Фужерҙа балыҡ салаты
Уҡыу көйләүҙәре
Дөгөнө бешерергә һәм һыуытырға. Йәшел һуғанды һәм яңы ҡыярҙы һалам кеүек итеп турарға. Балыҡты йомшаҡ итен бешерергә, һыуытырға һәм ваҡлап турарға. Унан һуң бөтә ашамлыҡты фужерға ҡатлап-ҡатлап һалырға, өҫтөнә майонез соусы ҡойорға һәм помидор, йомортҡа, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- бешкән дөгө 35-40 г
- бешкән балыҡ 40-45 г
- помидор 10-15 г
- ҡыяр 15-20 г
- башлы йәки йәшел һуған 10 г
- йомортҡа 10 г
- горчицалы майонез соусы 20-25 г
- әҙер горчица 2 г
- тәмләткес үләндәр 2-3 г
- кәрәгенсә тоҙ, борос.