Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Үҙең кристалл үҫтер

Викидәреслек проектынан

Был эксперимент ярҙамында үҙегеҙ кристалдан ашай торған кәнфит яһай алаһығыҙ. Был эшкә 4-7 көн китәсәк.

Хәүефһеҙлек[үҙгәртергә]

Һәр эксперименттағы кеүек тәүҙә өлкәндәр менән кәңәшләшергә кәрәк.

Был эксперимент өсөн:

  • эҫе һыу кәрәк буласаҡ (бешеп ҡуйыуҙан һаҡланығыҙ). Һыуҙы ҡайнатырға, алып килергә һәм ҡойорға өлкәндәрҙән ярҙам һорағыҙ.
  • контейнерҙы эҫе һыуға ҡуйырға. Быяла һауыттарҙың эҫе һыуҙан шартлап ярылыу ихтималы юғары, шуға күрә эҫе эсемлек өсөн тәғәйенләнгән һауыт алырға кәрәк (бокал, сүмес). Үтә күренмәле быяла көрөшкә бигерәк уңайлы буласаҡ, сөнки кристаллдарҙың барлыҡҡа килеүе күренәсәк.
  • аҙыҡ буяғысын кристалдарҙы икенсе төҫкә буяр өсөн ҡуллана алаһығыҙ. Әммә был буяғыс кейемде лә, ҡулды ла бысрата, шуның өсөн мотлаҡ алъяпҡыс бәйләргә кәрәк. Буяғыс түгелә икән, шунда уҡ һөртөп алығыҙ.

Нимәләр кәрәк буласаҡ[үҙгәртергә]

  • таҙа һауыт (бокал)
  • эҫегә сыҙам кәстрүл йәки башҡа һауыт
  • оҙон бау йәки еп
  • 3 каса шәкәр
  • 1 стакан ҡайнар һыу
  • таяҡса (ҡәләм)
  • ҡыҫтырғыс
  • ҡағыҙ таҫтамал
  • аҙыҡ буяғысы

Эш барышы[үҙгәртергә]

Беренсе аҙым[үҙгәртергә]

Епте таяҡҡа бәйләгеҙ. Таяҡты һауыт өҫтөнә һалғанда, төбөнә тейә яҙып торорға тейеш. Еп осона ҡыҫтырғыс бәйләгеҙ, ул епте тотоп торор.

Икенсе аҙым[үҙгәртергә]

Һыу ҡайнатығыҙ. Ҡайнар һыуҙың хәүефле булыуын онотмағыҙ! Ҡайнаған һыуҙы кәстрүлгә ҡойоғоҙ. Һыуға шәкәр һалып, иҙелгәнсе болғатығыҙ. Шәкәр кәстрүл төбөндә йыйыла башлаһа, иретмәнең ҡуйырғанын аңлата.

Өсөнсө аҙым[үҙгәртергә]

Әгәр кристалға ниндәйҙер төҫ бирәһегеҙ килһә, буяғыс өҫтәгеҙ. Алъяпҡыс кейергә онотмағыҙ! Һаҡ ҡына иретмәне бокалға ҡойоғоҙ. Әгәр иреп бөтмәгән шәкәр бөртөктәре бар икән, уларҙы бокалға төшөрмәгеҙ. Таяҡты ҡыҫтырғыс бокал төбөнә төшөрлөк итеп беркетегеҙ.

Дүртенсе аҙым[үҙгәртергә]

Бокал өҫтөн саң төшмәҫлек итеп таҙа таҫтамал менән ҡаплағыҙ. Уны ышыҡ урынға ҡуйығыҙ, күсергәндә сепрәк менән тотоғоҙ.

4-7 көн көтөргә ҡала, шулай ҙа 1-2 көндән дә кристалдарҙың формалашыуын күрергә мөмкин.

Бишенсе аҙым[үҙгәртергә]

Таяҡты алырға. Кәнфитте һауытҡа һалырға һәм шунда уҡ ашарға ла була.

Тәмле булһын!