Эстәлеккә күсергә

Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Обскур камераһы

Викидәреслек проектынан

Обскур камераһы

[үҙгәртергә]

Түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:

  • Ҡатырға ҡумта
  • Төйрәүес йәки энә
  • Елем
  • Ҡурғаш фольга
  • Линейка
  • Ҡайсы

Нисек эшләргә

[үҙгәртергә]
  1. Ҡумтаның бәләкәйерәк яғынан 2.5 х 2.5 см ҙурлыҡта шаҡмаҡ тишек ҡырҡырға.
  2. Ошо тишекте уратып елем менән һылап сығырға, фольганы шаҡмаҡ өҫтөнә тишекте ҡапларлыҡ итеп һалырға.
  3. Елем кипкәс, фольгала төйрәүес менән бәләкәй тишек эшләргә.
  4. Ҡумтаның оҙон яғынан төбө күренерлек итеп тишек эшләргә.

Нисек ҡулланырға

[үҙгәртергә]

Камераның тишеген ҡояшҡа йүнәлтегеҙ. Тишек аша яҡтылыҡ ҡаптың төбөнә төшәсәк. Ҡояшҡа тура ҡарау күҙҙәр өсөн зыянлы, ә Обскур камераһы аша ҡарау мауыҡтырғыс һәм хәүефһеҙ ысул.