муса ғәләйһиссәләмгә Таурат исемле китап, Дауыт гәләйһиссәләмгә Забур исемле китап, Ғайса гәләйһиссәләмгә Инжил исемле китап һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөръән исемле китап килгән.

Китаптарҙың иң һуңғыһы - Ҡөръән. Ҡөръән әүәлге китаптарҙың ҡайһы, бер хөкөмдә-рен мәнсух ҡыла, йәғни ахыры заман халҡының тәбиғәтенә ярашлы рәүештә үҙгәртә. Ҡөръәндә әҙәм балаларының донъялары өсөн дә кәрәкле булған хөкөмдәр бар.

Тәҡдир

[үҙгәртергә]

Тәҡдир - донъялағы барлыҡ күренеште алдан уҡ тәғәйенләп ҡуйыу ул. Киләсәктең һәм ҡылынасаҡ эштәрҙең барсаһы ла Аллаһы Тәғәләгә булмаҫ борон уҡ мәғлүм. Аллаһы Тәғәләгә уларҙы үҙенә мәғлүм булған рәүештә тәҡдир ҡылып ҡуйған. Донъяла - бар нәмә Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире буйынса була.

Йәнә һәр бер булған нәмә Аллаһы Тәғәләнең халиҡ ҡылыуы һәм булдырыуы менән барлыҡҡа килгән. Бәндәләр үҙҙәренең ҡылған фиғелдәрен үҙ ихтыярҙары менән кәсеп ҡылһалар ҙа, уларға ҡеүәт биреүсе Аллаһы Тәғәләлер.

Ахыры заман һәм ҡиәмәт

[үҙгәртергә]

Донъя үҙе һәм донъялағы барлыҡ нәмә: кешеләр, хайуандар һәм башҡалар - бөтөнөһө фани, йәғни бөтәсәк. Бер заман ошо донъяла булған әҙәмҙәр, хайуандар үлеп йә һәләк булып бөтәсәк. Был ахыры заман була. Ахыры замандың ҡасан булыры Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис кемгә мәғлүм түгел.

Донъя мәхлүкәте харап үә һәләк булып бөткәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә халыҡтарҙы өр-яңынан терелтер.

Серегән  йә таралған тәндәрҙең бөтөнөһө йыйылып, ойошоп, тере ваҡыттағы хәлдәренә ҡайтасаҡ. Ҡәберҙәрҙең өҫтәре асылып, һәр кемдең йәне үҙ кәүҙәһен табып керәсәк. Шунан һуң кешеләр йоҡонан уянғандай терелеп, ҡәберҙәренән сығып, мәхшәр майҙа-нына йыйыласаҡ.

Мәхшәрҙә Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләре бәндәләрҙең донъяла ҡылған ғәмәлдәрен ғәҙеллек мизаны хисап үә тәфтиш итеп, ғәмәлдәренә күрә әжер һәм язаларын тәғәйенләйәсәк: иманһыҙ кешеләр һәр береһе йәһәннәмгә төшәсәк, иманлы кешеләрҙең гонаһһыҙҙары һәм гонаһтары ғәфү ителгәндәре йәннәткә керәсәк.

Гонаһтары ғәфү ителмәгән мөьминдәр йәһәннәмгә төшөп, гонаһтарына ҡарап, ғазап ҡылынасаҡ. Ғазаптары тамам булғас, ахырҙа йәһәннәмдән сығып, улар ҙа йәннәткә керәсәк. Йәннәттә ҡалғандар ҙа, йәһәннәмдәгеләр ҙә, һис үлмәйенсә, мәңге тере буласаҡ.

Йәннәт үә йәһәннәм

[үҙгәртергә]

Йәннәт - ожмах йорто, ул зиннәтле һарайҙар һам еметле баҡсалар менән тулылыр, һәр ерендә татлы һыулы йылғалар, шәрбәтле шишмәләр ағып торор. Унда әҙерләгән хөрмәт менән ниғмәттәрҙе бәйән ҡылып бөтөү һис мөмкин түгел. Унда ингән изге кешеләр донъялыҡта һис кемдең күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән ниғмәттәр менән хөрмәт ителәсәк. Йәннәткә кергән кешеләр бер ваҡытта ла үләсәк түгелдәр. Уларҙың һәр береһе ҡайғы, хәсрәт, ауырыу, һыҙланыу, уңайһыҙлыҡ үә күңелһеҙлек кеүек хәлдәрҙән азат буласаҡ. Йәннәткә кергән кешеләр һәр саҡ Аллаһы тәғәләнең нуры аҫтында йәшәйәсәк.

Йәһәннәм - тамуҡ йорто, унда кергән кешеләр ут менән йәки башҡа ғазаптар менән ғазап ҡылынасаҡ. Донъяла ваҡытта гонаһтан тыш сауаплы эштәрҙе лә күп ҡылған бәндәләр тамуҡта еңелерәк ғазаптарға дусар ителәсәк. Кешегә һәм хайуандарға йәбер үә золом иткән оло гонаһлы бәндәләр тамуҡта бик олуғ язаларға дусар ителер.

Мөхәммәт Салалалаһу ғәләйһис  саләтү  үәссәләм

[үҙгәртергә]

Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ  Мөхәммәт ғәләйһиссәләм.

Ислам диненсң хөкөмдәрен Аллаһы Тәғәлә, Жабраил исемле фәрештә арҡыры, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә индерҙе.

Мөхәммәт ғәләйһиссәләм ул хөкөмдәрҙе үҙенең сәхәбәләренә, йәғни иң тәүге шәкерттәренә өйрәтте. Шул рәүешле Ислам диненең хөкөмдәре һис үҙгәртмәйенсә беҙҙең заманға ҡәҙәр килеп етте. Һәм шул рәүешле һис үҙгәртмәйенсә ҡиәмәт көнөнәсә барасаҡ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Ғәрәбстан тигән ерҙә Мәккә ҡалаһында донъяға килә (570-се тарих миләҙиҙә, 27-се апрелдә, тарих һижрәнән 53  йыл элек  12-се рабиғүл-әүүәлдә, дүшәмбе көнгә ҡаршы).

Атаһы ғәрәп халҡының Ҡурайш исемле ҡабиләһенән Ғабдулла атлы, олатаһы Ғабделмоталип исемле, уның атаһы - Һашим атлы кешеләр. Әсәһе - Әминә исемле ҡатындыр.

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тыуғансы уҡ атаһы сәфәрҙә вафат була. Алты йәшенә еткәндә әсәһе Әминә лә вафат булғас етем ҡалып, олатаһы Ғабделмоталип тәрбиәһендә ҡала. Олатаһы ла вафат булғас, атаһының ағаһы Әбүталип тәрбиәһендә ҡалды. 25 йәшенә еткәс, Хәҙисә исемле бер бай ҡатынды алып, уға өйләнде.

Ҡырҡ йәшенә еткәс, Аллаһы Тәғәлә Жабраил атлы фәрештә аша, уны бәйғәмбәр ҡылып, уға донъялағы кешеләрҙе мосолман булырға өндәргә бойорҙо. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Мәккә халыҡтарын мосолман булырға өндәй башлағас, бер-нисә йөҙ кеше иман килтереп, Ислам динен ҡабул иттеләр. Башҡалары һәр береһе дошман булып, Мөхәммәт гәләйһиссәләмгэ төрлө йәбер үә яфалар ҡылырға тырыштылар. Хатта бер-нисә тапҡыр үлтермәксе лә булдылар. Үә ләкин Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде дошмандарының яманлығынан һаҡланы. Мәккә ҡафырҙары уға артыҡ зарар үә зыян ҡыла алманылар.

Ахырҙа Мәккәлә 13 йыл пәйғәмбәр булып торғандан һуң, Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте буйынса Мәҙинә ҡалаһына күсте, сөнки ул заманда, Мәҙинә халҡы Ислам диненә мөхәббәт һаҡлап, бер-нисә мөхтәбәр кешеләре мосолман инеләр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт гәләйһиссәләм Мәҙинәгә күскәндән һуң, Ислам динен ҡеүәте артып китте. Мәҙинәгә яҡын ҡала һәм ауыл кешеләренең күбеһе төркөм-төркөм булып йыйылы-шып килеп, мосолман динен ҡабул итә башланылар.

Мосолмандарға Мәккә халҡы тәүҙән үк дошман булдылар. Мосолмандарҙы ҡырып бөтөрөү уйы менән бер нисә мәртәбә Мәҙинә тарафына күп ғәскәр йыйып һуғышҡа килделәр. Аллаһы Тәғәләнең   ярҙамы менән һәр һуғышта мосолмандар еңеп, дошмандарҙы ҡыуҙылар. Ахырҙа Мәҙинәгә күскәндең 8-се йылында Мөхәммәт ғәләйһиссәләм ун ике мең самаһы ғәскәр туплап, Мәккә тарафына барҙы. Мәккә халҡы ҡаршы тора алмаясаҡтарын белеп, һөжүмгә түҙмәй өйҙәренә ҡасып, таралышты.

20-се Рамаҙанда мосолмандар солтанат менән Мәккәи Мөкәррәмә ҡалаһына инделәр. Ахырҙа Мәккә халҡы һәр ҡайһыһы үҙ ихтыяры менән мосолман булдылар, шул замандан бирле Мәккәи Мөкәррәмә ҡалаһы мосолман дәүләте ҡулында.

Хаж ғәмәлдәре ҡылына  торған изге мөбәрәк ҡалалыр. Ҡиблабыҙ - мөбәрәк Ҡәғбә йорто ла шул ҡалала. Мәҙинәгә күскәндең 10 -сы йылында Мөхәммәт ғәләйһиссәләм туҡһан мең самаһы мосолман менән Мәккәгә барып, олуғ солтанат менән Хаж ҡылды. Шул йылдан һуң пәйғәмбәребеҙгә Мәккәи Мөкәррәмәне күреү насип булманы.

Мәҙинәлә 10-йыл йәшәгәндән һуң, 63 йәшендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъянан китте. (Тарих миләдиҙең 633-се йылында 8-се июнендә, тарих һижрийәнең 11-се йылында 12-се рабиғел әүүәл дүшәмбе көн өйлә ваҡытында).

Ҡәбер шәрифе Мәҙинәи М өнәүүәрә ҡалаһының уртаһындағы Раузаи Мөтәһһәра мәсете эсендә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт гәләйһиссәләм бик ҡамил, олуғ бер шәхес булған. Ул тыуған кистә донъяла бер-нисә ғәжәйеп ваҡиғалар була, бала ваҡытында ла төрлө ғәжәйеп хәлдәре күренә.

Пәйғәмбәр булғанға тиклем ҡырҡ йыл Мәккәлә ябай кешеләр кеүек ғүмер кисерә, ләкин һәр хосуста бик изге һәм яҡшы тәбиғәтле була. һәр кем ҡаршыһында иң һәйбәт холоҡло һәм ышаныслы кешеләрҙән һанала.

Йәш ваҡытында уҡ ҡафырҙарҙың боҙоҡлоғон аңлай. Уларҙың поттарына (һындарына) һис табынмаған, үҙ ғүмерендә һис бер ғәйеп үә кәмселек эш ҡылмаған. Пәйғәмбәр булғандан һуң да Аллаһы тәғәлә уның өсөн моғжизәләрҙе, йәғни ғәҙәттә булмай торған ғәжәйеп эштәрҙе бик күп күрһәткән. Шул сәбәптән уның хаҡ бәйғәмбәр булғанына һис кемдең шик-шөбһәһе ҡалмаған. Тарихел-әмбийә китаптарында ул мөғжизәләрҙең күбеһе тасуир ителә.

Тәһәрәт һәм намаҙ

[үҙгәртергә]

«Ожмахтың асҡысы намаҙ, намаҙҙың асҡысы - тәһәрәттер». «Дөрөҫ тәһәрәтләнеү имандың яртыһылыр, дөрөҫ тәһәрәт алыу - намаҙҙың асҡысылыр һәм тулыһынса тәнде таҙартыусылыр». (Хәдистәр).

Тәһәрәт

[үҙгәртергә]

«Ожмахтың асҡысы намаҙ, намаҙҙың асҡысы - тәһәрәттер». «Дөрөҫ тәһәрәтләнеү имандың яртыһылыр, дөрөҫ тәһәрәт алыу - намаҙҙың асҡысылыр һәм тулыһынса тәнде таҙартыусылыр». (Хәдистәр).

Истинжә

[үҙгәртергә]

Бәҙрәфкә ингәндә тәүҙә һул аяҡ менән атлап инеү, сыҡҡанда уң аяҡ менән атлап сығыу тейештер. Бәҙрәфтә кесе һәм оло хәжәтен башҡарған  кеше һул ҡулы менән яҡшылап йыуып,  ҡоро сепрәк менән яҡшылап һөртөргә тейеш.         Истинжәне уң ҡул менән, бесән йәки ҡағыҙ кеүек әйберҙәр менән ҡылыу мәҡруһтыр, йәки гонаһтыр.

Тәһәрәт алыуҙың тәртибе

[үҙгәртергә]

1.Тәһәрәт алғанда ҡиблаға ҡаршы торорға.

2.Һыу сәсрәмәҫлек бейек урынға торорға.

3.Һыуҙы үҙең әҙерләргә.

4.Ниәт әйтергә:«Иләһи, ниәт ҡылдым тәһәрәт алмаҡҡа, йүнәлдем ҡибла тарафына, хәлисән лилләһи тәғәлә. Бисмилләһир- рахманир- рахим ».

5.Ҡулдарҙы өс мәртәбә беләҙеккә ҡәҙәрле йыуырға.

6.Унан һуң уң ус менән ауыҙға өс тапҡыр айырым-айырым һыу алып һәр осраҡта ла яҡшы итеп сайҡарға.

7.Уң ҡул менән өс мәртәбә танауға һыу алып, һул ҡул менән һемгерергә.

8.Маңлай сәстәренән алып эйәк аҫтарына тиклем битте һәм ҡолаҡтарҙы өс тапҡыр йыуырға.

9.Башта уң беләкте, һуңынан һул беләкте терһәктәре менән өс мәртәбә йыуырға.

10.Башҡа мәсих тартырға: башта сетәкәй бармаҡ менән ике ҡуллап сәс юлы буйлап елкә соҡорона тиклем төшәһең, унан һуң дүртенсе бармаҡ менән уң ҡолаҡ эсенә инеп, аҫтан өҫкә табан өс урынға мәсих ҡылаһың, баш бармаҡтарың менән ҡолаҡ артынан өскә ҡарата инеп, маңлай уртаһына ҡәҙәре ике яҡтан килеп тоташаһың. Ике ҡулдың һырты менән муйындан эйәк аҫтына ҡәҙәре мәсих ҡылаһың. Һәр саҡ ҡулдарҙы сайҡап яңанан сылатып алаһың.

11.Аяҡтарҙы йыуырға: башта уң аяҡты сәнәкәй барңаҡтан баш бармаҡҡа хәтле йыуаһың, һәм шулай уҡ шайтан ашығына ҡәҙәре йыуаһың. Артабан һул аяҡты баш бармаҡтан сәнәкәй бармаҡҡа тиклем, һуңынан шайтан ашыҡҡа тиклем йыуаһың.

12.Һәр бер ғәмәлде уңдан башларға. Тәһәрәт тамамланғас, аяҡта торған килеш, ҡиблаға ҡарап Кәлимәи Шәһәдәт уҡыла. Фарыҙҙары, сөннәттәре, әҙәбе еренә еткереп алынған тәһәрәт ошо рәүештә була.

Намаҙ тимәк, Аллаһы тәғәләгә мәғлүм рәүештә күңел үә тән менән ғибәҙәт ҡылыу.

Һәр бер иман килтергән бәндәгә биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыҙ булыр: иртәнге намаҙ, өйлә, икенде, аҡшам, йәсиғ намаҙҙары.

Биш ваҡыт намаҙҙарҙың һәм йоманың ваҡыты ингәс, аҙан әйтеү һәм фарыҙҙарҙы уҡыр алдынан ғына ҡамәт төшөрөү сөннәттер.

Аҙан әйтеү тәртибе

[үҙгәртергә]

1. Аллаһу әкбәр - 4 мәртәбә.

2. Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ- 2 мәртәбә.

3. Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расулуллаһ - 2 мәртәбә.

4. Хәййә ғәләс-саләәһ - 2 мәртәбә.

5.Хәййә ғәләл-фәләәх - 2 мәртәбә.

6.Аллаһү әкбәр - 2 мәртәбә.

7. Ләә иләәһә илләллаһ - 1 мәртәбә.

Иртәнге намаҙҙың аҙанында «Хәййә ғәләл фәлләәх» тигәндән һуң «Әссаләту хайрум- минән нәүүүм» тип 2 тапҡыр әйтелә.

Аҙан әйтеп бөткәс, аҙан доғаһы уҡыла: «Аллаһуммә раббә һәәҙиһид-дәғүәтит- тәәммәһа, үәссаләтил ҡааимәһ, әәти Мүхәммәдәнил үәссииләтә үәл фәдыләһ, үәддәрәжәтәл ғәәлийәтәр-рафиғәһ, үәбғәҫһү мәҡаамәм-мәхмүдәнил-ләҙи үәғәттәһү үәрзуҡэн шәфәғәтәһү йәүмәл ҡыйәәмәһ,  иннәкә ләә түхлифүл мииғәәдэ ».

Фарыҙ намаҙы алдынан ҡамәт төшөрөлә: 

[үҙгәртергә]

t. Аллаһу әкбәр - 4 мәртәбә.

2. Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ - 2 мәртәбә.

3. Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр расулуллаһ - 2мәртәбә.

4. Хәййә ғәләс-саләәти, хәййә гәләс саләәһ - I мәртәбә.

5. Хәййә ғәләл-фәләхи,хәййә гәләл фәләәх- 1 мәртәбә.

6.Кадэ Ҡаамәтис-саләәти, ҡадэ ҡамәтис- саләәһ - 1 мәртәбә.

7. Аллаһү әкбәр - 2 мәртәбә.

8. Ләә иләәһә илләллаһ - 2 мәртәбә.

Намаҙҙы ниәтләү һәм  уҡыу тәртиптәре

[үҙгәртергә]

Намаҙҙы уҡырға керешеү өсөн түбәндәгеләр шарт:

1. Намаҙ ваҡыты кереү.

2. Тәһәрәтле булыу.

3. Кейеме, уҡый торған урыны таҙа булыу.

4. Сәтер ғәүрәт ҡаплаулы булыу. Ирҙәр өсөн: тубыҡтан алып кендеккә тиклем күренмәҫкә тейеш. Ҡатындарға: биттәре, беләҙектән  алып ике ҡул осо һәм шайтан ашыҡтан башлап ике аяғының остары күренергә мөмкин. Ҡалған ерҙәре - ғәүрәт, улар күренмәҫкә тейеш.

5. Ҡиблаға ҡаршы йүнәлеү.

6. Намаҙҙы ниәтләү: «Әғүҙү билләһи минәш- шайтанир- ражим. Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим. Иләһи, ниәт ҡылдым иртәнге намаҙымдың ике рәҡәғәт сөннәтен үтәмәккә, йөҙөмдө йүнәлдерҙем ҡибла тарафына. Халисан лилләһи тәғәлә».

7. Тәҡбир әйтеү Ирҙәр өсөн: ҡулдарҙың баш бармаҡтарын ҡолаҡ япраҡтарына тейҙереп «Аллаһу әкбәр» тип әйтеү һәм һуң ҡулды кендек тапҡырына ҡуйып, өҫтөнә уң ҡулды ҡаплау.

Ҡатындар өсөн: «Аллаһу әкбәр» тигәндән һуң ҡулдарҙы иң баш тәңгәленә күтәреп, уларҙы күкрәккә ҡаплау.

Намаҙ уҡыу

[үҙгәртергә]

1. Һәр намаҙ Ҫәнә әйтеүҙән башлана.

Ҫәнә: «Сүбэхәнә-кәл-лаһүммә үә бихәмдикә үә тәбракәс-мүкә үә тәғәлә жәддүкә үә ләә иләәһә ғойрүк».

Мәғәнәһе: Эй, Аллаһ, һинең паҡлығыңды үә маҡтаулылығыңды беләмен. Һинең исемең мобәрәктер, дәрәжәң олуғтыр. Һинән башка һис Тәңре юҡтыр.

2. Сүрәи Фәтихә уҡыу:

Фатихә: «Әғүҙү билләәһи минәш-шайтанир- ражим.  Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим. Әр- рахмәәни-ррахиим.

Әл-хәмдү лилләәһи раббил- ғәәләмиин. Мәәлики йәүми-ддин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғиин. Иһдинәә-ссыраталь мүстәҡиим. Сыираата- лләҙиинә әңғәмтә ғәләйһим ғайриль- мәғдууби, ғәләйһим үә ләә-ддааааллиин» Әмин.

4. Фатихә сүрәһенә ҡыҫҡа сүрә ҡушыу

«Иннэәә әғтайнәәкәл-кәүҫәр. Фәссалли лирраббикә үәнхәр., Иннә. шәәниәкә һүүәл эбэтәр ».

5. Ҡыҫҡа сүрәнән һуң РӘҠУҒ, йәғни «Аллаһу әкбәр» әйтеп, ҡулдарҙы тубыҡҡа ҡуйып, билдән бөгөлөп тороу

Рәҡуғтә өс мәртәбә «Субэхәнә раббиәл ғаҙим» тип рәҡуғ тәсбихен әйткәс, ТӘСМИҒ, «Самиғаллаһу лимән хәмидәһ» тигәнде әйтә-әйтә турайып баҫырға. Турайып баҫыуҙы ТӘХМИД «Раббәнә ләҡәл хәмде» менән тамамлап ҡуйырға.

6.Тәхмидтән һуң СӘЖДӘ, йәғни, йөгөнләгән килеш, ике ҡул менән алға таянып, маңлайҙы намаҙлыҡҡа тейҙереү.

Сәждәлә саҡта өс мәртәбә сәждә тәсбихе «Субэхәәнә раббийәл әғлә» әйтелә.

Сәждәнән һуң «Аллаһу әкбәр» әйтеп турайып ултыраһың, яңынан «Аллаһу әкбәр» әйтеп йәнә сәждәгә китәһең, «Аллаһу әкбәр» әйтеп сәждәнән торғас, икенсе рәҡәғәткә баҫаһың.

7. Икенсе рәҡәғәттә «Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим» тип «Фатихә» сүрәһен уҡығас ҡыҫҡа сүрә ҡушыу: «Ҡүлһүәллааһу әхәдэ. Аллаһус-самәдэ. Ләм йәлидэ. Үә ләм йүүләдэ. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәдэ».

8.Ҡыҫҡа сүрәнән һуң беренсе рәҡәғәттәге тәртипсә рәҡүғ һәм сәждә ҡылырға.

9. Ҡугуд, йәғни һул аяҡ өҫтөнә ултырып, уң аяҡтың баш бармаҡтарын, текә торған хәлдә, кибла тарафына ҡаратып ҡуйыу. Ҡатындарға ҡәғдәлә ике аяҡтарын да уң тарафҡа сығарып, һул яҡ осалары менән ергә ултырырға.

10. ҠӘҒДӘЛӘ «ӘТТӘХИЙӘТ» уҡыла: «Әттәхиййәтү лилләәһи үәссаләәүәәту үәттаибәт. Әссәләмү ғәләйкә әййүһәннәбиййү үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ. Әссәләмү ғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдилләәһис-саалихиин. Әшһәдү әлләә иләһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбэдуһу үә расуулуһ ».

11. Әттәхиәттән һуң «САЛАУАТ» уҡыла: «Аллаһуммә салли ғәләә Мүхәммәдиү, үә

ғәләә әәли Мүхәммәдэ. Ҡәмәә салләйтә ғәләә Ибэрааһиимә үә ғәләә әәли ИбэраҺиимә иннәкә хәмиидум-мәжиидэ. Аллаһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдиү, үә ғәләә әәли Мүхәммәдэ. Ҡәмәә бәәраҡтә ғәләә ИбэраҺиимә үә ғәләә әәли ИбэраҺиимә иннәкә хәмидум- мәжиидэ ».

12. «Салауаттан» һуң «Раббәнә» доғаһы уҡыла: «Раббәнәәә әәтинәә фиддунйәә хәсәнәтәү-үә фил әәхирати хәсәнәтәү-үә ҡинәә ғәҙәәбәән -нәәр».

13. СӘЛӘМ биреү. Башты уң яҡҡа бороп: «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ»,-

тигәс, башты һул яҡҡа бороп, шул уҡ сәләмде биргәндән һуң ҡулдарҙы күтәреп өс мәртәбә «Әстәғфируллаһ»,- тигәс сәләм доғаһы уҡыла:

Аллаһуммә әнтәссәләм үә минкәс -сәләм тәбәрәктә йәзүл жәләли үәл икрам».

Ошоларҙы үтәп бөтөргәс беҙҙең иртәнге намаҙыбыҙҙың ике рәҡәғәт сөннәте үтәлгән була.

Иртәнге намаҙҙың ике рәҡәғәт сөннәтен тамамлағас, ике рәҡәғәт фарыҙ намаҙы уҡыла. Фарыҙ намаҙының уҡыу тәртибе  сөннәт намаҙыныҡы кеүек үк.

Тәсбих тартыу тәртибе

[үҙгәртергә]

Намаҙҙы уҡып бөтөп ике яҡҡа сәләм биргәс тәсбих әйтелә. «Субэхәнә-лаһи үәлхәмдү лилләәһи үә ләә иләәһә илләл-лааһу үәллааһу әкбәр».

Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән паҡ булыусылыр. Барса маҡтаулылыҡ Аллаһы Тәғәләгә хастыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башка һис Тәңре юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәнән олораҡтыр.

«Ләә хәүлә үә ләә ҡүүәтә илләә билләәһил- ғәлиййил-ғәҙыйм ».

Мәғәнәһе: һис бер хәл үә ҡеүәт юҡтыр, мәгәр олуғ үә бәлән булыусы Аллаһы Тәғәлә менән генәлер.« Мә шәә, Аллаһү кәәнә үә мә ләм йәшә ләм йәкүн »

Мәғәнәһе: Аллаһы тәғәлә тәләгән нәмәләрҙең һәр ҡайһыһы булыр. Аллаһы Тәғәлә теләмәгән нәмәләр һис булмаҫ.

2.Тәсбих зикерҙәренән һуң «Аятел Көрси» уҡылыр: «Әғүҙү билләәһи минәш шайтаанир- ражиим. Бисмилләәһи- ррахмәәни- ррахиим. Аллааһу ләәәә иләәһә һүүәл-хәййүл-ҡаййүүмү ләә тәьхуҙүһү синәтүү үә ләә нәүм ләһү мәә фи-ссәмәә-үәәти үә мәә фил-әрдыи мәң ҙәлләәҙии йәшфәғү ғиндәһү иллә биъиҙниһи йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм үә ләә йүхиитуунә бишәйъим мин ғилмиһи иллә бимәә шәәәәъә күрсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-арда үә йәъүүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлиййүл ғәҙыйм».          ‘

3. Ошо зикерҙәр менән аяттар уҡылғандан һуң 33 мәртәбә «Сүбэханаллаһ», 33 мәртәбә «Әлхәмдүлилләһ», 33 мәртәбә «Аллаһу әкбәр» әйтелер.

Унан һуң ҡулдарҙы күкрәк  кимәленә күтәреп Тәсбих доғаһы уҡылыр: «Аллаһүммә тәҡәббәл миннә саләәтәнәә үә сийәәмәнәә үә ҡыйәәмәнәә үә ҡыйра, әәтәнәә үә руҡүүғәнәә үә сүжүүдәнәә үә ҡүғүүдәнәә үә тәсбихәәнәә үә тэһлииләнә үә тохашшүғәнәә үә тәдаруғәнәә. Аллаһүммә тәммим тәҡсиранәә үә тәҡаббәл тәмәәмәнәә үәс- тәжиб дүгәә, әнәә үәғфир әхйәә, әнәә үәрхәммәүтәәнәә йәә мәүләәнәә. Аллаһүммәх фәҙнәә йә фәййәдү мин жәмииғил-бәләәйә үәл әмрадъ. Аллаһүммә тәҡаббәл миннәә һәәҙиһис-саләәтә (әл-фәрда мәғәс  сүннәти) мәғә жәмиғи нуҡҫәәнәәтиһәә бифадликә үә кәрамикә үә ләә тәдриб биһәә үжүүһәнәә йәә илләәһәл-ғәәләмиинә үә йәә хайран насириин. Тәүәффәнәә мүслимиинә үә әлхикнәә бис-саалихиин. Үә сал-лаллааһу ғәләә Тәғәлә  хайри халҡиһии Мүхәммәдәи үә ғәләә әәлиһии үә әсхәәбиһии әжмәғиин».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, беҙҙең намаҙыбыҙҙы, ураҙабыҙҙы, ҡыямыбыҙҙы, рәҡүғебеҙҙе, ҡәғдәбеҙҙе, тәсбихебеҙҙе, тәһлилебеҙҙе, тәүҙиғебеҙҙе, ялбарыуыбыҙҙы ҡабул ҡыл.

Йә, рабби, кәмселектәребеҙҙе бөтөр, тамам булған ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡыл үә йәнә доғабыҙҙы ла ҡабул ит. Әй, рәхмәт ҡылыусы Аллаһ, фаҙылың үә кәрәмең менән беҙҙән ошо намаҙыбыҙҙы һәр бер кәмселектәре менән ҡабул ит. Ул Намаҙ менән беҙҙең йөҙөбөҙгә орма. Әй, барса ғәмәлдең Хаҡ Мәғбүде, ярҙам ҡылыусыларҙың камилырағы, беҙҙе мосолман хәлебеҙҙә вафат ҡыл үә беҙҙе изге кешеләргә тоташтыр.Аллаһы Тәғәлә халыҡтарҙың яҡшырағына Мөхәммәд  ғәләйһиссәләмгә үә Уның барлыҡ Сәхәбәләренә барсаһына ла рәхмәт ҡылһа ине.

Намаҙ ваҡыттары

[үҙгәртергә]

Иртәнге намаҙ   

[үҙгәртергә]

Ике    рәкәғәт Сөннәт

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Уҡып бөтөргәс бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

Ике  рәкәғәт Фарыз

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Уҡып бөтөргәс бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

Унан һуң ихлас күңелдән «Доғаи хәбиб»-те уҡыһаң да була.

Өйлә намаҙы

[үҙгәртергә]

4 рәкәғәт СӨННӘТ.

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла.

Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ!

3-се рәкәғәттә Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла.

4-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла.

Унан һуң бөтөн Әттәхиййәт уҡыла, йәғни (Теләге булған кеше Ҡулһуаллаһ урынына башҡа сүрә йәки аяттармы ҡушып ебәрә ала. Мәҫәлән: Үәл, Ғасри,Иннәә әнзәлнәһә һәм башҡалар).

4 рәкәғәт Фарыз

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.

4-се рәкәғәттә: Әлхәм уҡыла.

5-се рәкәғәттә: Әлхәм уҡыла. Унан һуң бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

2 рәкәғәт Сөннәт

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Уҡып бөтөргәс бөтөн Әттәхиййәт уҡыла. Шуның менән өйлә намаҙы тамам.Икенде намаҙы

Икенде намаҙы

[үҙгәртергә]

4 рәкәғәт Фарыз

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.

3-се рәкәғәттә: Әлхәм уҡыла.

4-се рәкәғәттә: Әлхәм уҡыла. Унан һуң бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

Ахшам намаҙы

[үҙгәртергә]

3 рәҡәғәт Фарыҙ

1-се рәкэғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.

3—се рәҡәғәттә: Әлхәм уҡыла. Унан һуң бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

2 рәкәғәт Сөннәт

1-се рәҡәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Уҡып бөтөргәс бөтөн Әттәхиййәт уҡыла. Шуның менән ахшам намаҙы тамам.

Йәсиғ  намаҙы

[үҙгәртергә]

4 рәкәғәт Фарыз

1-се рәҡәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә .(Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.

3-се рәҡәғәттә: Әлхәм уҡыла.           

4-се рәҡәғәттә: Әлхәм уҡыла. Унан һуң бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

2 рәкәғәт Сөннәт

1-се рәҡәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (Фәтихә), Иннә әғтыйнә Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Уҡып бөтөргәс бөтөн Әттәхиййәт уҡыла.

Унан һуң ихлас күңелдән «Доғаи хәбиб»-те уҡыһаң да була. Шуның менән йәсиғ намаҙы тамам.

Витр  үәжиб  намаҙы

[үҙгәртергә]

3 рәкәғәт

1-се рәкәғәттә: Сүбэхәнәкә, Әлхәм (фәтихә), Иннә әғтыйнә (Кәүҫәр сүрәһе) уҡыла.

2-се рәкәғәттә: Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡыла. Бынан һуң ярты Әттәхиййәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.

3-се рәкәғәттә:      Әлхәм, Ҡулһуаллаһ уҡығандан һуң кендек тәңгәленә бағланған ҡулдарҙы төшөрөп, һуңынан яңынан күтәреп ҡолаҡ йомшағына тейҙерәбеҙ һәм «Аллаһу әкбәр» тип тәкбир әйткәс, «Ҡнут» доғаһы уҡыйбыҙ.

«Кнут» доғаһы:

« Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим.

Аллааһүммә иннәә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нәтуубу иләйкә үә ну мину бикә үәнәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл хайра, нәшкүрүкә үә лә нәшфүрүкә үә нәхләғү үә нәтрүкү мәй-йәфжүрүк. Аллаһуммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нусалли үә нәсжүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфидү нәржүү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәк. Иннә ғәҙәбәәкә бил куффәәри мулхиҡ”

Намаҙ тамам булғандан һуң тәсбих әйтеп, Аятел Көрси уҡып тәсбих тартаһың.

Намаҙҙан һуң берәр сүрә йәки аят уҡып әрүәхтәргә доға ҡылаһың, уларға багышлап:

« Йә, раббым! Уҡыған сүрә һәм аяттарымды үҙеңдең ризалығың өсөн, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләмдең рухи шәрифтәренә, атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм, инәбеҙ һауа Разиаллаһы Ғәнһәнең һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең, барса иҙгеләрҙең, барса сәхәбәләрҙең, остаздарыбыҙҙың, ата-әсәләребеҙҙең, әбей- бабайларыбыҙҙың, вафат булған ир һәм ҡыҙ туғандарыбыҙҙың, беҙҙән доға өмөт иткән барлыҡ әрүәхтәребеҙҙең рухтарына ирештерһәң ине»,-тип доға ҡылабыҙ.

Биш ваҡыт намаҙҙың беренсе ике рәҡәғәте барлыҡ намаҙҙарҙа ла иртәнге ике рәҡәғәт сөннәт һымаҡ уҡыла.

Әлхәм (Фәтихә) сүрәһе намаҙ эсендә һәр саҡ бисмилләһи әйтеп уҡыла. Башҡа сүрәләрҙә бисмилләһи әйтелмәй.

Ҡыҫҡа сүрәләр

[үҙгәртергә]

ӘЛ-ҒАСР сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисмилләәһи- ррахмәәни- ррахиим.

1. Үәл-ғаср. 2. Иннәл-иңсәәнә ләфии хуср. З.Илләглләҙиинә әәмәнүү үә ғәмилү- ссаалихәәти үә тәүәәсау билхәҡҡи үә тәүәәсау биссабр.

ӘЛ-ФИЛ сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим.

1.Ә Ләм тәра кәйфә фәғәлә раббүкә би’асхәәбил-фиил. 2. Ә ләм йәджғәл кәйдәһүм фии тадлиил 3.Үә әрсәлә ғәләйһим тайрән әбәәбиил 4.Тәрмииһим бихиджәәратим миң сиджжиил  5.Фәджәғәләһум кәғасфим мәькүүл

Ҡурәйш сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1.Лиьииләәфи ҡурәйш 2.Иләәфиһим рихләтә-шшитәьи үә-ссайф 3.Фәлйәғбүдүү раббә һәәҙәл-бәйт 4.Әлләҙии атғәмәһум миң джүүғиү-үә әәмәнәһум мин хауф

Әл-Мәғүн сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!

1.Ә раьәйтә-лләҙии йукәҙ-ҙибү биддиин 2.Фәҙәәликә-лләҙии йәдүғғүл-йәтиим

3.Үә ләә йәхудду ғәләә тәғәәмил-мискиин 4.Фәүәйлүл-лилмүсаллиин 5.Әлләҙиинә һүм ғәң саләәтиһим сәәһүүн 5.Әлләҙиинә һум йурааүүн 6.Үә йәмнәғүүнәл мәәғүүн

Әл-Кәфирун сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1.Ҡуль йәә әййүһәл кәәфирүүн 2.Ләә әғбүдү мәә тәғбүдүүн 3. Үә ләә әңтүм ғәәбидүүнә мәә әғбүд 4.Үә ләә әнәә ғәәбидүм-мәә ғәбәдтүм 5.Үә ләә әңтүм ғәбидүүнә мәә әғбүд 6.Ләкүм диинүкүм үә лийә диин

Ән-Наср сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1.Иҙәә джәәә нәсру-ллаһи үәл-фәтх. 2.Үә раьәйтә-ннәәсә йәдхулүүнә фии диини-лләһи әфуәджә 3. Фәсәббих бихәмди раббикә үәстәғфирһү иннәһу кәәнә тәүүәәбә

Әл-Мәсәд сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Тәббәт йәдәә әбии ләһәбиү-үә тәбб 2. Мә әғнәә ғәнһү мәәлүһү үә мәә кәсәб

3. Сәйасләә нәәрәң ҙәәтә ләһәб  4.Үәмрәьәтүһү хәммәәләтәл хәтаб 5. Фии жиидиһәә хәблүм-мим-мәсәд.

Әл-Фәләҡ сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. 2.Миң шәрри мәә халәҡ 3.Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб  4.Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд  5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

Ән-Нәс сүрәһе

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим 1.Ҡул әғүҙү бирабби-ннәәс.  2. Мәлики-ннәәс                3. Иләәhи-ннәәс 4. Миң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс 5.  Әлләҙии йүүәсүисү фии сүдүүри-ннәәс. 6. Минәл джиннәти үә-ннәәс.

Жәбрәил ғәләйһиссәләм «Йә, Мөхәммэд, әйт өммәтеңә:«Кәр кем иһә ошо «Доғаи хәбиб»те иртә һәм йәстү намаҙҙарынан һуң ихлас күңелдән уҡыһа, йәки үҙе менән йөрөтһә, ул бәндәнең гонаһтары кисерелер, әхирәт көнөндә ул бәндә Аллаһы тәғәләнең ғазабына тартылмаҫ.»

«Доғаи хәбиб»

[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим.

Аллаһүммә бәәрик ғәләйнәә үәдфәғ ғәннәә бәләә икә раүүфү ләббәйкә-рхәм ләббәйкә  ӘШҮӘҒ ЛӘББӘЙКӘ  үә әннәллааһә йәбеғәҫү мән фил ҡубүүри үә салләллаһү ғәләә Мүхәммәдин  үә ғәлә әәлиһи үә әсхаабиһи әжмәғиин әттайинәт-тааһирин. Үә ғәләә мән табәғәһүм  биәхсәни иләә йәүмиддин. Аллааһү әкбәр  Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр. Ләә иләәһә илләллааһү, йәә Аллааһү,  йәә Аллааһү,  йәә Аллааһү йәә Рахмәәнүу, йәә Рахмәәнү, йәә Рахмәәнү,  йәә Рахиимү, йәә  Рахиимү, йәә Рахиимү, йәә Әхәдү, йәә Әхәдү, йәә Әхәдү, йәә Хәмидү, йәә Хәмидү, йәә Хәмидү . йәә Самәәдү, йәә Самәәдү, йәә Самәәдү, йәә Фәрдү, йәә Фәрдү, йәә Фәрдү. Ләә хәүлә үәләә ҡүүәтә илләә билләәһил ғәлийил ғаҙим. Йәә Ддааимү йәә Фәрдү, йәә Жәләәли үәл Икрам, үә салләллааһү ғәләә сайидинә Мүхәммәдин үә ғәлә әәлиһи үә әсхаабиһи үә әжмәғиин. Бирахмәтикә йә раахимиин. Әмин.

Хәҙистәр

[үҙгәртергә]

1.Фарыз намаҙҙарын имам үә мөҡтәди булып менән уҡыу-сөннәттер.

2.Йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа имам баш булыр.

Мөҡтәди имамға ойоп, йәғни, эйәреп уҡыр. Намаҙҙың һәр бер ғәмәлен имам артынан ғына ҡылыр, һис бер ғәмәлде имамдан алда ҡылмаҫ.

3. Ҡыямда мөҡтәди ҫәнә генә уҡыр, «Әғүҙе», «Бисмилләһ» һәм сүрәләрҙе уҡымайынса, имам уҡығанды көтөп үә тыңлап тик торор. Рөкүғтән торғанда имам тәсбих әйтер, тәхмидте әйтмәҫ. Мөҡтәди тәхмид әйтер, тәсбих әйтмәҫ. Башҡа зикерҙәрҙе икеһе лә әйтер.

4. Имам тәҡбирҙәрҙе, тәсбихте һәм сәләмде ҡысҡырып әйтер, ә мөҡтәди эстән генә әйтер. «Сүрәи Фәтихә» ҡысҡырып уҡылған намаҙҙа, « Сүрәи Фәтихә » нан һуң мөҡтәди ҙә эстән «Амин» тиер.

5. Мөҡтәди яңғыҙ   булғанда имамдың артында бер ҡарыш самаһы ерҙә торор. Әгәр улар ике-өс кеше булһа-имамдың артында саф булып теҙелеп торорҙар, сафты тигеҙ тотоу һәм арала кеше һыйырлыҡ буш урын ҡалдырмай тороу сөннәттер.

6. Оло ир кеше сабый балаға үә ҡатын кешегә ойоп намаҙ уҡыу дөрөҫ түгел. Киреһенсә ойоп уҡыу иһә дөрөҫ була.

7. Бер имамға ирҙәр, сабыйҙар үә ҡатындар бергә ойоһалар, тәүге сафта ирҙәр, икенсе рәттә сабыйҙар, унан ҡатындар теҙелер.

8. Аранан береһе имам булып, сабыйҙар намаҙҙы йәмәғәт булын уҡыһа, был дөрөҫ булыр, ҡатындар шулай уҡыу дөрөҫ булмаҫ.

9. Ғөҙөрһеҙ кеше «сәхибә ғоҙор»гә ойоп уҡыу, икенде уҡыусыға өйләне ҡаҙа ҡылыусы ойоп уҡыу, нәфел намаҙын уҡыусыға фарыҙ намаҙын ойоп уҡыу дөрөҫ түгел.

10.Нәфел намаҙын өйлә йәки йәсих намаҙҙарын уҡыусыға ойоп уҡыу дөрөҫ; иртәнге, икенде үә ахшам намаҙҙарын уҡыусыға ойоп уҡыу мәҡруһтыр.

11.Бер нисә кеше бер намаҙҙы йәмәғәт менән уҡырға булһалар, арала ғилемлерәге имам булыр. Ғилемлектәре бер дәрәжәлә булһа, ҡыйрәте дөрөҫөрәге имам булыр, ҡыйрәттәре бер кимәлдә булһа, тәҡүәрәге имам булыр. Тәҡүәлектәре лә бер кимәлдә булһа, ҡартырағы имам булыр. Йәштәре лә тигеҙ булһа, холҡо яҡшырағы имам булыр.

12.Наҙан, зәғиф,  ике күҙе лә һуҡыр йәки һаҡау кешенең имам булыуы мәкруһтыр.

13.Имам иртәнге намаҙҙың һәр ике рәҡәғәтендә, аҡшам үә йәсиғ намаҙҙарында тәүге ике рәҡәғәттә сүрәләрҙе ҡысҡырып уҡыр, башҡа намаҙҙарҙа эстән уҡыр.

14.Яңғыҙ кеше һәр рәҡәғәттә сүрәләрҙе эстән уҡыр. Имам эстән уҡый торған рәҡәғәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыһа-дөрөҫ булыр.

Мөдрик үә мәсбуҡ

[үҙгәртергә]

1. Имам намаҙҙы уҡый башлағас, һуңлап килгән кешегә намаҙҙың ҡайһы ғәмәлендә булһа ла имамға ойоп, шул ғәмәлде ҡыла башлау үәжибтер. Хатта имам иң аҙаҡҡы ҡәғдәлә булһа ла, ойоп ҡалмаҡ сауаптыр.

2.Имам ҡыямда ҡысҡырып сүрә уҡыған саҡта килеп ойоған кеше ҫәнәне уҡымаҫ, эстән уҡыған саҡта килеп ойоған кеше ҫәнәне уҡыр. Ҡыямда башҡа ғәмәлдә ваҡытта ойоған кеше лә ҫәнә уҡымаҫ.

3.Имам бер рәҡәғәттең рәҡүғендә саҡта килеп ойоп, имам торғансы рәҡүғкә етешкән иҫәпләнер. Имам рәҡүғтән торғас, ҡыямда сәждәлә ваҡытта ойоған кеше ул рәҡәғәткә етешкәнгә иҫәпләнмәҫ.

4.Имамдың тәүге рәҡәғәтенә өлгөргән кеше «мөдрик» тип аталыр. Тәүге рәҡәғәтенә өлгөрмәгән кеше «мәсбуҡ» тип аталыр.

5.Мәсбуҡ һуңғы ҡағдЗлә «тәшәһһүд» уҡыр, «салауат» үә доға уҡымаҫ. Имам ике тарафҡа ла сәләм биргәнсе көтөп тик торор, имам сәләм биреп - бөтөргәс, ҡыямға тороп, «Ҫәнә», «Әғүҙе», «Бисмилләһ» үә сүрәләр уҡып, ҡылған рәҡәғәттәрен ^аҙа ҡылыр.

б.Тәүге рәҡәғәткә өлгөрмәгән кеше, имамдан һуң, бер рәҡәғәт ҡаҙа кылыр. Ике рәҡәғәткә өлгөрмәгән кеше имамдан һуң ике рәҡәғәт ҡаҙа кылыр. Тәүге рәҡәғәтендә ҡағдәгә ултырмаҫ, һәр ике рәҡәғәттә «Фәтихә»нән мөхтәсәбтер: « Аллаһүммә иннии эс, әлүкә мин фәдликәл-ғәҙим». Мәғәнәһе: Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән олуғ фазыл һәм Рәхмәтеңде һорайым.

4.Мәсеткә ингәс тә бер сөннәт намаҙ уҡымаһа, ике рәҡәғәт (тәхийәтүл мәсет) намаҙы уҡыу мөстәхәбтер.

5.Мәсет эсендә әҙәп үә тәүҙиғ менән ултырыу, зикер үә тәсбих, тәүбә үә истиғфәр, доға үә тәҙәррүғ менән шөғөлләнеү; Ҡөрьән йә китап уҡыу, йәки үәғәҙ һөйләп үә тыңлап тороу, йә ғилем өйрәнеп, йә өйрәтеп тороу мөстәхәбтер.

6.Һуған, һарымһаҡ, торма ашаған көйөнсә мәсеткә инеү үә мәсеттә донъя эштәре , ҡылып, йә донъя һүҙҙәре һөйләп, көлөшөп ултырыу мәкруһтыр.

7.Әгәр иртәнге намаҙ өсөн мәсеткә барып ингәндә имам фарыҙҙы уҡырға керешкән булһа, ике хөкөм бар: тиҙ генә ике рәҡәғәт сөннәтте уҡығанда фарыҙҙың һуңғы рәҡәғәтенә имамға ойоп ҡалырлыҡ булһа, тәүҙә мәсеттең икенсе бүлмәһенә йә шаршау артына барып ике рәҡәғәт сөннәтен  уҡыр һуңынан имамға мәсбуҡ булып ойор. Әгәр сөннәтен уҡығада фарыҙҙың һис бер рәҡәғәтенә өлгөрмәй ҡалырлыҡ булһа, сөннәтен уҡымаҫ, шундук имамға ойор. Ҡалған ике рәҡәғәт сөннәтен фарыҙҙы уҡығандан һуң ҡаҙа ҡылмаҫ.

8.Әгәр ҙэ иртәнге намаҙҙың сөннәтен уҡырға керешеп, ҡамәт уҡылып, имам фарыҙға керешкән булһа, тәүҙә тиҙ генә сөннәтен тамамлар, һуңынан имамға ойор.

9.Өйлә намаҙы өсөн мәсеткә ингәндә имам өйләнең фарыҙын уҡырға тотонған булһа, тиҙ генә имамға ойор. Дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡып шөгөлләнмәҫ. Фарыҙҙы тамам ҡылғандан һуң дүрт рәҡәғәт сөннәтен ҡаҙа ҡылыр, һуңынан ике рәҡәғәт сөннәтен уҡыр.

10.Мәсеткә инеп, өйләнең дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡырға керешкәс, ҡамәт төшөрөлөп, имам фарыҙҙы уҡырға керешһә, керешелгән намаҙҙың ике рәҡәғәт нәфел намаҙы итеп тамам ҡылыр ҙа, тиҙ генә имамға ойор. Фарыҙ тамам булғандан һуң дүрт рәҡәғәт сөннәтен, һуңынан ике рәҡәғәт сөннәтен уҡыр.

11.Әгәр ҙә дүрт рәҡәғәт сөннәттең өсөнсө рәҡәғәтен дә уҡый  башлаған булһа, уны тамалап ҡуйыу тиешле булыр. Тамам булғандан һуң имамға ойор.

12.Ҡатындарға намаҙҙы мәсеткә барып уҡыу мәкруһтыр.

Мәгәр ҡарсыҡтарҙың иртә, ахшам үә йәсих намаҙҙарын мәсеттә уҡыуҙары мәкруһ булмай.

Намаҙҙың ҡазаһы

[үҙгәртергә]

1.Биш ваҡыт намаҙҙың һәр береһен үҙ ваҡытында  ҡылыу фарыҙҙыр. Ғөҙөрһөҙ, ваҡытында уҡымай ҡалдырыу һис дөрөҫ булмаҫ.

2.Әгәр ҙә бер намаҙ үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалһа, уны икенсе ваҡытта ҡаҙа ҡылыу ваҡыты сыҡҡандан һуң үтәп ҡуйыу фарыҙ булыр.

3.Иртәнге намаҙ ҡояш сыҡҡансы уҡылмай ҡалып, өйлә ваҡыты еткәнсе ҡаҙа ҡылынһа, сөннәте лә, фарыҙы ла ҡаҙа ҡылыныр. Әгәр өйлә ваҡыты еткәс ҡаҙа ҡылынһа, фарыҙы ғына ҡаҙа ҡылыныр.

4.Ваҡытында уҡылмай ҡалһа, йәсиғ намаҙы менән бергә витр намаҙы ла ҡаҙа ҡылыныр.

5.Йома намаҙын  уҡый алмаған кеше, ул  көндө өйлә уҡыр.        

6.Ғәйет үә тәрауих намаҙҙары үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалһалар, һуңынан ҡаҙа ҡылынмай.

7.Әгәр намаҙ йәмәғәт менән ҡаҙа ҡылынһа, ҡысҡырып уҡый торған рәҡәғәттәрҙә имамға ҡыйратте ҡысҡырып уҡыу үәжиб булыр. Әгәр ҙә яңғыҙ ҡаҙа ҡылынһа, һәр рәҡәғәттә ҡыйратте эстән уҡыу үәжиб булыр.

8.Ҡаҙаға ҡалған намаҙҙарҙың тәртиптәре мәғлүм булғанда, тәртиптәре менән ҡаҙа ҡылыу тейеш. Мәҫәлән, бер көндөң биш ваҡыт намаҙы ла ҡаҙаға ҡалһа, иртә менән йәки онотоп ҡылмай ҡалдырһа, намаҙы дөрөҫ булмаҫ. Уға намаҙын өр- яңынан уҡыу кәрәк булыр.

намаҙынан башлап, йәсиг үә витрға ҡәҙәрле тәртиптәре буйынса ҡаҙа ҡылыу тиеш.

9.Бер кешенең ғүмерендә дүрт-биш кенә намаҙы ҡаҙаға ҡалған булһа, ул кешегә ваҡыты кергән намаҙҙы уҡымайынса иң тәүҙэ ҡаҙаға ҡалған намаҙҙы уҡыу, ваҡыты кергән намаҙҙы ҡаҙанан һуң уҡыу фарыҙ булыр.

10.Әгәр үҙ ғүмерендә алты намаҙы ҡаҙаға ҡалған булһа, ул кешенең ихтиярында: Теләһә, ҡаҙа намаҙын тәүҙә уҡыр.

11.Намаҙҙы ҡаҙа ҡылыр алдынан аҙан үә ҡамәт уҡыу сөннәттер. Ләкин өс намаҙын бер ваҡытта ҡаҙалаһа, барыһына бер аҙан ярай. Әммә һәр береһе өсөн берәр ҡамәт кәрәк булыр.

12.Ҡаҙа ҡылынасаҡ намаҙға ошолай ниәт ҡылыныр: « Ниәт ҡылдым фәлән көндә, фәлән ваҡытта уҡылмай ҡалған фәлән намаҙҙың ике рәҡәғәт фарыҙын үтәмәккә, халисан лилләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр».

13.Үҙ ғүмерендә бик күп намаҙҙары ҡаҙаға ҡалған кеше, ҡартайғас шуларҙы ҡаҙа ҡылмаҡ булһа, ошолай ниәтләр:«Ниәт ҡылдым ваҡытында уҡылмай ҡалған иртәнге намаҙҙарымдың иң һуңғыһына ҡаҙа ҡылмаҡҡа, халисан лилләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр». Башҡа намаҙҙарға ла шул рәүешле.

Сәждәи  Сәһү

[үҙгәртергә]

1. Берәү намаҙының бер фарыҙын үҙ ихтыяры

2.Әгәр үҙ ихтыяры менән намаҙҙың бер үәжибын төшөрөп ҡалдырһа, намаҙы боҙолмаҫ, ләкин үҙе гонаһлы булыр.

3.Әгәр берәү намаҙҙың бер үәжибын онотоп йә яңылышып ҡалдырып китһә, ул кеше намаҙының аҙағында ошо рәүешле сәждәи сәһү ҡылыр: әгәр ул яңғыҙ булһа, һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»те уҡығандан һуң, «салауат» үә доға уҡымайынса, ике тарафҡа сәләм биреп, ике тапҡыр сәждә ҡылыр, һәр сәждәлә өсәр мәртәбә «тәсбих» әйтер. Унан һуң яңы ҡағдәгә ултырып, «тәшәһһүд» менән доға уҡып һәм сәләм биреп, намаҙын тамамлар.

4.Әгәрҙә ул имам булһа, артындағы мөҡтәдиҙәр тороп китмәһен өсөн сәждәи сәһүгә ҡәҙәр уң тарафына ғына сәләм биреп, унан һуң сәждәи сәһү ҡылыр.

5.Имам яңылышҡаны өсөн сәждәи сәһү ҡылһа, уға эйәреп мөҡтәдиҙәргә лә мәсбуҡҡа ла сәждәи сәһү ҡылыу үәжиб булыр. Әммә мөҡтәди яңылышыу сәбәпле һис кемгә, йәғни, имамға ла, мөҡтәдиҙең үҙенә лә сәждәи сәһү ҡылыу дөрөҫ булмаҫ.

6.Әгәр ҙә берәү намаҙҙа яңылышып, түбәндәге 17 төрлө эш ҡылһа, шул кешегә  сәждәи сәһү ҡылыу үәжиб булыр:   

1)намаҙҙың тәүге ике рәҡәғәтендә «сүрәи Фәтихә» урынына башҡа бер аят уҡыһа; 2)тәүге ике рәҡәғәттең береһендә «сүрәи Фәтихә»нән һуң сүрә уҡымай ҡалһа;

3) өс йә дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа тәүге ҡағдәгә ултырмай калһа;

4) ҡағдәләрҙең береһендә «тәшәһһүд» уҡымаһа;

5) тәүге ҡағдәлә «тәшәһһүд»тән һуң «салауат»ты ла уҡыһа;

6) яңылыш тәүге ҡағдәлә сәләм бирһә;

7) ҡысҡырып уҡыла торған рәҡәғәттә имам ҡыйрәтте эстән уҡыһа;

8) эстән уҡыла торған рәҡәғәттә имам ҡыйрәтте ҡысҡырып уҡыһа;

9) витр намаҙында «кунут» доғаһы уҡылмай ҡалһа; 10) ҡыйрәт уҡыуҙан алда рөҡүғ ҡылынһа;

11) тәкбир әйтеп намаҙға керешкәндән һуң йәнә бер тәкбир әйтһә;

12) «сүрәи фәтихә»не ике мәртәбә уҡып ебәрһә;

13) рөҡүғты ике мәртәбә ҡылһа;

14) сәждәне өс мәртәбә ҡылһа;

15) һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»тән һуң ҡыямға торһа;

16) һуңғы ҡағдәлә һис ултырмайынса ҡыямға тороп китһә;

17) нисәнсе рәҡәғәттә икәнен уйлап тороп йә аят, йә «тәшәһһүд» кеүек бер зикерҙе тейешһеҙ урында уҡып, намаҙҙың бер ғәмәлен һуңлатһа.

7. Фарыҙҙың сүрә ҡушылмай торған һуңғы рәҡәғәттәрендә «сүрәи Фәтихә»гә сүрә ҡушыу сәбәпле, намаҙҙа сөннәт йә мөстәхәб.

8. Яңылышып бер намаҙ эсендә сәждәи  сәһү ҡылырлыҡ ике-өс эш ҡылынһа ла, сәждәи сәһү бер генә тапҡыр ҡылыныр.

9. Намаҙҙың һуңында сәждәи  сәһү онотоп ҡылмай ҡалдырылһа, намаҙға кәмселек килмәҫ— уның өсөн намаҙҙан һуң һис бер ғәмәл ҡылыу лазым булмаҫ.

Намаҙҙа яңылышыу

[үҙгәртергә]

1.Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа яңылышып, тәүге ҡағдәлә ултырмайынса, ҡыямға тора башлап, яңылышҡанын иҫләһә, ике хөкөм бар:          

1)әгәр тубыҡтары турайып етмәгән булһа, ҡағдәгә ҡайтанан ултырып, «тәшәһһүд» уҡыр,  аҙағынан сәждәи сәһү ҡылмаҫ;

2) әгәр тубыҡтары турайып, ҡыямға яҡынлаған булһа, ҡағдәгә ҡайтмайынса, ҡыямға торор ҙа артабанғы рәҡәғәтте уҡый башлар. Ҡалдырылған ҡағдә өсөн һуңынан сәждәи сәһү ҡылыр.        .

2.Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»те уҡығандан һуң яңылыш бишенсе рәҡәғәтте уҡый башлаһа, йәнә ике хөкөм бар:      

1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең сәждәгә ҡылынғансы яңылышҡанын белһә, тиҙ генә ҡағдәгә ҡайтып, сәләм бирер дә сәждәи сәһү ҡылыр;

2) әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас беленһә, йәнә бер рәҡәғәт өҫтәп, намаҙын алты рәҡәғәт итер, һуңынан сәждәи сәһү ҡылып, намаҙын тамамлар. Артыҡ ике рәҡәғәте нәфел намаҙы булып ҡалыр.

3. Берәү һуңғы ҡағдәгә ултырмайынса бишенсе рәҡәғәттең ҡыямына торһа, тағы ике хөкөм бар:  

1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең

сәждәһен ҡылғансы яңылышҡаны иҫенә төшһә, тиҙ генә ҡағдәгә ултырып «тәшәһһүд» уҡыр, унан һуң сәләм биреп сәждәи сәһү ҡылыр;

2) әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас хәтеренә төшһә, намаҙы фарыҙ хөкөмөнән сығып, нәфелгәфанап, фарыҙҙы өр-яңынан башлап уҡыр.

4.Берәү намаҙ эсендә нисә рәҡәғәт уҡығанын онотоп, нисәнсе рәҡәғәттә икәнен хәтерләй алмаһа, намаҙын боҙоп (намаҙҙы боҙғанда ҡайһы ерҙә булһа ла ике яҡҡа сәләм биреп боҙалар) яңынан уҡыр.

Әгәр ҙә яңылышыу ике-өс тапҡыр ҡабатланһа, намаҙын боҙмаҫ, күңеле нисә рәҡәғәт уҡығанына инанһа , шунса уҡығанға иҫәпләп, намаҙын тамамлар.

Әгәр нисә рәҡәғәт уҡығанын һис кенә лә хәтерләй алмаһа, үҙен әҙерәк уҡығанға һанар. Тәүгә ике рәҡәғәттә яңылышһа, бер рәҡәғәт уҡығанға хисаплар, өсөнсөһө менән дүртснсеһе араһында яңылышһа, өсөнсө рәҡәғәткә хисап ҡылыр.

5. Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙға керешеп, ике рәҡәғәт уҡығас, тәүге  ҡағдәлә сәләм бирһә, ике хөкөм бар:

1) әгәр сәләм биргәндән һуң намаҙҙы боҙорлоҡ эш ҡылмаһа, ҡыямға тороп, ҡалған рәҡәғәттәрҙе уҡып намаҙын тамамлар ҙа, ахырҙа сәждәи сәһү ҡылыр;

2) әгәр намаҙын боҙорлоҡ бер эш ҡылһа, намаҙҙы яңынан башлап уҡыр.

Сәждәи тиләүәт

[үҙгәртергә]

1.Ҡөръән Кәримдә 14 тапҡыр сәждә аяты осрай.

2.Ошо сәждә аяттарын уҡыған кешегә лә, ишеткән кешегә лә сәждәи тиләүәт ҡылыу тейеш.

Ҡиблаға ҡаршы тороп: «Ниәт ҡылдым сәждәи тиләүәт ҡылмаҡҡа»,-тип ниәтләп, тәкбир әйткәс, сәждәгә китер. Өс мәртәбә сәждә тәсбихе әйтеп, тәкбир әйткәс, ҡағдәгә ултырыр.

Унан һуң ошо доғаны уҡыр:« Сәжәттү лир-рахмәәнү үә әмәнтү бир- рахмәәни-фәғфирли ҙүнүүби йә рахмәәнү сәмиғнәә үә әтағнәә ғуфраанәҡә раббәнәә үә иләйкәл-мәсыйр».

Мәғәнәһе: Сәждә ҡылдым Аллаһы тәғәлә өсөн һәм иман килтерҙем. Ул Аллаһы Тәғәләгә. Шулай булғас инде минең гонаһтарымды ярлыҡа. Әй, Рәхмәт ҡылыусы Аллаһы! Әй, Раббыбыҙ, беҙ һинең ғафүеңде ишеттек һәм һиңә итәғәт ҡылдыҡ. Беҙ ахырҙа һинең хөкөмгә ҡайтасаҡбыҙ.

3.Сәждәи тиләүәт өсөн дә, намаҙҙағы кеүек, тәһәрәтле булыу, тәне, кейеме, намаҙлығы таҙа булыу, ғәүрәт ерҙәре ҡаплаулы булыу, Ҡиблаға ҡаршы булыу шарттыр. Сәждәи тиләүәттең үҙенең генә махсус ваҡыты юҡ —ҡайһы мәлдә уҡылһа ла ярай.

4.Сәждәи тиләүәттә ҡулдарҙы ҡолаҡ тәңгәленә күтәреү ҙә, ҡыям менән рәҡуғ та юҡ, сәждәһе лә бер генә тапҡыр. Намаҙ эсендә сәждә аяттарының береһен уҡыған кеше аят тамамланғас, намаҙын боҙмайынса, тәкбир әйтеп сәждәгә китер. Сәждә ҡылғас тәкбир әйтеп ҡыямға торор ҙа, сәждә аятынан һуңғы аяттарҙы уҡып, рөҡуғ ҡылыр.

5.Әгәр сәждә аятын уҡығас рөҡуғ ҡылһа, сәждәи тиләүәт ҡылыу үәжиб булмай, рөҡуғе сәждәи тиләүәт урынына тора.

6.Әгәр имам намаҙ эсендә сәждәи тиләүәт ҡылһа, уға эйәреп башҡаларға ла сәждә ҡылыу үәжиб булыр.

7.Берәү бер мәжлестә ике сәждә аятын уҡыһа йәки ишетһә, һәр аят өсөн берәр сәждәи тиләүәт ҡылыр. Әгәр бер сәждә аятын ике мәртәбә уҡыһа йә ишетһә, бер генә сәждәи тиләүәт ҡылыр.

8.Әгәр бер сәждә аятын ике мәжлестә уҡыһа йә ишетһә, ике тапҡыр сәждәи тиләүәт ҡылыр.

9.Кеше ишетерлек урында сәждә аятын ҡысҡырып уҡыу, сәждә аятының үҙен генә атап уҡыу һәм Ҡөръән уҡығанда сәждә аяттарын уҡымай ҡалдырып китеү - мәкруһ була.

10.Сабый бала, диуана кеше, хәйеҙле үә нифаслы ҡатын сәждә аятын ишетһә, уларға сәждәи тиләүәт ҡылыу мотлаҡ түгел. Мәгәр уларҙың уҡығанын ишеткән кешеләргә мотлаҡ булыр.

11.Берәү йөнөб йәки иҫерек ваҡытында сәждә аятын ишетһә, уға һуңынан сәждә ҡылыу үәжиб булыр.

Мөким үә  мосафир

[үҙгәртергә]

1.Өйҙә тороусы кешегә мөким тип әйтелер. Йөҙ саҡырым самаһы'ергә барыу ниәте менән юлға сыҡҡан кешегә мосафир тиерҙәр.

2.Сәфәргә сыҡҡан кеше ҡалаһының йә ауылының йорттары тәңгәленән уҙғаңдан башлап, йәшәгән еренә ҡайтып ингәнсе иәки икенсе ерҙә (ҡалала, ауылда) 15 көн йәшәүҙе ниәт ҡылғанға тиклем мосафир хәлендә булыр.

3.Әгәрҙә мосафир бер урында 15 көн йәшәү ниәт ҡылһа, шул сәғәттән ул мөҡим хөкөмөндә була, әгәр 15 көндө тултырмайынса тағы юлға сыҡһа, мосафир була.

4.Мосафирҙың бер ҡалала (ауылда) 15 көн йәшәү ниәте булмаһа ла, йомошо бетмәү йәки берәр хәбәр көтөү сәбәпле 15 көнгә ҡәҙәр әлеге урында йәшәһә, мосафир хөкөмөндә ҡалыр.

5.Ике ҡалала (ауылда) йорто булған кеше шул ҡалаларҙың (ауылдарҙың) ҡайһыһына барып инһә лә, мосафирлыҡтан сыға.

Әгәр әлеге ҡалаларҙың (ауылдарҙың) араһы йөҙ саҡрым һәм унан да алыҫ булһа, бер өйөнән икенсеһенә барып еткәнгә ҡәҙәр мосафир булыр.

6.Мосафирҙың өс хөкөмө бар:

1) уға өйлә, икенде, йәсиғ намаҙҙарының фарыҙҙарын икешәр рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып уҡыу үәжиб булыр;

2) ситектәренә өс көнгә хәтле мәсих ҡылыу дөрөҫ;

3) сәфәрҙә сағында Рамаҙан айы тура килһә, ураҙа тотмайынса ҡазаға ҡалдырыу дөрөс була.

7.Мосафир дүрт рәҡәғәтле сөннәттәрҙе һәм өс рәҡәғәтле ахшам үә витр намаҙҙарын ҡыҫҡартырға тейеш түгел.

Йома намаҙы

[үҙгәртергә]

1.Бәлиғ булған кешегә Йома көндө өйлә урынына Йома намаҙы уҡыу фарыҙ.

2.Йоманың фарыҙ булуына 8 шарт бар:

1) ҙүкүрат, йәғни, ир кеше булыу;

2) бүлүғ, йәғни, бәлиғ булыу;

3)ғаҡыл, йәгни, аҡыллы булыу;

4) хуррийәт - азат кеше булыу;

5) иҡамәт -мөҡим кеше булыу;

6) сыйххәт - һау кеше булыу;

7) сәләмәт ғәйн - күҙе сәләмәт булыу;

8) сәләмәт рижл - аяҡтары һау булыу.

3.Ҡатындарға, сабыйҙарға, диуаналарға зиндандағы кешеләргә, мосафирҙарға, ауырыуҙарға, ике күҙе лә һуҡырҙарға, аҡһаҡтарға, Йома намаҙы фарыҙ түгел. Улар Йома намаҙы урынына өйлә намаҙы уҡыр. Ләкин мәсеткә барып Йома намаҙы уҡыһалар дөрөҫ булыр.

4.Йома намаҙы уҡыр өсөн 6 шарт бар:

1) Миср - ислам шәһәре тиерлек бер ҙур ауылда йә ҡалала булыу;

2) Имәм - падишаһ йә мөфти тарафынан рөхсәтле кеше имам булыу;

3) Йәмәғәт - имамдан башҡа аҡылы камил йәнә өс кеше булыу;

4) Изнүғәм - һәр кемгә инергә рөхсәт булған мәсеттә уҡылыу;

5) Уаҡту ҙуһр - өйлә ваҡытында уҡылыу;

6) Хутбәһ - Йоманың фарыҙынан алда имамдың Хөтбә уҡыуы.

5.Ошо шарттарҙың береһе генә лә табылмаһа. Йома намаҙы урынына өйлә намаҙы уҡылыр.

6.Йома намаҙы 10 рәҡәғәттән тора: 4 рәҡәғәт сөннәт, 2 рәҡәғәт фарыҙ, унан һуң йәнә 4 рәҡәғәт сөннәт.

7.Мәсеткә барып ингәс, тәүҙә ике рәҡәғәт «тәхийәтүл мәсет» намаҙы уҡылыр, йома намаҙының һуңғы 4 рәҡәғәт сөннәтенән аҙаҡ өйләнең 4 рәҡәғәте уҡылыр, унан һуң Йома ваҡытын хөрмәтләп ике рәҡәғәт ваҡыт сөннәте уҡылыр.

8.Йома намаҙының ике рәҡәғәт фарыҙын уҡығансы имам Хөтбә уҡыр. Ул Хөтбәләрҙә Аллаһы тәғәләгә хәмед әйтелә, «Кәлимәи Шәһәдәт», Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм сәхәбәләргә мәдех әйтелә, әҙерәк вәғәз аяттары уҡыла, ғибрәтле вәғәз дә һөйләнелә.

9.Имам хөтбә уҡыр алдынан мөәзин: «Ускуту рахимә - кумуллаһу»,-тигәс аҙан әйтер. Мәғәнәһе: Әй, йәмәғәт, тыңлағыҙ, Аллаһы тәғәлә һеҙгә рәхмәт ҡылһа ине».

10.Имам хөтбә уҡығанда һүҙ һөйләшеү, сит эштәр менән булашыу, шулай уҡ сөннәт һәм нәфел намаҙҙары уҡыу, зикер үә тәсбих әйтеү ярамаҫ. Хөтбәне тыңлап тороу үәжиб.

11.Хөтбә уҡығанда мәсеткә килеп ингән кеше «тәхийәтүл мәсет»те, Йоманың дүрт рәҡәғәт сөннәтен уҡып тормаҫ, Йоманың фарыҙын үтәп, дүртәр рәҡәғәт ике сөннәт намаҙы уҡып, фарыҙҙан алдағы сөннәткә ҡаза ҡылыр ҙа ҡуйыр.

12.Берәү мәсеткә инеп «тәхиүәтүл мәсет»те нәки дүрт рәҡәғәт сөннәтте уҡый башлағанда Имам хөтбәгә керешһә, намаҙ боҙолмайынса  тамам ҡылыныр.

13. Имам Йоманың фарыҙына сәләм биргәнгә тиклем ойоп өлгөргән кеше мәсбуҡ булып, рәҡәғәттәрҙең ҡалғанына имамдан һуң ҡаҙа ҡылыр. Сәләмгә тиклем ойоп өлгөрмәгән кеше өйлә намаҙын уҡыр.

14. Йома көн әһле Ислам ҡаршыһында доғалар һәм иҙге ғәмәлдәр ҡылына торған байрам. Шуға ла һәр бер мосолманға Йоманы ололап, гонаһ эштәрҙән тыйылырға, иҙге эштәр генә ҡылырға тырышырға, фәҡирҙәргә саҙаҡа бирергә, ата-әсә һәм зат ырыуҙың хәлен белешергә, зыяратҡа барып йәки өйҙә Ҡөръән уҡып, сауабын үлгәндәрҙең рухына бағышларға, зикер һәм доғалар әйтергә кәрәк.

Ғәйет намаҙҙары

[үҙгәртергә]

1.Ҡатындар, сабыйҙар, ауырыуҙарҙан тыш, Йома намаҙы фарыҙ булған кешеләргә ғәйет намаҙын уҡыу ҙа үәжиб.

2.Ғәйет намаҙҙарын уҡыу өсөн 5 шарт булыу мотлаҡ:

Мисыр, изнүғәм, имам, йәмәғәт, ваҡыт.

3.Ғәйет намаҙҙарының ваҡыттары: ҡояш сығып, өс аршин күтәрелгәндән башлап, өйлә ваҡыты кергәнсе.

4.Берәй сәбәп менән ғәйдел-фытыр намаҙы беренсе Шәүүәлдә уҡылмай ҡалһа, икенсе Шәүүәлдә уҡылыр, өсөнсөһөнә ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ.

5.Ғәйет намаҙы Ҡорбан унынсы Зөлхизәлә уҡылмай ҡалһа, уникеһенә ҡәҙәр кисектереп уҡыу дөрөҫ була.

6.Ғәйет намаҙҙарының һәр икеһе икешәр рәҡәғәт. Аҙан менән ҡамәттән башҡа ҡалғаны йәмәғәт менән уҡылыр. Намаҙ ваҡыты еткәнен мөәзин мәсет манараһынан «әс- салат» тейеп ҡысҡырып белгертә.

7.Ғәйет намаҙҙарының уҡылыу тәртибе:

ниәт ҡылып, тәкбир әйтелгәндән һуң имам да, мөктәдиҙәр ҙә сәнә уҡырҙар, унан һуң һәр береһе ҡулдарын өс мәртәбә ҡолаҡ йомшаҡтарына тейҙереп, өс мәртәбә тәкбир әйтерҙәр.

Унан һуң имам ҡысҡырып сүрәләр уҡыр, икенсе рәҡәғәттең ҡыямында йәнә ҡысҡырып сүрәләр уҡыр. Сүрәләрҙән һуң рөҡүғкә китер алдынан тағы алдағы тәртип менән өс мәртәбә тәкбир әйтелер ҙә дүртенсе тәкбир менән рөҡүғкә кителер. Ҡалғаны - башҡа намаҙҙар кеүек.

8.Ғәйет намаҙына  һуңлаған кеше имам сәләм биргәнгә тиклем ойоп  өлгөрһә мәсбуҡҡа һаналып, ҡалған рәҡәғәттәрҙе имамдан һуң ҡаҙа ҡылыр. Әгәр имамдың сәләменә өлгөрмәһә, шул көйөнсә ҡалыр—ғәйет намаҙҙары ҡаҙа ҡылынмай.

9.Ғәйет намаҙҙарынан һуң имам ике тапҡыр Хөтбә уҡып, халыҡҡа вәғәз һөйләр, фытыр һәм Ҡорбан хөкөмнәрен өйрәтер, ғәйет көндәрҙә сөннәт һаналған эштәрҙе аңлатыр

Тәрәүих намаҙҙары

[үҙгәртергә]

1.Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.

2.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын ялғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт.

3.Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ кыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр.

4.Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт.

5.Ял ваҡытында тәсбих әйтеп, тәһлил әйтеп, йә әйтелгәндәрҙе иғтибар менән тыңлап ултырыу тейеш.

Ғәҙәттә тәнәфес ваҡыттарында ошо тәсбих әйтелә: «Сүбэхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләҡүүт. Сүбэхәәнә ҙил-ғиззәти үәл-ғәҙәмәти үәл- ҡудэрәти үәл-кибрийәә, и үәл-жәбәрүүт. Сүбэхәәнәл-мәликил-хәййил- ләҙи лә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡүддүү-сүр-раббүл-мәләә, икәти үәр-руух. Ләә иләәһи илләллааһу нәстәғфирул-лааһ. Нәс, әлүкәл-жәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән-наар».

Мәғәнәһе: Ерҙәге һәм күктәге мәхлүкәткә хужа булыусы Аллаһы тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ололоҡ эйәһе булыусы Аллаһы тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Барлыҡ ғәләмдең падишаһы һәм мәңге тере Аллаһы тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ул Аллаһы тәғәлә кәмселектәрҙән аҙаттыр, барса фәрештәләрҙең үә Ябраил фәрештәнең Раббыһылыр. Бер Аллаһы тәғәләнән башҡа һис Тәңре юҡ. Беҙ ул, Аллаһы тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын көтәбеҙ. Әй, Аллаһы, беҙ һинән йәннәтте һорайбыҙ. Тамуғтан һиңә һыйынабыҙ.

6. Тәрәүих намаҙҙары тамамланып, бишенсе тәсбих әйтелгәс, ошо доға уҡылыр:

«Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәдиү үә сәллим Аллааһүммә зәййиннәә бизиинәтилиимән. Үә шәррифнәә бишәраафәтил-һидәәйәти үәл-ғирфәән. Үә әкримнәә бисыйаами шәһри рамәдаан. Үәр- зүҡнәл -жәннәтә үәл-ғуфраан. Үә тәкәббәл миннәә тәрәәүиихәнәә йәә сүбэхәән. Үәс- тәжиб дуғааәнәә йәә хәннәән. Бифәдликә үә жүүдикә йәә мәннәән. Бирәхмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм уның ой йәмәғәттәренә Рәхмәт үә Сәләм ҡыл. Әй, Аллаһы, иман зиннәте менән зиннәтлә, үә йәнә ғилем үә тәүфиҡ менән шәрәфәтле ит. Үә Рамаҙан айының ураҙаһы менән хормәтле ит, беҙгә йәннәтте һәм ярлыҡауыңды насип ит.

Әй, паҡ булыусы Аллаһы, беҙҙең тәрәүихтарыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, Рәхмәт ҡылыусы үә һорамайынса биреүсе Аллаһы, фаҙылың һәм кәрәмең менән беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, камил Рәхмәт ҡылыусы Аллаһы тәғәлә, һәр нәмә Рәхмәтең менән генә булалыр.

7.Тәрәүих намаҙының һәр рәҡәғәтендә «сүрәи Фәтихә»нән һуң бер ҡыҫҡа сүрә уҡылыр. «Ҡәләм Шәриф»тең башынан алып тәрәүих намаҙҙары араһына ҡуша-ҡуша Ҡөръәнде хәтем ҡылыу олуғ сөннәттән һанала.

8.Мәсеткә тәрәүих намаҙы уҡыла башлағас килгән кеше башта йәсиҡ намаҙының дүрт рәҡәғәтен яңғыҙ уҡып, һуңынан тәрәүихты  ниәтләп, имамға ойорға тейеш.

9.Һуңға ҡалған кеше тәрәүихтың ҡалған рәҡәғәттәрен имамдан һуң үҙе тамамлап ҡуйыр. Әгәр имам витрҙы уҡый башлағансы тәрәүихты тамамлаһа, имамға мәсбук булып ойор. Әгәр инде тәрәүихты тамамлағансы имам витрҙы уҡып бөтһә, витрҙы ла яңғыҙ уҡыр.

Нәфел намаҙҙары

[үҙгәртергә]

1.Икенде үә йәсих намаҙҙары алдынан дүртәр рәҡәғәт нәфел намаҙҙары уҡыу, йәнә йәсих һәм өйлә намаҙҙарынан һуң һуңғы икешәр рәҡәғәт сөннәттәрҙе дүртешәр итеп уҡыу-сөннәт дәрәжәһендәге күп сауаплы ғәмәл.

2.Намаҙ уҡыу мәкруһ булмаған ваҡытта икешәр, дүртәр, алтышар йә һигеҙәр рәҡәғәт нәфел намаҙҙары уҡыу мөстәхәбтер.

3.4,6,8 рәҡәғәтле нәфел намаҙҙарының һәр ҡағдәһендә салауат менән доға уҡыу тейеш.

4.Ниәт ҡылып керешелгән нәфел намаҙын уҡып бөтөрөү үәжиб, намаҙҙы боҙоу харам. Әгәр боҙола, һуңынан ҡаҙа ҡылыу тейеш.

5.Юлда, ат өҫтөндә барғанда нәфел намаҙы уҡый барыу дөрөҫ. Ул саҡта Ҡиблаға ҡаршы уҡыу шарт түгел-юлы ҡайһы тарафҡа барһа, шул яҡҡа табан уҡыу дөрөҫ була.

6.Нәфел намаҙҙарының мәшһүрҙәре ошолар: 1) Хәжәт намаҙы; 2) Истискә намаҙы; 3) Тәүбә намаҙы;4) Хәүеф намаҙы; 5)Көсөф намаҙы; 6)Хөсөф намаҙы; 7)Сәфәр намаҙы; 8) Шөкөр намаҙы; 9) Ишрәк намаҙы; 10) Ҙөхә намаҙы; 11) Әүүәбин намаҙы; 12) Тәһәжжүд намаҙы; 13) һәүел намаҙы; 14) Мәсет намаҙы; 15) Истихәрә намаҙы.

7.Хәжәт намаҙы-Аллаһы тәғәләнән бер мораҙға ирештереүҙе һорап, доға ҡылыр алдынан уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

8.Истискә намаҙы-ҡоролоҡ йылында  Аллаһы тәғәләнән ямғыр һорап, доға ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙ ҡырҙа уҡылыр.

Истискә намаҙынан һуң, ошоно уҡып, доға ҡылына:

«Аллаһүммә әски ғибәәдәки үәрхәм бәһәәимәк. Аллааһүммә әмәртәнә бидуғаа, икә үә үәғәттәнәә би, ижәәбәтикә фәҡәдэ- дәғәүнәәкә кәмәә әмәртәнәә фә әжибэнәә кәмәә үәғәттәнәә. Аллааһүммә илләм тәрхәм лиәнфүсинәә ликәҫрәти ҙүнүбинәә фәрхәм сибэйәәнәнәә үә бәһәә, имәк».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, ҡолдарыңды һуғар, хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл. Йә, Рабби, беҙгә доға ҡылырға бойорҙоң һәм ҡабул итергә вәғәҙә бирҙең. Инде беҙ һиңә Үҙең «бойорғанса доға ҡылабыҙ, шулай булғас инде һин, вәғәҙәң буйынса беҙҙең доғабыҙҙы ҡабул ҡыл. Йә, Рабби, әгәр ҙә гонаһтарыбыҙ күп булыу сәбәпле үҙебеҙгә Рәхмәт ҡылмаһаң, гонаһһыҙ сабыйҙарыбыҙға үә хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл.         

9.Әгәр тәүге көн истискә намаҙын уҡып та, ямғыр яумаһа, йәнә ике көн шул рәүешле истискә ҡылырҙар.

10.Ҡырҙа истискә ҡылған саҡта ямғыр яуа башлаһа, баш киемдәрен сисеп, баштарын ямғыр аҫтында тоторҙар, Аллаһы тәғәләгә шөкөр ҡылырҙар.

11.Тәүбә намаҙы-гонаһтар өсөн үкенеп, тәүбә ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

Уны уҡығандан һуң ошо истиғфәр ҡылыныр: «Әстәғфируллааһ. Әстәғфируллааһә. Әстәғфируллааһә тәғәәләә мин күлли ҙәмбин үә әҙнәбэтүһү ғәмдәү үә хата, ән сирраү үә минәҙ-ҙәмбил-ләҙии ләә әғләмү иннәкә әнтә ғәлләәмүл-ғүйүүбэ».

Мәғәнәһе: Аллаһы тәғәләнән мине барлыҡ гонаһтарымдан ярлыҡауын теләйем, юрамал ҡылған гонаһтарымдан да, хаталыҡ менән ҡылған гонаһтарымдан да, йәшерен ҡылған гонаһтарымдан да үә йәнә Аллаһы тәғәләгә белеп ҡылған гонаһтарымдан да тәүбә ҡыламын, йәғни үкенескә ҡайтамын. Әй, Аллаһы, һин ғәйептәрҙе лә белеүсеһең.

12.Хәүеф намаҙы-бер бәләнең йә афәттең булмауын теләп доға ҡылыр алдынан уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Ғәрәсәт йә дауыл булғанда, күк күкрәп ямғыр яуғанда, ҡаты ямғыр йәки боҙ яуғанда, һыу ташҡанда, зилзилә булып, ер һелкенә башлағанда, ныҡ эҫе үә ҡаты һыуыҡтар булғанда ошо намаҙ уҡылыр.

13.Көсөф намаҙы - ҡояш тотолғанда имам һәм йәмәғәт менән мәсеттә уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙҙың ҡыйрәтендә имам бик оҙон сүрәләр уҡыр(эстән), һәр кем ҡояштың нуры асылғансы Аллаһы тәғәләгә хәмед үә тәсбих әйтер.

14.Хөсөф намаҙы - Ай тотолғанда өйҙә яңғыҙ уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

15.Сәфәр намаҙы - юлға сығар алдынан, сәфәрҙең уңышлы булыуын теләп доға уҡыр өсөн ҡылына торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

16.Шөкөр намаҙы - бер оло дәүләткә, ниғмәткә үә мәртәбәгә ирешкәс, йә бер маҡсат алдыңа килгәс, Аллаһы тәгәләгә шөкөр ҡылыу ниәте менән уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

17.Ишрәк намаҙы - ҡояш тыуып күтәрелә башлағас уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

18.Ҙөхә намаҙы - ҡояш тыуған ваҡыт менән өйлә ваҡытының ҡап уртаһында уҡыла

торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.         ч

19.Әүүәбин намаҙы - ахшам намаҙын уҡып бөткәс уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

20.Тәһәжжүд намаҙы - төндә йоҡонан уянып, таң атҡансы уҡыла торған йә 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

21.һәүел намаҙы - бер мосолман кешенең вафатын ишеткән көндә ахшамдан һуң уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Уның сауабы шул мәйеттең рухына бағышланыр.

22.Мәсет намаҙы - йәғни «тәхиәтүл мәсет», мәсеткә инеү менән уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Йомаға ингәндә, йәки мәсетте ҡарап сығыу өсөн ингәндә уҡылыр.

23.Истихәрә намаҙы - бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

Уны уҡығандан һуң ошо доға уҡылыр: «Аллааһүммә иннии әстәхиирүкә биғилмикә үә әстәҡдирүкә биҡүдэрәтикә үә әс, әлүкә мин фадликә фәиннәкә тәҡэдирү үә ләә әҡэдирү үә тәғләмү үә ләә әғләмү үә әнтә ғәлләмүл-ғүйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмрә хайрул лии фии диннии үә мәғәәшии үә ғәәкибәтә әмрии ,фәҡэдирһү лии үә йәссрһү лии ҫүммә бәәрик лии фии. Үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмрә хайрул лии фии диинии үә мәғәәшии үәғәәҡыйбәтә әмрии фәсрифһү ғәннии үәссрифнии ғәнһү үәҡэдир лийәл-хайра әйнәмә күнтү. Иннәкә ғәләә күлли шәй, ин ҡаддиир».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән яҡшылыҡ эҫтәймен һәм ҡөҙрәт эҫтәймен үә һинең фаҙылыңды һораймын, тәхҡиҡ, һин һәр нәмәгә ҡадирһың, мин үҙем һис бер нәмәгә ҡадир түгелмен. Йәнә һин һәр нәмәне беләһең, мин белмәйем. Тәхҡиҡ, һин һәр бер ғәйепте лә белеүсе. Әй, Аллаһ, әгәр ҙә ошо эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн хәйер тип белһәң, ул эште миңә насип үә миәссәр ҡыл, һәм ул эште минең өсөн мөбәрәк ҡыл. Әгәр ҙә был эште минең динем, донъям үә әхирәтем өсөн зарарлы һәм яман тип белһәң, ул эште минән, мине ул эштән дүндер. Йәнә миңә ҡайҙа булһам да хәйерле эштәрҙе насип ит. Тәхҡиҡ, һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер.

УРАҘА, ЗӘКӘТ ҺӘМ ХАЖ

[үҙгәртергә]

«Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс-сыяму кәмәә күтибә ғәләл- ләҙиинә миң ҡабликүм лә*әлләкүм тәттәҡүн ». Мәғәнәһе:    Әй, мөьмин бәндәләр, элекке замандағы мөьминдәргә фарыҙ ҡылынған кеүек, тәҡүәлегегеҙ артһын өсөн, Рамаҙанда ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыҙ ҡылынды.

(АЯТ-КӘРИМӘ)

«Ликүлли шәй, ин зәкәәтүн үә зәкәәтүл- жәсәдис-сыйам». Мәғәнәһе: һәр нәмәнең бер зәкәте, йәғни паҡлаусыһы булалыр. Тәндең зәкәте - ураҙа.

(ХӘДИС- ШӘРИФ)

[үҙгәртергә]

САУМ-УРАҘА

1.Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу, йәғни, таң яҡтылығы йәйелгәндән башлап, ҡояш батҡансы ашамай-эсмәй үә ир менән ҡатынға яҡынлыҡ ҡылмай тороу - бәлиғ һәм ғаҡыл булған һәр мөьмин өсөн фарыҙҙыр.

2.Ураҙаның шарттары өсәү: 1) ниәт ҡылыу; 2) ашау-эсеүҙән тыйылыу; 3) яҡынлыҡтан тыйылыу.

3.Ураҙа булыуға сәхәр эскәндән һуң, таң атҡансы ниәт ҡылыу мөстәхәб. Шулай уҡ өйлә ваҡытына бер сәғәттән ашыу ҡалғас ниәтләһәң дә дөрөҫ булыр.

4.Ураҙаға бар күңел менән ниәт ҡылыу тейеш. Тел менән әйтмәйенсә, күңеленән генә иртәгә ураҙа тотасағын уйлаһа ла ураҙаһы дөрөҫ булыр.

5.Ғәрәпсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамадданә минәл-фәжри иләл- мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәләә».

Мәғәнәһе: Аллаһы тәғәлә өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тотмаҡҡа, таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы.

6.Ҡояш байығас ураҙаны тамамлап, бер тәғәм, тоҙ йә һыу менән ифтәр ҡылыу, йәғни ауыҙҙы асыу сөннәт. Хөрмә, йөҙөм кеүек Емештәр менән ифтәр ҡылыу мөхтәсәбтер.

7. Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡикә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффаарү мә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.

8. Ураҙа булған кеше:

1) таң атҡансы төндә тороп, сәхәр эсер;

2) үҙ-үҙен гонаһ эштәрҙән тыйыуҙы ниәт ҡылыр;

3) Буш ваҡыттарында дини китаптар уҡыр;

4) ҡояш байығас, ахшамдан алда ифтәр ҡылыр.

Ураҙа ваҡытында ошо ғәмәлдәр ҡылыу мәкруһтыр:

1)буш һүҙ һөйләү;

2)әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү;

3)мунсала оҙаҡ ултырыу;

4)һыуға сумып ҡойоноу;

5)тәғәм йә һағыҙ сәйнәү;

6)тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;

7)үбешеү;

8)бер ҙә ифтәр ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;

9)ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;

10)ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу.

Ураҙа булған кешегә ошо эштәр ҡылыу тыйылмай:

1)һатып алынасаҡ ризыҡты татып ҡарау;

2) балаға тәғәм сәйнәп биреү;

3)күҙгә һөрмә тартыу;

4) мыйыҡ һәм иренде майлау;

5)тештәрҙе таҙартыу;

6) ҡан алдырыу;

7) һөлөк һалдырыу;

8)ҡомған менән ғөсөл ҡойоноу;

9) мунсала тирләп сығыу; 1

0)һабын менән йыуыныу.      

9.Ураҙаны боҙа:

1) борсаҡ дәүмәле генә булһа ла бер тәғәм йәки дарыу йотоу;

2) бер генә тамсы булһа ла һыу йотоу;

3)яҡынлыҡ ҡылыу;

4) укол алыу.

10.Ураҙаны үҙ ихтияры менән боҙған кешегә бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаҙа ҡылыу һәм боҙған өсөн кәфәрәт ҡылыу тейеш.

11.Ураҙа кәфәрәте шулай ҡылына: Әгәр донъяла ҡолдар бөтмәгән урын булһа, бер ҡолдо һатып алып азат итергә кәрәк. Әгәр ҡол табылмаһа, йәки һатып алырға байлығы етмәһә, бО көн өҙлөкһөҙ ураҙа тотоу тейешле. Әгәр ҙә зәғифлек сәбәпле уны үтәй алмаһа, 60 фәҡиргә туйғансы аш ашатыу тейеш.

12. Бер ураҙа кеше яңылыш бер аҙ аш йә һыу йотоп ебәрһә, тамағына ямғыр үә ҡар китһә йәки ҡоҫһа, йәки таң атҡас ифтәр ҡылһа - ураҙаһы боҙолор. Ундай кешегә Рамаҙандан йуң ҡаза ҡылыу тейеш, кәфәрәт лазым булмаҫ.

13.Ураҙаһы боҙолған кешегә ҡояш байығансы барыбер ашамай-эсмәй тороу тейешле.

14.Бер кешенең тамағына туҙан, тупраҡ, йөн йәки төтөн инһә, йәки төкөрөгөн, ҡаҡырығын, теш араһында ҡалған тәғәм киҫәген йотһа, йәки ураҙа икәнен онотоп ашап-эсһә йә енси яҡынлыҡ ҡылһа, ураҙаһы боҙолмаҫ.

15.Хәйезле йә нифаслы ҡатындарға ураҙа тотоу дөрөҫ түгел. Улар Рамаҙанда тотолмай ҡалған ураҙаларын, аҙаҡтан ҡаза ҡылырҙар.

16.Ураҙа тоторлоҡ рәте киткән бик зәғиф йәки үтә ҡарт кеше ураҙа тотмайынса, һәр көндөң ураҙаһы урынына бер фәҡиргә туйырлыҡ аш йәки туйырлыҡ аш алырға етерлек аҡса бирер.

17.Әгәрҙә Рамаҙан үткәс шул ҡартҡа хәл кереп китһә, ҡалған ураҙаларын ҡаза ҡылыр.

18.Йөклө һәм имеҙеүле ҡатындар үҙҙәренә үә балаларының һаулығына зарар килеүҙән ҡурҡһалар, йәңә ауырыу кешеләр сирҙәре көсәйеүҙән ҡурҡһалар, ураҙа тотмаһалар ҙа ярай. Улар ураҙаларын Рамаҙандан һуң ҡаза ҡылырҙар.

19.Рамаҙанда мосафир булған кешегә ^ә ураҙа тотмау дөрөҫ булыр. Сәфәренән ҡайтҡас ураҙаларын ҡаза ҡылыу лазым булыр.

20.Таң атҡас сәфәргә сыҡҡан кешегә, мосафир булдым тип ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә боҙған хәлдә - ҡаза кылыу лазым булыр.

21.Ураҙаһы булмаған хәлдә лә көндөҙ әйенә ҡайтып еткән мосафирға ҡояш байығанса ураҙа һымаҡ ашамай-эсмәй тороу мөстәхәбтер.

22.Тотолмай ҡалған ураҙаларын һау сағында ҡаза кылып бөтөрмәгән кеше ауырыуға һабышһа, уға ҡазаға ҡалған ураҙалары өсөн фидиә биреү юлы менән вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб булыр.

23.Әгәр васыят әйткән кеше вафат булһа, вариҫтарына ҡалған малдың өстән бер өлөшө тиклем фидиә биреү үәжиб.

24.Йәкшәмбе йә дүшәмбе көндәрендә, ғәшүрә, рәғәип, бәрәәт үә ғәрәфә көндәрендә, зөлхиҙә һәм мөхәррәм айҙарының тәүге аҙнаһы көндәрендә, шулай уҡ ай тулған ваҡытта өс көн ураҙа тотоу сауаплы һәм мөхтәсәб ғәмәлдәр.

25.Нәфел ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр боҙолһа - ҡаза ҡылынырға тейеш.

26.Ҡунаҡ килеү йә ашҡа саҡырылыу сәбәпле нәфел ураҙаны өйләгә ҡәҙәр боҙоу дөрөҫ була.

27.Ике ғәйет көнөндә, үә өс тәшрик көнөндә, йәнә яңғыҙ Йома көнөндә генә, йә шәмбе көнөндә генә ураҙа тотоу дөрөҫ түгел.

28.Шәғбәндең 30-сы көнөндә, ахшамдан һуң, ай күренмәһә, 30 көнөндә ай күренеү хәбәрен көтөп өйлә ваҡыттарына ҡәҙәр ураҙа булып тороу мөстәхәбтер.

29.Әгәр ай күренеү хәбәре килһә, шул көйөнсә ниәтләп, ураҙа булыныр. Ай күренеү хәбәре килмәһә, ураҙаны боҙоу тейешле.

30.29-сы шәғбәндә ай күренмәгән булһа, 30- сы көнөн Рамаҙандан иҫәпләп ураҙа тотоу - мәкруһтыр. Ул көндө нәфел ниәте менән ураҙа тотоу дөрөҫ булыр.

31.Ҡояш байыған саҡта ай күренә торған тәңгәлдә болот йә туҙан булмаһа, Рамаҙан башы өсөн дә, шәүүәл башы өсөн дә айҙы күп кешенең күреүе шарт, ике-өс кешенең генә күреүе ҡабул ителмәҫ.

32.Әгәр ҙә ай күренә торған тәңгәлдә болот, тузан йәки йонсоу булһа, Рамаҙан башы өсөн бер тоғро кешенең айҙы күреүе ҡабул ителеп, иртәгәһенә ураҙаға керелер.

33.Шәүүәл башы өсөн ике тоғро ир кешенең йәки бер тоғро ир менән ике тоғро ҡатындың күреүе ҡабул ителер, иртәгәһенә ғәйдел- фытыр уҡылыр.

34.Бәлиғ үә ғаҡыл булып, олуғ гонаһтарҙан һаҡланмаған, алдашыу холҡо булмаған камил мосолман кеше тоғро, ғәҙел кешегә хисап ҡылыныр.

Иғтикәф

[үҙгәртергә]

1. Рамаҙандың һуңғы ун көнлөгөндә, кәмендә бер тәүлек ир кешеләр мәсеттә ғүмер кисереп, ҡатындарға өйҙәрендә, намаҙ уҡыған ерҙәрендә ултырып, иғтикәф ҡылыу сөннәттер.

2.Иғтикәф ҡылыусы ирҙәр мәсеттә ашан- эсерҙәр, шунда ҡунырҙар. Уларға бәдрәфкә барыу өсөн, тәһәрәт алыу, аш-һыу алып килеү өсөн генә мәсеттән сығыу дәрәҫ була.

3.Әгәр ғөҙөрһөҙ бер донъя артынан мәсеттән сығып, алты сәғәттән ашыу ваҡыт үтһә, иғтикәф боҙолор.

4.Иғтикәфтәге кешеләргә хатта ҡатындарҙың тәненә ҡул тейҙереү харам. Әгәр мәсеттән сыҡҡан саҡтарында енси яҡынлыҡ ҡылһалар - иғтикәф боҙолор.

5.Иғтикәфтәге кешеләр мәсеттә намаҙ уҡырҙар, ғилем өйренерҙәр йәки өйрәтерҙәр, зикер үә  тәсбих әйтерҙәр, китап ҡарап, дин мәсьәләләре хаҡында һөйләшерҙәр, Уларға мәсеттә донъя эштәре ҡылыу һәм донъяуи ҡүҙ һөйләшеү мәкруһтыр.

«Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим (Әй әл- мүьминиинә) садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийә, иһиим үә түраддү иләә фуҡараа, иһим».

Мәғәнәһе: Тәхкик, Аллаһы тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт садаҡаһы биреүҙе фарыҙ ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып, йәмгеһенең ҡырҡтан бер өлөшө самаһы. Мәҫәлән, 20 мыҫҡал алтындан ярты мыҫҡалы зәкәткә бирелә. 140 мыҫҡал көмөштөң өс мыҫҡалы зәкәткә бирелер. Баҡыр аҡса һәм сауҙа малы көмөш баһаһы менән хисап ҡылыныр.

4.Әгәр берәүҙең алтыны үҙе генә нисбәткә тулмаһа, көмөш, баҡыр үә ҡағыҙ аҡсалар һәм сауҙа малдары менән бергә иҫәпләнеп хисап ҡылыныр. Әгәр йәмгеһенең баһаһы көмөш нисбәтенә тулһа, баһаларының ҡырҡтан бер өлөшө зәкәткә бирелергә тейеш.

5.Ҡырҡ һумлыҡ малдан зәкәткә бер һум, 100 һумлыҡтан 2 һум 50 тин, 1000 һумлыҡ малдан 25 һум бирелер.

6.Ҡырҡ баш һарыҡ һәм кәзәнән бер башы зәкәткә бирелер. Әгәр ҙә ҡырҡтан артыҡ булғанда, һәр 100 баштан бер башы бирелер.

7.30 һыйыр өсөн бер йешлек бер быҙау бирелә. 40 һыйыр өсөн ике йәшлек бер башмаҡ бирелер. Унан артҡандарының һәр береһе өсөн бер йәшлек быҙау хаҡының 30- дан бер өлөшө бирелер. Мәҫәлән, бер быҙауҙың хаҡы 6000 һум булһа, нисбәттән артҡан һәр һыйыр өсөн 200 һум зәкәт бирелер.

8.Егерме дүрт башҡа тулғансы һәр биш дөйә өсөн бер һарыҡ бирелер. Әгәр 25-кә тулһа, һәр 25 дөйә өсөн бер дөйә балаһы бирелер.

9. Аттарҙың һәр береһе өсөн хаҡының ҡырҡтан бер өлөшө бирелер.

10. Зәкәт өсөн тейешле булған мал урынынауларҙың хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр

11.Йыл башында нисбәт ҡәҙәре малға хужа булып, йыл аҙағында улар үрсеп китһә, ул кешегә малының йәмгеһенән зәкәт биреү фарыҙ, сөнки үрсегән мал өсөн йыл тулмаһа ла зәкәттәрен сығрыу тейешле.

ЗӘКӘТ БИРЕЛӘ ТОРҒАН КЕШЕЛӘР

[үҙгәртергә]

1. Зәкәтте ҡулында нисбәт ҡәҙәр малы булмаған намаҙҙарын ҡалдырмайса уҡыған фәҡир үә байғош кешеләргә бирелеү тейеш.

2. Йортонда малы ҡалып та, ҡулында малы булмаған мосафирға, йортонда нисбәт ҡәҙәре малы күренһә лә бурысы күп булған кеше бурысын түләп бөтөрөргә ярҙам булһын өсөн, зәкәт бирелә.

3.Зәкәт ғалимға, зәкәт йыйырға тәғәйенләнгән кешегә лә бирелер: унда йыйылған зәкәт аҡсаһы'малдың фәҡирҙәргә бирелә торған өлөшөнә ҡушылыр. Ғамил бай кеше булған хәлдә лә, уға хеҙмәт хаҡы итеп зәкәттән йыйылған малдан өлөш сығарыла.

4. Кеше зәкәтте үҙенең ата-әсәһенә, яҡын туғандарына, балаларына, балаларының балаларына, йәнә иренә, ҡатынына, ҡулында нисбәт ҡәҙәре малы булған бай кешегә, уның балаһына бирергә тейеш түгел. Әгәр бирелә ҡалһа, зәкәткә хисап ҡылынмаҫ, бүләк тә һәдиә хөкөмөндә булыр.

5.Зәкәтте үҙенең фәҡир ҡорҙаштарыңа, фәҡир шәкерттәгә, фәҡир тол ҡатындарға, кәсептән мәхрүм булған зәғифтәргә биреү артығыраҡ. Ҡулдарында нисбәт ҡәҙәре малҙары булып та, дин үә ғалим хеҙмәтендә булып кәсептән, вазифанан мәхрүм булған кешеләргә лә зәкәт биреү дөрөҫ. Сөнки улар ҡасан үҙ кәсептәренә тотоноп киткәнсе һәр береһе фәҡир хөкөмөндә.

6.Бер малды зәкәт итеп биргән ваҡытта хужа кеше уның зәкәттән булыуына ниәт ҡылып, йәнә алыусының ҡулына тапшырып, йолаһын үтәп биреү лазым. Зәкәт ниәте менән бирелмәгән йәки алыусының ҡулына тапшырылмаған - мал  зәкәттән хисап ҡылынмай.

7.Әгәр бер мал зәкәткә бирергә тип тәғәйенләнһә, биргән саҡта зәкәттән булыуына ниәт ҡылынмаһа ла зәкәткә хисап ҡылыныр.

8.Зәкәт суммаһын айырым йыйып, фәҡирҙәрҙең үҙ ҡулына тапшыра торған Хәйриәләр Йәмғиәтенә зәкәт биреү ҙә дөрөҫ. Ул саҡта Йәмғиәттең хазиналары (казначейы) зәкәт биреүсенең вәкиле хөкөмөндә булыр.

1.Ямғыр һыуы менән үҫкән ашлыҡтан, йәшелсә-емештән, бесәндән һәм балдан бирелә торған зәкәт ғөшөр була. Уларҙан уңыш йыйылғандан һуң йылына бер мәртәбә ундан бер өлөш ҡәҙәрен фәҡирҙәргә биреү фарыҙ.

2.Ғөшөр мөлкәтенең нисбәте юҡ, ни ҡәҙәр йыйып алынһа, шул ҡәҙәренән ғөшөр бирелә. Игеү, урыу һәм уңышты тәрбиә ҡылыу хәрәждәре лә сығарылмаҫ.

3.Тейешле мөлкәттән ғөшөр фарыҙ булыу осөн хужаларҙың бәлиғ, ғаҡыл һәм бай булыуҙары ла шарт түгел. Сабый, диуана үә фәҡир кешеләрҙең уңыштарынан да ғөшөр өлөшө сығарылыу тейеш.

4.Утын, ҡамыш кеүек нәмәләрҙән ғөшөр сығарыу лазым булмаҫ.

5.Ямғырһыҙ, ҡоро ерҙәрҙә арыҡ һәм күнәктәр менән һуғарып үҫтергән ашлыҡтан тулы ғөшөр бирелмәҫ, ул уңыштың егерменән бер өлөшө миҡдарында бирелер.

6.Ғөшөр ҙә зәкәт бирелә торған фәҡир кешеләргә бирелер.

1. Донъяһы етеш кешегә Рамаҙандан һуң, гәйдел- фытыр көнөндә үҙе һәм сабый балалары иҫеменән фытыр садаҡаһы биреү үәжиб булыр.

2.Ҡатыны һәм балалары.бәлиғ булып, етеш йәшәһәләр, фытыр уларҙың үҙҙәренән тейеш. Әгәр фәҡир булһалар, береһенән дә тейеш булмаҫ.

3.Әгәр берәү ҡатыны һәм өлкәнәйгән балалары өсөн дә фытыр саҙаҡаһын үҙе бирһә, әлбиттә, сауаплы булыр.

4.Ауырлыҡ менән донъя көткән кешеләр өсөн фытыр садаҡаһы биреү мотлаҡ түгел. Әгәр инде бирмәксе булһалар, үҙҙәренәндә фәҡирерәк кешеләргә биреү тейеш.

5.Фытыр саҙаҡаһы ғәйдел-фытыр көнөндә, иртәнсәк, ғәйет намаҙы уҡылғанға тиклем бирелһә, сауаплыраҡ, сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған кешене байрам алдынан ҡыуандырыу яҡшыраҡ. Рамаҙан айында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ.

6.Фытыр саҙаҡаһы ла, зәкәт менән ғөшөр кеүек, фәҡир кешеләргә генә бирелер.

7.Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ бойҙай йәки һигеҙ ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ хөрмә, йә һигеҙ ҡаҙаҡ йөҙөм биреү ҙә ярай. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр.

1. Ҡазаға ҡалдырылып та ҡаза ҡылынмаған ураҙалары булған кешегә, үҙенән ҡаласаҡ малынан шул ураҙалары өсөн фидиә бирергә тип вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб.

2.Васыят әйткән кеше вафат булһа, уның ҡалған малының өстән бер өлөшө миҡдарында һәр бер ҡаза ҡылынмаған ураҙалары өсөн фидиә биреү мәрхүмдең вариҫтарына үәжиб.

3.Фидиәнең күләме һәр бер ураҙа көнө өсөн үә биш ваҡыт намаҙҙың һәр береһе өсөн үә витр намаҙы өсөн бер фытыр саҙаҡаһына тиң.

4.Үҙ ваҡытында тотолған йәки ҡаза ҡылынған ураҙа һәм уҡылған намаҙҙар, ҡаза ҡылынған намаҙҙар өсөн фидиә биреү лазым түгел, шулай ҙа биреүҙә зыян юҡ. Шуға күрә күп вариҫтар мәйеттең бәлиғ булғанына үлгәненә тиклем фарыҙ һаналған ураҙа һәм намаҙҙарына иҫәпләп, барыһы өсөн дә фидиә бирәләр.

Саҙаҡа

[үҙгәртергә]

1.Зәкәт, ғөшөр, фытыр, фидиә һәм кәффәрәт саҙаҡалары фәҡирҙәр хаҡы булған фарыҙ үә үәжиб саҙаҡалар. Уларҙы мөьмин булмаған һәм фәҡир булмаған кешегә биреү, йәки юл төҙөү, күпер эшләтеү, ҡоҙоҡ эшләтеү, мәсет үә мәҙрәсәләр һалдырыу кеүек бөтөн халыҡ өсөн булған дөйөм эштәргә тотоноу дөрөҫ булмаҫ.

2.Быларҙан башҡалары һәм дөйөм халыҡ файҙаһы өсөн тотонолған аҡсалар нәфел саҙаҡалары була. Уларҙы биреү ҙә ныҡ сауаплы мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала.

3.Саҙаҡаны күп биреү гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә, бәлә һәм афәттәрҙән имен ҡалырға ярҙам итә.

4.Фәҡирлек үә мохтажлыҡ арҡаһында саҙаҡа һораған кешегә ҡаты һүҙ әйтеү харам. Әҙ булһа ла бер нәмә биреү һәм яҡшы һүҙ менән йыуатыу сауапты арттыра.

5.Бер нисә көн йән аҫрарлыҡ риҙығы булған кешегә саҙаҡа һорау харам. Әммә кейем- һалым кеүек үҙендә булмағанды һорау харам түгел.

6.Мохтажлығы булмаған кешегә саҙаҡа биреп, уны теләнселеккә ғәҙәтләндереү - мәкруһ.

7.Саҙаҡа бирелгәндән һуң, биргән кешегә хәйер теләп, ошо доға уҡыла:

« Аллааһүммә- хфәҙ сәхибә һәҙиһис-садәҡати ғәниләәфәәти үәл-бәлиййәәти үәғфир ҙүйүүбәһүү үә әҡҡид иимәәнәһүү үә әкҫир әмүәә-ләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡәсидиһ»

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы ошо саҙаҡа биреүсене афәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә йәнә уның гонаһтарын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә уның малдарын арттыр, үә йәнә уны хәйерле маҡсаттарға ирештер.

Ҡорбан

[үҙгәртергә]

1.Topмошo етеш булған кешегә 10-сы зөлхизәлә ғәйдәл-Ҡорбан намаҙынан һуң үҙе өсөн бер ҡорбан салып, күршеләрен үә фәҡирҙәрҙе хөрмәт ҡылыу үәжибтер.

2.Ҡорбан 10-сы зөхизәлә боғаҙланмай ҡалһа, 11-се йәки 12-се зөлхизәлә боғаҙлаһаң да дөрөҫ булыр. Әммә 12-се ҙөлхизәлә ҡояш байымаҫ борон салып ҡалыу дөрөҫ булыр.

3.Ваҡытында ҡорбан сала алмай ҡалған кешегә уның хаҡын фәҡирҙәргә саҙаҡа итеп таратыу ҙа ярай.

4.Ҡорбанды кис йәки төндә салыу - мәкруһтыр.

5.Ҡорбан өсөн ҡуй-һарыҡ, кәзә,һыйыр,дөйә кеүек айыры тояҡлы мал ғына салыныр. Ат, тауыҡ, ҡаҙ ише хайуандар ҡорбанға ярамай.

6.Ҡуй-һарыҡ менән кәзәне тик бер кеше генә ҡорбан ҡыла ала, һыйыр менән дөйәне ете кеше бер булып ҡорбан сала ала.

7.Ҡорбан тиеләсәк һарыҡ менән кәзәнең бер йәше, һыйырҙың ике йәше, дөйәнең биш тулған булыуы кәрәк.

8.Өлкән һәм һимеҙ булһа ярты йәшлек һарыҡты ҡорбан ҡылырға була, ләкин был кәзәгә ҡағылмай.

9.Һыйыр йә дөйәне ете кеше бер булып ҡорбан ҡылһалар, уларҙың һәр береһе ҡорбан ғәмәлен ниәтләргә тейеш.

10.Әгәр араларынан береһе тик ит алыр өсөн генә ҡатнашһа, ҡалған алтауының да өлөшө ҡорбанға һаналмаҫ.

11.Күмәкләп салған ҡорбанға йәш балаларҙы индереп ете кешегә тултырһаң да дөрөҫ булыр, әммә мәйет өлөшөн һау кешеләрҙең ҡорбанына ҡатыштырыу ярамай.

12.Сауабын бер мәйеткә бағышлау ниәте менән шул мәрхүм өсөн бер ҡорбан боғаҙлау дөрөҫ була.

13.Күмәкләп салған ҡорбандың итен итен киҫәкләп түгел, үлсәп бүлешеү тейештер.

14.Бай кешегә ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, өлөшөн фәҡирҙәргә өләшеү, Өлөшө менән ҡунаҡтарын хөрмәт итеү, өсөнсө өлөш менән туғандарын, күрше- күләнен һыйлау мөстәхәбтер.

15.Урта хәлле кешегә туған-тумасаларын ғына ҡунаҡ итеү ҙә дөрөҫтөр.

16.Ҡорбандың тиреһен йәки уның хаҡын бер фәҡиргә саҙаҡа урынына биреү мөстәхәбтер. Уны һатып, аҡсаһын үҙ кәрәк - ярағыңа тотоноу дөрөҫ түгел. Әгәр һатмайынса, күн йәки тун итһә, дөрөҫ булыр.

17.Ир кеше ҡорбанлыҡ малды үҙе салһа ла, икенсе бер мосолмандан бысаҡлатһа ла ярай.

18.Бысаҡлар алдынан ҡорбандың эйәһе йәки боғаҙлаусы кеше малға ҡарап ошо доғаны әйтер:  

«Аллааһүммә       иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләәһи раббил-ғәәләминә ләә шәриикә ләһ. Аллааһүммә тәҡәббәл һәәҙиһил-удхиййәтә (мин фүләәниибни фүләән) йәки (мин фүләәнәтәә бинти фүләән)». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, тәхҡиҡ, минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә йәшәүем үә үлеүем барса ғәләмдең хужаһы булыусы Аллаһы тәғәлә өсөн үә уның ҡөҙрәтендәлер. Ул Аллаһы тәғәләнең һис шәрике юҡтыр. Әй, Аллаһ, ошо ҡорбанды фәлән улынан йәки фәләнә фәлән ҡыҙынан ҡабул ҡыл.

19.Ҡорбан салдырасаҡ кешегә, хажиҙарға оҡшау өсөн, зөлхиҙә айы кергәндән һуң сәсен алдырмайынса һәм тырнаҡтарын ҡырҡмайынса тороу мөстәхәбтер.

20.Ҡорбанлыҡ өсөн аҡ йә күк төҫтәге бөтөн ағзалары теүәл булған, сәләмәт, ҙур мөгөҙлө һимеҙ мал хәйерлерәк.

21.Ҡоторған йәки ҡорсаңғы, тыумыштан мөгөҙһөҙ һәм бестерелгән мал да ҡорбанлыҡҡа ярай.

22.Үә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжә лә сатан мал, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.

«Бүниәл ислаамү ғәләә хамсин: шәһәәдәту әл-ләә иләәһә илләллааһу үә әннә Мүхәммәдәр-расүүлүл-лаһи үә иҡҡамиссаләәти үә иитәәәииз-зәкәәти үә сауми рамадаанәи үә хажжил-бәйти мәни- стәтәәғә иләйһи сәбииләә».

Мәғәнәһе: Ислам дине биш төрлө ғибәҙәттән төҙөлмөш. Аллаһы тәғәләнең берлегенә үә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Уның бәйғәмбәре булыуына күңелдән ышанып геуаһлыҡ биреү, намаҙ уҡыу. малдан зәкәт биреү, Рамаҙанда ураҙа тотоу һәм юл хәреждәренә көсө еткән кешегә Ҡәғбәтулланы зыярат ҡылып, Хаж ҡылыу.

1.Хаж үҙе сәләмәт булып Мәккәй Мөкәррәмәгә барып ҡайтырлыҡ юл сығымдарына һәм үҙе ҡайтҡансы өйөндә ҡалған яҡындарының мәнфәғәттәренә етерлек малы булғҙн бай кешегә генә фарыҙҙыр. .

2.Ире йә яҡын туғаны бергә барасаҡ булһа, бай һәм сәләмәт ҡатындарға ла хаж кылыу фарыҙ.

3.Ауырыу, һуҡыр үә фәҡир кешеләргә Хаж фарыҙ түгел. Әммә бындайҙар Мәккәй Мөкәррәмәгә икенсе бер сәбәп менән барһалар йәки Мәккә яҡын булыу сәбәпле Хаж ҡылырға мөмкинселектәре булһа, уларға ла Хаж фарыҙ булыр.

Хаж сәфәренә юлланыу өсөн юлдың уғрыларҙан һәм йогошло ауырыуҙарҙан имен булыуы шарттыр. Әгәр юл тынысһыҙ булһа ул хәүефһеҙләнгәнсе Хаж сәфәрен кисектереп тороу хәйерлерәк. Шарттар яҡшырғандан һуң Хажды кисектереү дөрөҫ булмаҫ.

4.Хаждың фарыҙҙары өсәү:

1) Ихрам, йәғни, Мәккәй Мөкәррәмәгә барып кергәнсе «Миҡат»тип атала торған урындарҙың береһендә Хаж: ниәте менән ихрам ҡылыу.

2)Үәҡыф, йәғни, ғәрәфә көн өйләнән һуң Ғәрәфәт тауында хәзир булыу.

3) Тәүәф, йәғни ғәдел-Ҡорбан көнөндә йә булмаһа уның 2-се йә 3-сө көнөндә Ҡәғбәтулланы мәғлүм рәүештә 7 мәртәбә әйләнеп сығыу.

5.Хаждың үәжибтәре бишәү:

1) Ҡорбан ғәйете көнөндә иртәнге намаҙдан һуң «Мөздәлифә» исемле урында хәзир булыу.

2)Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йөрөп, 7 мәртәбә сәғи ҡылыу.

3) Таш атыла торған урындарҙа масус көндәрҙә 7-шәр таш атыу.

4)Мәккәи Мөкәррәмәнән китер алдынан юлға сығыу ниәте менән Ҡәғбәтулланы йәнә тәүәф ҡылыу.

5)Ҡорбан ғәйете көнөндә, фарыҙ тәүәфте ҡылғандан һуң, сәсте алдырыу йәки ҡыҫҡартыу.

Хаж ғәмәлдәре

[үҙгәртергә]

1. Хажиҙәр Мәккәй Мөкәррәмәгә китеп барышлай «Миҡат» тип аталған ерҙәрҙең береһенә туҡтап, мыйыктарын ҡыҫҡартыр, тырнаҡтарын ҡырҡыр, артыҡ төктәрен йолҡор, ғәҙәттә кейә торған кейемдәрен сисеп, ғөсөл ҡойоноп, ихрам (изар исемле бер киң алъяпҡыс менән ридә исемле киң йәймәнән ғибрәт) кейер. Изар кендек тәңғәленән билгә урала, ридә яурынға һәм арҡаға һалына кейер.

2.Унан һуң ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып: «Аллааһүммә иннии үриидүл-хәжжә фәйәссирһү лии үә тәҡәббәлһү миннии»,-тип Хажға ниәт ҡылыныр.

Мәғәнәһе: Йә,Рабби,тәхҡиҡ, мин Хаж ҡылыуҙы ниәт ҡыламын, инде һин уны минән ҡабул ҡыл.

3.Ниәт ҡылғандан һуң ҡысҡырып ошо талбийәне уҡырҙар:

«Ләббәйкәл-лааһүммә ләббәйк, ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйк, иннәл-әмдә үән-ниғмәтә ләкә үәл-мүлк, ләә шәриикә ләк».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, һинең ғибәҙәтеңде камил итәғәт менән ҡыламын, һинең һис шәрикең юҡтыр. Тәхҡиҡ, барса маҡтау үә барса ниғмәт һиңә хастыр. Үә хужалыҡ та һиңә хастыр, һинең һис шәрикең юҡтыр.   

4.Ниәт ҡылып, ошо тәлбийәне уҡығандан һуң, хажиҙәр «мөхрим», йәғни, «ихрамлы» тип аталырҙар.

5. Хажиҙәргә ихрамлы ваҡыттарында әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, яҡынлыҡ үә ҡатындарҙың тәненә ҡул тейҙереү, кеше менән низағлашыу, кейек хайуандарҙы үлтереү, энә менән тегелгән кейем кейеү, баштарына сәллә, бүрек йә фәс кейеү, аяҡтарынка ситек, итек, кәүеш һәм йөҙлөклө мынаят кейеү, баштарына һәм йөҙҙәрен бер нәмә менән ҡаплау, хуш исле май һөртөү, сәстәрен үә башҡа төктәрен киҫеү һәм тарау, тырнаҡтарын кисеү, һаҡал-мыйыҡтарын майлау, баштарын һабынлап йыуыу дөрөҫ булмаҫ.

6.Әгәр ошо эштәрҙең береһен генә ҡылһалар, уларға йә ҡорбан салыу йә саҙаҡа биреү лазым булыр.

7.Хажиҙәр шулай Ҡорбан ғәйете көндәрендә ихрамдары тамам булғансы яланаяҡ, яланбаш аҡ ихрам кейемдәренә уранып дәрүиш хәлендә йөрөрҙәр.

8.Ихрамлы кешеләргә өйгә инеү, ашау-эсеү, йоҡлау, ғибәҙәт ҡылыу, тәһәрәт алыу, ғөсөл ҡойоноу, мунсаЛа йыуыныу, билдәренә аҡсалы билбау быуыу, сәтер йә ҡояшлыҡ (зонт) менән күләгәләнеү, аяҡтарына ҡыҫҡа йөҙлөклө күн йә ағас мынаят кейеү тыйылмаҫ.

9.Ҡатын хажжәләрҙең 6 ғәмәлдә хилафтары булыр:

1) улар ихрам кеймәйенсә, үҙҙәренең кейемдәрендә йөрөрҙәр;

2) энә менән тегелгән кейемдә лә йөрөй алалар;

3) баштарын асыҡ йөрөтмәҫтәр;

4) талибәне ҡысҡырып уҡымаҫтар;

5) ихрам ваҡыты бөткәндә сәстәрен ҡыҫҡартмаҫтар;

6) хәйез сәбәбенән ғөҙөрлө булһалар, фарыҙ тәүәфен ҡазаға ҡалдырырҙар.

10.Мәккәй Мөкәррәмәгә барып еткәс тә хажиҙәр иң тәүҙә туп-тура «Ҡәғбәи Мөғәззәмә» мәсетенә йүнәлерҙәр. Ҡәғбәне күргәс тә тәкбирә тәһлил әйтеп, маҡсаттарын һорап доғалар ҡылырҙар.

11.Мәсеткә инеп, Ҡәғбә диуарындағы «Хәжәре Әсүәд» исемле мөбәрәк ташты күргәс намаҙҙағы һымаҡ ҡулдарын ҡолаҡ тәңгәленә күтәреп йәнә тәҡбир үә тәһлил әйтерҙәр. Мөмкин булһа ул ташты үберҙәр.

12.Унан һуң Ҡәғбәне ете тапҡыр әйләнеп сығып, сөннәт булған тәүәфте ҡылырҙар. «Мәҡам Ибраһим» тигән ерҙә Ҡәғбәгә ҡарап ике рәҡәғәт намаҙ  уҡырҙар, аҙаҡ шул мәсеттең эсендәге Зәмзәм ҡойоһо эргәһенә барып, һыуын эсеп, йөҙҙәренә һәм баштарына һиберҙәр.

13.Мәсеттән сыҡҡас, Сафа һәм Мәрүә исемле ике кескәй тау араһында йөрөп, сәғи ҡылырҙар. 

14.Унан һуң теләгән ҡәҙәр тәүәф һәм сәғи ҡылып 8-се зөлхизәгә тиклем Мәккәлә йәшәрҙәр.

15.8-се зөлхиҙәлә хажиҙәр күмәкләшеп иртә таң менән Мәккәнән сығып, Мина исемлә ауыл янындағы мәсет тирәһенә барырҙар.

16.Унда бер кис ҡунғас, 9-сы зөлхиҙәлә иртә намаҙҙы уҡығас, Ғәрәфәт тауына китерҙәр, өйлә ваҡыты кергәс йәмәғәт булып өйләне, уның артынса икенде намаҙын уҡырҙар.

17.Унан һуң ғөсөл ҡойоноп, Ғәрәфәттә үәҡыф ҡылырҙар, йәғни, Ҡиблаға ҡарап зикер әйтеп,, теләктәрен теләп, ҡабул булуын һорап доғалар ҡылырҙар.

18.Ҡояш байығас, ахшамды уҡымайынса «Мөҙдәлифә» исемле ергә китерҙәр. Иәсих ваҡыты кергәс, йәмәғәт булып тәүҙә ахшамды, уның артынса йәсих намаҙын уҡырҙар.

19.Кисте «Мөҙдәлифә»лә үткәреп, иртәнге намаҙҙы уҡығандан һуң, унда йәнә үәҡыф ҡылырҙар. Бында улар тауҙар араһында 49-ар ваҡ таш йыйып алырҙар.

20.Унан hyң тағы Минаға барып, унда махсус урында ете мәртәбә, тәкбир әйтә-әйтә, имра таштарын ташларҙар. Аҙағынан, ите исраф ҡылынырлыҡ булмаһа,  Минала ҡорбан салып, саҙаҡа ҡылырҙар.

21.Шунан аҙаҡ ирҙәр сәстәрен йә алдырырҙар йә ҡыҫҡартырҙар.

22.10-сы, 11-се, 12-се зөлхиҙәлә Мәккәй Мөкәррәмәгә ҡайтып, фарыҙ булған тәүәфте үтәп, ихрамдарын тамамларҙар.

23. Ихрамҙары тамам булғас та, уларға ихрамлы саҡтарындағы -харам эштәренең гонаһһыҙҙарын ҡылыу дөрөҫ булыр.

24.Мосафир булған хажиҙарға ғәйет намаҙы уҡыу үәжиб түгел, шуның өсөн уларҙың күбеһе ул намаҙҙы уҡый алмаҫ. Әгәр ваҡыттары етһә Мәккәлә йә Минала уҡырҙар.

25.Хажиҙар илдәренә ҡайтып китәр алдынан Ҡәғбә мәсетенә барып, йәнә тәүәф ҡылырҙар, Ҡәғбә ишегенең тупһаһын үберҙәр, Ҡәғбәнең «Мөлтәзәм» исемле урынына һәм уның шаршауына йөҙҙәрен тейҙерерҙәр,

Зәмзәм һыуын эсеп, «Ҡәғбәи Мөғәззәмә»нән үә изге ерҙәрҙән айырыласаҡтарын уйлап, илай-илай донъя һәм әхирәт теләктәрен теләп, күп доға ҡылырҙар, Мәсеттән сыҡҡанда йөҙҙәре менән Ҡәғбәгә ҡарап, арт менән сигенеп сығырҙар.

26.Хажиҙарға шулай уҡ Мәдинәи Мөнәүүәрәгә барып, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйҺиссәләмдән ҡәбер шәрифе булған Раузаи Мотаһһәрәне зыярат ҡылыу бик оло мөстәхәбтер.

27.Зәмзәм һыуын Ҡиблаға ҡаршы тороп, өс йотом эсеү тейеш.

Уны эскәндән һуң ошо доға уҡылыр:     

«Аллааһүммә иннии әс, әлүкә риҙҡау үәәсиғән үә ғилмән нәәфиғәү үә шифаа, ән мин күлли да, ин».

Мәғәнәһе: Йә,Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән һорайым: киң ризыҡты үә файҙалы ғилемлекте үә һәр бер ауырыуҙан шифаны.

Мәйет тәрбиәләү тәртибе

[үҙгәртергә]

Үләргә ятҡан кешенең хәлен белешергә барғанда, ауырыуҙың кәйефенә ҡарап, янында күп ултырырға ярамай. Ныҡ ауырыу кешегә: «Иман кәлимәһе килтер»,-тип ныҡашырға ярамай, ә үҙеңә сирле кеше ишетерлек итеп Шәһәдәт кәлимәһен әйтергә кәрәк (Ләә илләһә илләллааһу).

Әжәле яҡынлашҡан кешене уң ҡабырғаһына ятҡырырға кәрәк. Ауырыу янында Йәсин шәрифте һәм башҡа доғаларҙы ҡысҡырып уҡырға кәрәк.

Кеше был донъянан үткәс аяҡтарын ҡиблаға бороп, аяҡ-ҡулдарын турайтып куйыу тейеш. Күҙҙәрен йомдороп, ауыҙын ябып, ул асылмаһын ^с§н берәй яулыҡ менән эйәгенән уратып бәйләйҙәр. Күкрәге ҡабармаһын өсөн түшенә ҡайсы кеүек берәй тимер әйбер ҡуялар.

Кәфен киҫеү тәртибе

[үҙгәртергә]

Кәфен кискәндә тәһәрәтле булыу шарт. Кәфен ирҙәргә өс ҡат, ҡатындарға биш ҡат иҫәбенән үлсәнә. Беренсе һәм икексә ҡаты мәйеттең башы яғынан да, аяҡ яғынан да 30 см артып торордай итеп үлсәнә.

Әхирәт күлдәген әҙерләгәндә, бер ҡат материалды мәйеттең муйынынан алып йөҙлөгөн ҡапларлыҡ итеп үлсәп алып, яңынан шуның ҡәҙәр алаһың, бөкләгән ерҙән баш һыйырлыҡ итеп киҫәһең.

Бөркәнсек (яулыҡ) башынан кендегенә ҡәҙәр үлсәнә.

Хирҡа (билбау) мәйеттең кәүҙәһенә урап үлсәһәң ике ҡат, өҫтөнә ҡуйып үлсәһәң 4 мәртәбә иҫәбенән алына. Хирҡаның киңлеге - ярты иң.

Йыуыу тәртибе

[үҙгәртергә]

Мәйетте йыуғанда, һул ҡул менән аҫтын таҙартыу һәм истинжә ҡалдырыу өсөн, һул яғынан торалар. Йыуа торған һыуҙың температураһы ҡан йылылығындай булырға тейеш. Мәйет йыуғанда һыу йөрөтөү өйҙөң уңайына ҡарап (ишек торошона ҡарап) була.

Эске тәһәрәтен алдырыу өсөн өс кисәк һәм ауыҙы, моронон таҙартыу өсөн алты кисәк сепрәк әҙерләгәндән һуң, мәйетте күлдәге йәки сепрәге менән ҡоласаға күтәреп һалалар. Күлдәген аҫтан өскә ҡарай, еңен беләҙектән юғарыға табан киҫеп алалар. Күлдәкте киҫмәйенсә систереп алһаң да ярай. Ғәүрәт ерен ҡаплап ҡуялар.

Башта әҙерләп ҡуйылған өс киҫәк сепрәк менән эске тәһәрә-тен алдыралар. Шунан һуң тәнен йомшартыу өсөн марляны һабынлап, һылатып сығалар. Сәсен һүтеп, башын яҡшылап һабынлап йыуалар, һабын күбеген бөтөрөү өсөн алғы яғын ҡайтанан йыуалар.

Бынан һуң һул ҡабырғаһына ятҡырып, уң яҡ өлөшөн һәм арҡаларын һабынлап йыуалар Ҡоласайы йыуып мәйетте кире һалалар ҙа уң яғына әйләндереп, һул яҡ өлөшөн һәм арҡаларын йыуып, яңынан ҡоласаны таҙартып мәйетте һалалар.

Эске тәһәрәтен алдырыр алдынан, кәүҙәһен ҡалҡытып эсенә баҫа-баҫа нәжәсен сығарып бөтөрәләр.

Ахырҙа камил тәһәрәт алдырталар: Тәүҙә уң ҡулын, шунан һул ҡулын йыуалар. Әҙерләнгән өс кисәк сепрәк менән өс мәртәбә ауыҙын йыуалар. Өс сепрәк менән моронон йыуалар. Өс мәртәбә йөҙөн йыуалар. Өс мәртәбә уң беләген, унан һуң һул беләген йыуалар, унан һуң уң аяҡты һәм һул аяҡты йыуалар.  Тере кеше нисек мәсих ҡыла, мәйеткә лә шул тәртиптә мәсих ҡылалар.

Мәйетте ғөсөлләндереү

[үҙгәртергә]

Ғөсөл ҡойондорғанда: «Илаһи ниәт ҡылдым әхирәт ғөсөлөн ҡойондормаҡҡа, тәндәрен таҙаламаҡҡа. Әшһәдү әл лә илләһә илләллааһу үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ»-тип әйтелә.

Мәйеттең башын бер аҙ күтәргән хәлдә башына һыу ҡойоп, шул тәңгәлдән ҡоласаны йыуып ебәрәләр.

Уң яҡ елкәһенән ботона, шунан һул яҡ елкәһенән ботона ҡәҙәр һыу ҡоялар.

Һул яғына ятҡырып кәүҙәнең уң өлөшөн, арҡаларын ғөсөлләндергәс, ҡоласаны йыуып ебәрәләр.

Уң яғына әйләндереп һул яғын ғөсөлләндереү шул уҡ тәртиптә.

Ике аяғының да бармаҡ араларын, аяҡтың үҙен ғөсөлләндерәләр.

Сәстәрен ике яҡҡа һуҙып һалалар.

Әгәр нәжесе сығып бөтмәү шиге булһа, мамыҡты марляға төрөп, шунан бөкө (пробка) ҡуялар.

Нәжесе ҡабаттан сыҡҡан хәлдә башҡаса ғөсөл Ҡойондоролмай, тик шул урынын ғына таҙарталар ҙа мамыҡ менән бөкөләп ҡуялар.

Боттарын ҡуша бәйләп ҡуйып, тәнен яҡшылап ҡоротҡас, • йыуңу тамам була. Мәйетте кәфен өҫтөнә күтәреп һалыу уңайлы булһын өсөн, биленән берәй тауар уратып алып, күтәреп һалғанда өсөнсө кеше шул сепрәктән ҡалҡытыша.

Мәйетте төрөү

[үҙгәртергә]

Башта таҙа урынға берәр юрған йәки одеял түшәп, уға тап төшмәһен өсөн өҫөтөнә полиэтилен (йә клеенка)йәйәләр.

Гүргә төшөрөү өсөн 2,5-3 метр оҙонлоҡтағы өс таҫтамалды төрөлгән килеш ҡуялар.

Хирҡаны (билбау) бил тәңгәленә ҡуялар.

Кәфендең ике ҡатын йәйгәс, өҫтөнә яулыҡ ҡуялар, улар өҫтөнә әхирәт күлдәген ҡуялар. Унан һуң сәсен күкрәк өҫтөнә йәйеп, мәйетте әҙер кәфен өҫтөнә һалалар, әхирәт күлдәгенең уйылған тишегенән мәйеттең башын сығарып кәүҙәһе өҫтөнә ҡаплайҙар.

Ауыҙы асылмаһын өсөн эйәгенән башына ҡәҙәр сепрәк менән бәйләп ҡуйып, яулыҡ бөркәндерәбеҙ.

Беренсе ҡат кәфендең тәүҙә һул яғын, шунан һуң уң яғын ябалар. Артабан хирҡаны ябып, аяғы осондағы кәфенде бәйләйҙәр.

Таҫтамалдарҙы мәйеттең өҫтөнә ҡуйып, юрғаны менән ҡуша төрәләр, алып барғанда таралмаһын өсөн,аяҡ яғын бәйләргә кәрәк.. Мәйетте өйҙән аяғы менән алып сығалар. Алып барғанда башы алда була.

Мәйетте мөмкин ҡәҙәрле ашыҡтырыу хәйерле, сөнки бынан һуң ул инде гүр кешеһе, уны үҙ урынына ашыҡтырыу яҡшы.

Йыназа

[үҙгәртергә]

Йыуып кәфенләнгән мәйеттең башы Мәғрибкә (көнбайыш) ҡаратылып ергә ҡуялар. Шунан һуң имам мәйеттең күкрәге тәңгәленә, йәмәғәт саф-саф булып уның артына теҙелгәс, йыназа намаҙы уҡыла. Намаҙ уҡыусы берәү генә булған хәлдә лә мәйеттең күкрәге тапҡырында булыу тейеш.

Йыназа намаҙының шарттары башҡа намаҙҙарҙың шарттары кеүек үк, ләкин йыназа намаҙының билдәле генә ваҡыты юҡ. Йыназа намаҙы өсөн мәйеттең йыуылған һәм кәфенләнгән булыуы шарттыр.

Йыназа намаҙының ҡыйраты, рәҡүғе һәм сәждәһе, ҡағдәһе юҡ, ул тәҡбир, ике сәләм менән тамам ҡылына.

Йыназа намаҙы ошо рәүешле уҡыла:

[үҙгәртергә]

1.Ниәт ҡылыу:«Иләһи, ниәт ҡылдым йыназа намаҙы уҡымаҡҡа, Аллаһы тәғәләгә ҫәнә өсөн, Бәйғәмбәребеҙгә салауат өсөн, был мәйеткә доға үә сауап өсөн. Хәлисан лилләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр».

2.Ҫәнә доғаһы уҡыла (Субхэнәкә).

3.Ҡулдарҙы күтәрмәйенсә генә бер тәкбир әйткәс (Аллаһу әкбәр) салауат уҡылыр. («Әттәхиәт»тең икенсе яртыһы). Имам булған кеше текбирҙәрҙе ҡысҡырып әйтер.

4.Өсөнсө тәкбирҙәрҙән һуң йыназа доғаһы уҡыла.

Йыназа доғаһы
[үҙгәртергә]

«Аллааһүммә-ғфир лихәййинәә үә мәййитинәә үә шәәһидиннәә үә ғәә, ибинә үә сағииринәә үә кәбииринәә үә ҙәкәринәә үә үнҫәәнәә.Аллааһүммә мән әхйәйтәһүү миннәә фә әйиһии ғәләл-исләәми, үә мән тәүәффәйтәһүү миннә фәтәүәффәһүү ғәләл-иимән. Аллааһүммә ин кәәнә һәәҙәл- мәй, йитү мүхсинән фәзид фии ихсәәниһии үә ин кәәнә мүсии, ән фәтәжәүүәзғәнһ».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, беҙҙең тереләребеҙҙе лә, үлеләребеҙҙе лә, хәҙергебеҙҙе лә, ғәйептәребеҙҙе лә, бәләкәйҙәребеҙҙе лә, ололарыбыҙҙы ла, туғандарбыҙҙы ла, ҡатындаорыбыҙҙы ла ярлыҡа. Йә, Рабби, тереләребеҙҙе Ислам динге аҫтында йәшәт, үлгәндәребеҙҙе иман менән вафат ҡыл. Әй, Аллаһы, әгәр ошо мәйет изге кеше булған хәлдә, изгелеген арттыр, әгәр гонаһлы кеше булһа, гонаһтарын ғафу ҡыл.

Әгәр мәйет сабый йәки диуана булһа, өсөнсө тәкбирҙән һуң ошо доға уҡылыр:

« Аллааһүммә-жжэғәл һәҙәл- мәййитә ләнәә фәратан үә ҙүхрәү-үәжғәлһүү ләнәә шәәфиғәү-үә мүшәффәғәә».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, был мәйетте беҙҙең өсөн шәфәғәтле үә шәфәғәтен мәҡбүл ҡыл.

5. Дүртенсе тәкбирҙән һуң, ике тарафҡа сәләм биреп намаҙ тамамлана.

6. Йыназа намаҙы тамам булғандан һуң ошо доға уҡыла: «Рабби-ғфир ләнәә үә лиһәәҙәл- мәййити үәфсәх ләһһү фии ҡабэриһ. Аллааһүммә зид әжрәһүү үә ләә тудилләнәә бәғдәһ».

Мәғәнәһе: Әй, Раббым, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ла, был мәйеттең гонаһтарын да ярлыҡа үә йәнә уға ҡәберендә киңлек ҡыл. Йә, Рабби, был мәйеттең әжерен арттыр үә унан һуң беҙҙе аҙҙырма.

Балаға исем ҡушыу

[үҙгәртергә]

Бала тыуыуҙы ишеткәс, түбәндәге доға уҡыла:           

«Аллааһүммә-жғәлһү бәрран үә әмбитһү фил-исләәми набәәтән хәсәнән үәжғәлһү мәсғүүдән фид-дүн йә үәл- әәхираһ».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, ошо баланы изге бала ит, үә йәнә уны донъя һәм әхирәттә бәхетле-сәғәҙәтле ҡыл. Бала аяҡтары менән ҡыблаға юнәлтеп өҫтәлгә йомшаҡ урынға һалына.

Балаға исем ҡушҡанда тәүҙә аҙан әйтеп, аҙан доғаһын уҡырға.

Унан һуң намаҙ ҡәғдәһендә «Әттәхиәт»тән һуң уҡыла торған «Салауат» доғаһын уҡығандан һуң баланың уң ҡолағына исемең фәлән фәлән улы (фәлән фәлән ҡыҙы) булыр тип өс мәртәбә әйтелә.

Унан һуң ҡамәт төшөрөп «Салауат»ты уҡығандан һуң баланың һул<.яҡ ҡолағына: исемең фәлән улы фәлән йәки фәлән ҡыҙы фәлән булыр тип өс мәртәбә әйтеп, аят уҡып (Аятөл-Көрси) иҙге теләктәр теләп доға ҡылына.

Никах уҡыр алдынан иң тәүҙә түбәндәге шарттарҙың үтәлеүе мотлаҡ (мөҫтәхәб):

1) никахты мәсеттең имам-хатибы, йәки уның рөхсәтенән мәсеттең мүәзине уҡый;

2)Ҡыҙ яғынан никах уҡыған урында атаһы булыу, атаһы булмаһа-олатаһы, йәки Ағаһы, йәки еҙнәһе, йәки атай-әсәһенең ир туғандарының берһе булыу;

3) Егет яғынан да был талаптар үтәлергә тейеш;

4) никахҡа инеүселәрҙең исемдәре мосолман исеме булырға тейеш. Улай булмаһа, уларға яңынан мосолман исеме ҡушыла;

5) ир һәм мосолман кешеләренән ике-өс шаһит булырға тейеш;

6) ҡыҙ ҙа, егет тә иман килтерергә тейештәр «Ләә иләһә иллә-лаһу Мухәммәдү Расулуллаһ»;

7) Егет ҡыҙға биргән, йәки бирәсәк мәһәренең хаҡын иғлан итергә тейеш. Әгәр ҡыҙ мәһәр хаҡына риза булмаһа егеттән уны арттырыуын талап итергә тейеш;

8) имам ир менән ҡатындың ислам шәриғәте буйынса йәшәү рәүеше тураһында вәғаз уҡый (һөйләй);

9) имам ижап ҡабул итә, шаһиттар алдында: «Фәлән ҡыҙы фәләнә, фәлән улы фәләнгә хәләл ефетлеккә риза булып барҙыңмы»-тип һорала.

Унан һуң егеттән һорала: «Фәлән улы фәлән, фәлән ҡыҙы фәләнәне хәләл ефетлеккә риза булып алдыңмы».

Унан һуң ата-әсәЛәрҙең ризалығы һорала.

Ошоноң менән ижап ҡабул итеү тамам була. Шунан аҙаҡ ниҡах хөтбәһе уҡылып, доға ҡылына.

Никах хөтбәһе

[үҙгәртергә]

«Әлхәмдүлилләәһииәҙии мүйәссирилүмүүри үә мүҡәддир-ишшүһүри үә мүғәййирил әзминәти үәд-дүһүр. Әлләҙи нәәжәә Мүүсәә мәғәһү ғәләттүр. Үә әнҙәләт-тәүратә үәл Инжиилә үә фүркәәнә үәз-зәбүр. Үә әхәлләнникахә мәкруунән бишшүһүүди үәл мүһүүр. Ҡәмә ҡааләллаһү сүбэхәнәәһү үә тәғәәләә фии сүүрәтиннүр:        Бисмиллаһи-

ррахани-ррахим үә әнкихүл әййәәмә минкүм үәссаалихинә мин ғибәәдикүм үә иимәәәә, икүл. Ин йәкүүнүү фуҡараааа, ә йүғниһимуллаһү мин фәдлиһ. Ләҡәд жәәәә, әл әхбәәрү ғәнин нәбиййи саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм. Әнниҡахү сүннәти фәмәр рағибә ғән сүннәти фә ләйси миннии. Әннәәкихү раағибү үәл мәнкүхәтү мәрғбәтү үәл мәһрү ғәләә мәә тәрадыйә. Тәнәәкәхү тәүәәләдүү тәкәәҫәру фи иннии үбәәһии ьикү мүл үмәмә йәүмәл ҡыйәмәһ. Әсбәталлаһү фии сүдүрил  сәәнибәйни хәббәтәл мәхәббәһ. Әсбәталлаһү фии судурил жәәнибәйни хәббәтәлмәхәббәһ. Әсбәталлаһү фии судурил жәәнибәйни хәббәтәл мәхәббәһ. Үә әҡүлү ҡаули һәәҙәә үә әстәғфируллааһәл ғәффәәрали үә ләкүм үә ли сәәәә, ирил жәмәғәәтил мүслиминә әжмәғин. һәәҙәә хүкмүм мин әхкәәмил хәкиминә үә раббил ғәләминә үә сүннәтүм мин сүнәнил әнбийәи үәл мүрсәлин».

Мәғәнәһе: Замана үә дәүерҙәрҙе алмаштырып тороусы, айҙарҙы тәҡдир ҡылыусы, эштәрҙе еңел ҡылыусыы Аллаһыға маҡтау һәм шөкөрҙәребеҙ булһын. Ул шундайын Аллаһы ки, Муса ғәләйһиссәләм уның менән Тур тауында мөнәжәт ҡылышты һәм ул Аллаһы Тәүрат, Инжил, Зәбур, һәм Ҡөрьәнде индереүселер һәм ниҡахты хәләл ҡылды, мәһәр һәм шаһиттарҙы беҙҙең менән, бәйләп Аллаһы Тәғәлә «Нур» сүрәһендә әйтте:

«Бисмиллаһи-ррахмани-ррахим Һеҙ үҙ ҡул аҫтығыҙҙа булған ҡолдарҙы һәм кәниҙәктәрҙе никахландырығыҙ. Гәрсә улар фәҡир булһалар ҙа ошо никах сәбәпле

Аллаһы уларҙы олуғ ниғмәттәр менән ниғмәтләндерер».

Тәхҡиҡ бәйғәмбәребеҙҙән хәбәр булды: «Никах минең сөннәтемдер. Сөннәтемдән баш тартыусы минең өммәтемдән түгел.

Өйләнешегеҙ, балалар тыуҙырығыҙ, мин ҡыямәт көнөндә һеҙҙең  күплегегеҙ менән башҡа өммәттәр алдында маҡтанырмын. «Әҫбәталлааһү фии судурил  жәәнибәйни хәббәтәл мәхәббәһ».

Мәғәнәһе:Аллаһы тәғәлә ошо ике парҙың күкрәктәренә әлфәт мөхәббәт беркетһә ине.

Ашап-эсеп бөткәндән һуң ошо доға уҡыла

[үҙгәртергә]

«Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үә- сәҡанә үә жәғәләнә минәл-мүслимин».

Мәғәнәһе: Әлхәмдүлиллаһ, Аллаһы тәғәлә мине туйҙырҙы һәм эсерҙе үә йәнә мосолмандарҙан ҡылды.

Берәү менән күрешкәндә уҡылыр

[үҙгәртергә]

«Аллааһүммә-жмәғ бәйнәнәә бил-хайри үәс- сәләәми үә әллиф бәйнәнәә би-әхсәнил- ҡаләәм». Мәғәнәһе: Йә, Рабби, беҙҙе иҙгелек үә сәләмәтлектә күрештер үә күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡылдыр.

Бер ергә йә бер мәжлескә ултырғас уҡылыр доға 

[үҙгәртергә]

«Аллааһүммә әнзилнии мүнзәләм- мүбәәракәү үә әнтә хайрүл-мүнзилиин».

Мәғәнәһе: Йә, Рабби, мине мөбәрәк еогә индер, һин хәйерле индереүсеһең.

Бер зарар йә зыян килгәндә уҡылыр доға: «Ғасәә раббүнәә әй йүбдиләнәә хайрам- минһәә иннәә иләә раббинәә раағибүүн».

Мәғәнәһе: Шәт Раббыбыҙ Аллаһы тәғәлә беҙҙең хәләбеҙҙе яҡшы ғына аштырыр. Тәхҡиҡ, бер Раббыбыҙға рәғбәт үә ихлас ҡылыусыларбыҙ.

Ҡайғы килгәндә уҡылыр доға

[үҙгәртергә]

«Аллааһүммә иннии ғәбдүкә үәбнү ғәбдикә радйитү хүкмәкә үә ҡадааәк әс әлүкә ән түҙһибә ғаннии ғаммии үә хәзәнии үә ән