Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Һыуҙа батмай торған энә
Уҡыу көйләүҙәре
Был эсперимент өсөн кәрәк буласаҡ
[үҙгәртергә]- һыу һауыты
- канцелярия ҡыҫтырғысы (скрепка)
- салфетка ҡағыҙы
- теген энәһе.
Экспериментты үткәреү
[үҙгәртергә]Һауытты һыу менән тултырығыҙ. Һыу өҫтөнә салфетка киҫәге һалығыҙ. Салфетка өҫтөнә ипләп кенә энәне һалығыҙ. Ҡағыҙ еүешләнеп һыуға бата, энә һыу өҫтөндә тороп ҡала. Икенсе төрлө ысул. Канцелярия ҡыҫтырғысынан (скрепка), рәсемдә күрһәтелгәнсә, энәне һалыу өсөн тотҡос эшләгес. Энәне ипләп кенә һыу өҫтөнә һалығыҙ. Энә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгәнен күҙәтегеҙ.
Аңлатмаһы
[үҙгәртергә]һыу өҫтөндәге молекулалар өҫлөк тартылышыу көсө (сила поверхностного натяжения) менән тартышып торалар. Шул көс ҡорос энәне батырмай, һыу өҫтөндә күтәреп тора. Һыуға әҙ генә һабын өҫтәһәгеҙ, тартылыу көсө емерелә, энә һыу төбөнә китә.