Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Һабын двигателле кәмә

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Поверхностное натяжение 05.jpg
Өҫлөк тартылышы көсөн емереү хәрәкәткә килтерә
TensSup BaR.gif

Был эксперимент өсөн кәрәк буласаҡ[үҙгәртергә]

  • ҡаты ҡағыҙ йәки пластик киҫәге
  • ҡайсы
  • һабын, шыйыҡ һабын булһа яҡшыраҡ
  • һыу һауыты


Башлайбыҙ![үҙгәртергә]

Ҡаты ҡағыҙҙан йәки йоҡа пластиктан ҡайсы менән киҫеп дүрт мөйөшлө кәмә эшләгеҙ, ҙурлығы 2х3 см булыуы мөмкин.

Рәсемдә күренгәнсә, уртаһында ҡайсы менән киҫеп 1 мм ярыҡ эшләгеҙ.

Кәмәне һыуға һалығыҙ. Һыу өҫтө тынысланғас, таяҡ осона әҙ генә һабын алып, рәсемдә күрһәтелгәнсә, кәмәнең артҡы өлөшөнә һыуға төртөгөҙ. Кәмә хәрәкәткә килә.

Аңлатмаһы[үҙгәртергә]

Һыу өҫтөндә өҫлөк тартылышыу көсө (сила поверхностного натяжения) менән молекулалар тығыҙ бәйләнештә тора. Быны һыу өҫтө йоҡа ғына плёнка менән ҡапланған тип күҙ алдына килтерергә мөмкин. Һабын — өҫлөк тартылыу көсөн емерә торған актив матдә (поверностно-активное вещество) булып тора. Һабын тейгән урында плёнка емерелә, йәғни молекулалар бер-береһенән ситкә алыҫлаша. Буш урынға һыу аҫтындағы молекулалар күтәрелә. Һабын тейгән урында һыу хәрәкәте кәмәгә этәргес көс бирә.

Бысранған ҡулды һабынһыҙ йыуғанда ла өҫлөк тартылыш көсө басраҡты йыумай. Һабын менән йыуғанда өҫлөк тартылыш көсө емерелә, бысраҡ йыуыла.