Эстәлеккә күсергә

Фёдоровка районы Батыр ауылы топонимдары

Викидәреслек проектынан

52°58′16″ с. ш. 55°17′14″ в. д. (G) Википедияла Батыр ауылы тураһында мәҡәлә бар

Айғыросҡан тауы



Беҙҙең район урман-дала зонаһына ҡарағанлыҡтан, ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙы ла тау тип йөрөтәләр.
Шуларҙың береһе: Айғыросҡан тауы.

Заманына күрә ауылдың байы һаналған Зиннур атлы әҙәм бик күп йылҡы малы аҫыраған. Тик нишләптер, күпме тырышһа ла, аттарын йөҙ башҡа тултыра алмаған. Йә бүре тамаҡлаған, йә йәш йылҡылар ауырып үлеп тик торғандар.
Бына, ниһәйәт, йөҙөнсө ҡолон тыуа. Теремек ҡолон, тай йәшенә етеп, нәҫел айғыры булып китә. Быға әлбиттә бай сикһеҙ шатлана.
Тик булмағастын булмай икән шул. Йәйҙең бер йәмле иртәһендә тауҙың ҡаялай текә итәгендә бер-береһенә ҡаршы килгән ике йылҡы өйөрө осраша.
Әлбиттә өйөр башында аҫау айғырҙар килә. Ғорур юлбашсылар береһе лә сигенергә уйламай. Китә аяуһыҙ алыш. Был алышта,текә ҡаянан ҡолап, ике айғыр ҙа һәләк була. Ә Зиннур байҙың йылҡыһы туҡһан туғыҙ булып ҡала.

Был ваҡиғанан һуң ошо урынды Айғыросҡан тауы тип йөрөтәләр.


Информатор Миҙхәт Багаев

https://e.mail.ru/inbox/0:16059767520379812350:0/