Халыҡ медицинаһы

Викидәреслек проектынан

Инеш һүҙ[үҙгәртергә]

Биология уҡытыусыһымын. Стажым − 34 йыл. Математиктар, тел белгестәре нәҫеленәнмен. Миндә, моғайын, өләсәйем Нәсиха Хөснетдин ҡыҙының ҡаны еңгәндер. Ул киң даирәлә белемле, көслө рухлы ил инәһе, дауа тылсымын белгән хикмәтле йән эйәһе булған. Ат ҡылы менән генә гангренаны еңгән. Яман шеште имләгән. Йыландан сағылғанды үлемдән алып ҡалған…

Юғалтып бөттөк инде ундайҙарҙы. Үҙҙәре менән белемдәрен дә ерләнек. Садиҡ олатайым Нәсихә оләсәйҙең бер туған ҡустыһы. Уның, махсус булашмаһа ла, йән сиренә тарығандарҙы һауыҡтырыуы тураһында иҫтәлектәр ҡалған. Миңә уларҙың береһен дә күрергә яҙманы. Уларҙыҡы кеүек белемем дә юҡ. Тик «Халыҡ медицинаһы» тигән төркөмдө асыуым осраҡлы түгел. Хоҙай Тәғәләм генә белә инде. Ниндәйҙер ҡул үҙе мине шулай йөрөтә кеүек.

Үҙ-үҙемә ҡайтыу[үҙгәртергә]

Ҡаршы койкала һөйәлеп кенә ҡатын ултыра. Килтергәндәре бирле астмаһы быуа. Ул иҫән ине әле, минең дә тыным ҡыҫыла башлағанда. Бәһемде алған әфәттәремә, нәһеремде ҡоротҡан йоҡоһыҙлыҡҡа өҫтәп, сирен һирпеп китте.

Тыуған нигеҙемә ҡайтып йығылдым. Әсәйем күрше ауылдағы Уйылдан муллаға барырға кәңәш итте. Лыҡа тулы трактор арбаһында, һәр кем хәленән килгәнсе көлкө ҡорҙо ғына. Барып еткәнсе тынманылар. Атеист һәм коммунист, ауыл парторгы ҡыҙының мулла тип китеп барыуы — ғәфү итмәҫлек бер тамаша ине юлдаштарыма. Ни тиһең, инде. Был сирҙең алдына сығыр әмәл юҡ икәнен яҡшы беләм. Һуңғы өмөт кенәмде йомоп китеп барам.

Уйылдан бабайҙың ишетмәй ҙә, кешене ҡабул да итмәй башлаған мәле. Әммә мине борҡоп ултырған самауыры менән әҙер табын көтә ине. Үҙенә генә мәғлүм хикмәте менән бабай килеремде белгән булып сыҡты! «Нисек аңлатайым икән хәлемде?» — тип шаҡ ҡатып тороуыма ла, бабай мине тынысландырып та ҡуйҙы. «Һөйләмә ҡыҙым, барын да беләм», — тип, мине, килдергән үләндәремде өшкөрөп сыҡты. «Эй. йоҡларһың, балам, эй-й-й, йоҡларһың», -тип ҡыуандырып ҡайтарҙы.

Ошо бер күренеп ҡайтыуым етте. Тейәп барған сирҙәремде һыпырып ташланы Уйылдан бабайым. Бер генә йылға һуңлаһам, әле йәшәп ятыр инемме икән? Районыбыҙҙың ғына түгел, башҡорттың һуңғы әүлиәһен алып китте 1982 йыл!

Хоҙайым һынауҙары[үҙгәртергә]

Табиптың ярһыуынан иҙән менән түшәм дә ҡалтырай ине, буғай! Сәбәпсеһе — «төҙәлгеһе» килмәй инәлтеүсе яраларым. Өс тапҡыр операция өҫтәлендә ятырға тура килде. Һәр береһендә лә, сығырҙарынан сығарҙым ғына табиптарымды. Иң таҙа ерҙә, дарыу үләндәре өҫтөндә йәшәп, ошондай хәлдә ятыуыма көйөүҙәренең сиге юҡ ине.

Тик иң ғәрләндергәне, тетрәндергәне, мейемдең аҫтын өҫкә килтергәне — шул өсөнсөгә бысаҡ аҫтына инеүем булды. Минеке кеүек диагноз менән, ҡалалағы килендәшем дә операцияға ятырға тейеш ине. Ярты йыл яфаланды анализдарын тапшырып бөтәлмәй. Шул ваҡыт эсендә өҫтәленән дарыу үләндәре өҙөлмәне. Тамам йыйынып барыуына кистанан эҙе лә ҡалмаған ине.

Әммә… Аҡылыма килеү өсөн былар ғына етмәй булып сыҡты. Өҫтө-өҫтөнә һынауҙарын яуҙырҙы ғына Хоҙай Тәғәләм! Сығыу юлдарын үҙем табырға өйрәнә башлағансы. Һынауҙың — үҫеш өсөн ойотҡо икәнлеген төшөнә башлағансы. Һәр һынауға хөрмәт менән ҡарарға икәнлеген төшөнгәнсе. Әле лә этәргес — шул һынауҙар. Беләм дә ул, ихтыяр үҙемдән булырға тейешлеген. Үҫеш юлымды үҙем ҡуҙғатыу зарурлығын… Тик әле лә юлда ғынамын…

Бер нәмә лә осраҡлы түгел[үҙгәртергә]

Аяғым һыҙлай башланы. Көндән-көн көсәйә генә. Аяҡ өҫтө саҡта әрнеү кәмегән һымаҡ та ул. Түшәккә ауҙыммы-алҡымдан ала… Мейемдең бер төше «нишләргә?» тип, өҙөлә лә өҙөлә. Йоҡо тигәнем — ойоуҙан ғына ғибәрәт. Башымда бөтмәҫ уйҙар сеймәлсеге ниҙер эҙләй, йәнтәслим ниндәйҙер табышмаҡ сисә.

Аҡылым менән рәсми медицина ярҙам итмәҫен һиҙемләйем. Анализдарым һәйбәт буласаҡ. Тыштан ҡараһаң, аяғым һап-һау. Баҫҡылаһаң, ауыртҡан ерҙәре лә тойолмай. Бары — эсе тулы әрнеү ҙә әрнеү… Ғазаплы ойоуҙарҙың береһенән ултырған килеш уянып киттем. Күҙ алдымда күптән онотолған хәл-ваҡиға… Аяҡҡа бәйле… Һәм башымда «Иванов системаһы» тигән хәбәр! Ярты йыл элек кенә тап булғайным был мәғлүмәткә. «Уральские нивы» журналында. Осраҡлы микән???

Системаны ҡулланып ҡараған берәүҙе лә күргәнем, ишеткәнем юҡ ине. Боҙло һыу менән шартлап торған һыуыҡҡа үҙеңде алып сығыуы… Үҙ ирке менән эшафотҡа менеп барған кешенеке ишелер ул, бәлки! Ҡайҙан, нимә, нисек юл таба, ҡойолдо ғына эсемдән әкәм-төкәм. Күпме дауам иткәндер инде был әфәт? Һауыҡты аяғым! Башта тиреһе полировка кеүек ялтыраны. Өҫтөнән йоҡа ғына ярыһы һыҙырылып төштө.Бер ыңғай, үҙағышына ҡуйылған әллә күпме хасталарым юҡ булды…

Нимә ул сир?[үҙгәртергә]

Ҡыҙым сирләй башланы. Беренсе синыфты декабрға тиклем генә уҡый алды. Шешекле ангина йөрәк шешенә олғашты. Алтынсы синыфҡа тиклем яфаландыҡ ҡына.

Төшөнкөлектөң иң төбөнә төшөп ултырғанда, күҙемә бер иғлан салынды. Ниндәйҙер Хөсәйен тигән табиптың Өфөләге дауалау сеанстары тураһында. Кем ул, нисек дауалай — эт белһен! Алъяуҙан, сараһыҙлыҡтан тиҙ генә ҡуптым да, олаҡтыҡ Өфөгә. Һәр сеанста ла ҡыҙым йоҡлап китә лә, аҙаҡ өҫтә осоп йөрөнөм, ти ине. Мин генә ыҙаларымды барлап, бар тормошомдо ҡәһәрләп, тыһырайып ултырыуҙан бушаманым. Сеанс алдынан да, барышында ла, табип нимә һөйләгәнен диҡҡәт менән тыңлаған да һымаҡ инем. Тик ишетеү өсөн, мәғәнәһе аңыма үтеүе өсөн ун бишләп йылдың үтеүе кәрәк булып сыҡты…

Кемебеҙҙе генә ялмаманы икән «әҙергә-бәҙер» сире… Һәр кемебеҙҙә бөтмәҫ дәғүә лә дәғүә… Һәммәбеҙгә лә нимәлер кәрәк тә кәрәк… Әҙер генә, күктән яуғаны, алға ауып ҡына торғаны! Бармаҡ та ҡыбырлатмайса! Уҡыусыға — белем! Сирлегә — дауа! Бәғзеһенә — бәхет! Кемгәлер — аҡсаһы һоҫолоп ҡына торған эш… Мине лә ул сир урап үтмәне. Бар ғүмерем башымдағы тышауҙар, төйөндәр, тоҡандар сылбыры менән алышып үтә…

Һауығып ҡайтты ҡыҙым! Иптәшкә тип, беҙҙең менән сеанстарҙа йөрөгән ҡыҙ, әсәһен аптыратып, талпан кеүек китапҡа йәбеште. Ә бит ана-бына коррекцион класҡа күсеү янай ине үҙенә! Көйләнеш боҙолоуо — йәндән, тәндән элек аңда ул… Башына сүп-сар тулған өлкәндәргә балаларҙан өлгө алаһы ла алаһы…

Юл саты[үҙгәртергә]

Күп кенә әкиәттәрҙә юл сатындағы сал сәсле бабай тураһында телгә алына. Ысынлап та, бар ул. Бәлки, фәрештәлер… Сираттағы сеансҡа китеп барғанда, юл сатында китап һаталар ине. Күҙем «Фитотерапия» тигән китапҡа төштө. Традицион булмаған дауаланыу ысулдары тураһында ине ул. Ҡайтыу менән ярҙамы тейә башланы…

Нимә ул «баш» сире?[үҙгәртергә]

Уҡыу йылын көс-хәлгә тамамланым. «Сир — аш түгел инде ул», — ти торғайны оләсәйем. Ә бында — баш. Һыҙлауына түҙәлмәй, башымды ҡайҙалыр ҡуйып торғо килә.

Дауаханаға барыр форсатым юҡ. Экзамен, мәктәп баҡсаһы… Аҡса яғы таҡыр. Баш сирҙәренән диагноз ҡуйылыуы ла икелерәк. Дарыуҙарына ла ышанысым ныҡтан түгел.

Каникулды саҡ еткереп, башымды дауаларға тотондом. «Фитотерапия» китабында металдарҙың шифаһы тураһында мәғлүмәт бар ине. Баҡыр (Сталин мәлендәге һәм Хрущев заманынан ҡалған) аҡсаларҙы эҙләп алдым. Китапта яҙылғанса, ауыртҡан ерҙәремә ҡуйып ҡараным. Йәбешһә, дауалай тиелгән. Йәй буйы маңлайымдан төшмәнеләр. Онотолоп, урамда кешеләрҙе аптыратыуым әҙ булманы. Әммә көҙгә, һин дә мин барып индем. Хатта һәр йыйылыш аҙағынан була торған мигрень да ҡайҙалыр юҡ булды. Транспортта йөрөү үҙе бер әфәт ине. Юл сирем дә ҡайҙалыр төшөп ҡалды.

Коллегама фибриома тип диагноз ҡуйғайнылар. Дауалауҙан үткән, операцияға китергә тейеш Өфөгә. Баҡыр аҡса йәбештереп ҡараныҡ. Йәбешә! Аҡсаларҙы теҙеп, билдәмә эшләне. Күпме тағып йөрөгәндер инде. Бысаҡ аҫтына ятыу кәрәкмәне.

Нимә ул «хроник сир»?[үҙгәртергә]

Мирзакәрим Норбеков тигән табип бар. Ул кешеләрҙең күбеһен дауалап булмай, сөнки «геморрой»ҙары башында ти. Тормошта бындай миҫалдар тулып ята. Ғәриплек буйынса комиссияны тапай берәү. Үҙе үләндәр дауаһын һәйбәт белә лә, дауаланырға ғына ваҡыт табалмай. Ғәриплек буйынса аҡса килһен өсөн, сире менән йәшәргә тейешлеген дә, аҡсаның дарыуға китеп торасағын аңлатып булмай.

Күптәр сире менән бергә "сиам игеҙәге"нә әйләнеп бөткән. Аптырайһы түгел… Ике ҡатын бәхәс ҡора: кеменең сире ҡиммәтерәк тора, дарыуы иҫ китерлегерәк… Башынан йонсой икенсеһе! Форсаты бар, аҡса ла моң түгел… Әлдән-әле ятып ала дауаханала. Сумкаһынан дарыуҙар өҙөлгәне юҡ!

Сираттағы һынау[үҙгәртергә]

Торған ерҙән ҡаттым да ҡуйҙым. Күкрәк эсендәге ауыртыуҙы бер нисек тә һүрәтләп булмай. Ул шундай дәү, тыңҡыслап тултырылған һымаҡ. Аяҡ атламай, ҡулым күтәрелмәй, телемдә тоҡан. Эргәлә генә тахта. Тик 2-3 сәғәт тирәһе үткәндер ул, ҡоршауҙан ысҡынып, урынға ауа алғансы.

«Фитотерапия» китабында «Валериана дауалай» тигән мәҡәлә бар ине. Тамырынан бәләкәй генә мендәр эшләргә, һис булмаһа, ҡулъяулыҡҡа төрөп еҫкәргә тиелгән. Телевизор ҡарайһыңмы, яҙышып ултыраһыңмы, китап уҡыйһыңмы, әңгәмәләшеп ултыраһыңмы, йоҡларға яттыңмы — еҫкәп тик ултыраһың. Йоҡоһоҙлыҡтан да дауалай. Тик сама белергә кәрәк. Артығы, киреһенсә, көндөҙ йоҡомһорап йөрөүгә килтереүе мөмкин.

Шулай уҡ, валериана гипертониктарҙың да (күберәк ваҡыт талап итә), гипотониктарҙың да ҡан баҫымын көйләй, самала тота. Валериана тамсыларын эсеү — күберәк аш һеңдереү системаһына яйлы. Ә йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһы өсөн еҫкәү яҡшыраҡ ярҙам итә. Был, бәлки, бауырҙың барьер ролен үтәп, ҡайһылыр матдәләрҙе тотҡарлап ҡалыуына бәйлелер. Әммә ошо ысул мине лә сираттағы әфәттән йолоп алды.

Енәйәт һәм яза[үҙгәртергә]

Сибайҙа белемде камиллаштырыу курсында йөрөйөм. Ят гөлгә күҙ төштө.Ҡайтыр саҡтараҡ, гөлдең бәләкәй генә ботағын өҙөп алдым. Һөт кеүек шыйыҡсаһы сыҡты. Молочайҙар төркөмөнән үҫемлектәрҙең барыһында ла була ул.

Тик сослоғомдың әжере йыраҡ булмай сыҡты. Нишләптер күҙемде ыуғанмын да, түҙ генә, ҡабаҡтары ут булып яна. Рефератымды көс-хәл яҙып бөттөм. Әлдә иртәрәк торғанмын. Күҙ йомолған, ҡабаҡтары мендәрҙәй булып ҡабарған. Шул саҡ ҡыҙымдан ишеткән хәбәр иҫемә төштө. «Әхирәтемдең бөйөрө насар эшләй, шикелле, көн дә күҙ ҡабаҡтары шешеп килеп тора. Ас төкөрөк менән бөтөрә шешмәктәрен», — тип һөйләгәйне ҡасандыр. Хәл юҡ.Тотондом процедураға! Сәғәт ярым тигәндә, ҡайтты элекке хәленә күҙем. Дәрескә лә өлгөрҙем мәленә.

Осраҡлы хәлдәр юҡ, тип раҫлай ҡайһы бер ғалимдар[үҙгәртергә]

Һәр иртә быҙауҙы ҡушам да, һыйыр эйгәнсе һарайҙы көрәйем. Ә был юлы, яңғыҙ ғына ятҡан тиҙәккә ынтылған ерҙән кире уйланым.

Аласыҡта ниҙер эшләй инем, алыпһатар ҡатын пәйҙә булғанда. Елеп һарайға үтеп китте. Тарбай бармаҡлы ҡулдарын һуҙып. Үҙенең күҙҙәренән йәш сөбөрләй. Бер аҙҙан беләҙеген күмгәнсе һыйыр тиҙәгенә буялып килеп тә сыҡты. Усында һатырға алып килгән пистондары шартлаған икән. Һыҙлауына түҙә алмай, ҡулдарын һыйыр тиҙәгенә алып барып тыҡҡан.

Ишек алдына ултырғыс сығарып ултыртып, ҡатынға һут эсерҙем дә, эштәрем менән сығып киттем. 2-3 сәғәттән әйләнеп килеүемә, ул ҡулдарын йыуған. Мине көтөп ултыра. «Әлдә һыйырыңдың тиҙәге булды. Ике усым да янғайны, бындай ҡулдарым менән нисек көн итәр инем», — тип ҡыуана-илай рәхмәтен яуҙыра. Устарын, беләҙеген миңә күрһәтә: «Бына тиҙәк теймәй ҡалған урында ғына ҡапған һыулы күперсек. Белеп ҡуй, кәрәге тейеүе бар», — ти.

Бешеүҙең нимә икәнен белмәһәң, «фу» тип, эре сирттерергә лә булыр ине. Яраң ҡасан төҙәлә лә, ул төҙәлгәнсе һине сабый кеүек итеп кем ҡарай? Бындай яраларҙан ҡалған мөһөрҙе лә иҫәпкә алһаң… Бер нисә сәғәт эсендә төҙәлгән, таҙа, һау тирене күреү мөғжизә булды минең өсөн. Быға тиклем быуындар шешеүен тиҙәк урап дауалағандарын ишеткәнем бар ине. Үҙем, Ҡағы урыҫтары өйрәтеүе буйынса, емеш ағастарының яраларын тиҙәк һылап дауалайым.

Дауаң үҙеңдә[үҙгәртергә]

Коллегам һөйләгәндән. Туҡан ҡасабаһында эшләп йөрөгән сағында, тәне күгәреп эшкә бара алмай ятҡан. Хәлен белешергә килгән лаборантка «Мәлендә генә һыҡра сылатып бәйләһәң, тәнең күгәрмәҫ ине», — тип өйрәткән. Көтмәгәндә, был сараны үҙемә ҡулланырға тура килде. Мал ҡарап йөрөгәндә, эйеләйем тигәнсе, һыйыр башын ҡалҡытты. Мөгөҙө маңлайымдың ҡап уртаһына бәрелде. Йәһәт кенә компресс эшләнем. Сәғәттән ашыу ултырырға тура килде. Һыҙлауы байтаҡҡа һуҙылһа ла, маңлайым күгәрмәне. Һуңынан ҡыҙым аяғын имгәткәндә лә, ошо дауа килеште кимәлйегән еренә.

Әммә иң фәһемлеһе, иң хәүефлеһе һуңғараҡ булды. Ҡаты итеп һыуыҡ тигеҙҙем. Тамаҡ ауыртыуы тиҙ арала эскә, бронхыларға төшөп китте. Хәлһеҙлектән шыбыр тирләйем, кейемем һығып алмалы була. Дауаханаға ятҡан хәлдә лә, дарыуҙары юҡ. Аптекалар буш, ҡулаҡсаһыҙ инеп тә булмай. Эш хаҡын бөтөнләй күргәнебеҙ юҡ. Ҡыҙымдың пособиеһы шәкәр-сәйлек кенә.

Оҙон таҫтамалды сылатып күкрәкте ураттым. Өҫтөнән полиэтилен бәйләнем. Ҡымшанмай ҙа таң аттырғанмын. Иванов системаһынан һуң, икенсегә күрҙем, эскә ни тиклем әкәм-төкәм һыя алғанын. Төкөрөп кенә өлгөр. Таҙарынып бөткәнсе, ҡулъяулыҡ урынына, таҫтамал төшмәне ҡулдан…Аҙаҡ «Уринотерапия» тигән китап килеп керҙе ҡулға.

Сараһыҙҙан…[үҙгәртергә]

Ҡаланан туғаным ҡайтып төштө. Беләге шеш. Эсенә һарыһыу йыйыла. Дауахана һауыҡтыра алмаған. Медуниверситеттағы дуҫы бер дарыуҙы һынап ҡарарға тәҡдим итә икән. Минән "Ни кәңәш итерһең,-тип һорай. Күргәнем бар ундай сирлеләрҙе. Һыуын алған һайын күберәк һәм тиҙерәк йыйыла. Күрәләтә үҙ өҫтөңдә һынау үткәртеү ҙә, һауығыуға ышаныс бирмәй. Ундай сирҙе дауалау тәжрибәм дә юҡ. Ә ул «Нимә эшләтһәң дә, тыңлайымдан» өҙөлөп, дауала тип ныҡыша ғына.

Йәй мәле ине. Һыҡраны күләме ике тапҡыр кәмегәнсе ҡайнатып, компресс эшләй башланыҡ. Бер көн һыҡранан компресс, икенсе көн юл япрағы бәйләнек. 15-20 көн тигәндә шеше шиңде, һары һыуҙан бер нәмә лә ҡалманы.

Ғүмер юлы[үҙгәртергә]

Ғүмерҙе йылдар менән хисапларға күнеккәнбеҙ. Ә улар ни генә генә һөйләй ала һуң? Дөрөҫлөктә, «ғүмер юлы» — аҙымдар, үткән саҡрымдар түгелме ни?! Ҡайҙан башланған да ҡайҙа илткән? Ҡай юл саттарың үткән дә, ҡайһы тарафтарҙы үҙ иткән? Бөгөлөштәрен кем борған да, артылыштарың кем ҡуйған?Әмәлең ни ҙә, ғәмәлең ни?

Хикмәт[үҙгәртергә]

Баласаҡ. Һыу ингәндә ҡолаҡҡа һыу инде. Ғәҙәттә, күпмелер ваҡыттан ағып сыға торғайны. Был юлы төпкәрәк киткән булып сыҡты. Ҡолаҡтың эсе шеште. Көндә эрен ҡойола.

Берәүҙең дә миндә ҡайғыһы юҡ. Барыһы ла бесәндә. Донъя эше минең елкәлә ҡала. Ҡолаҡты йыуам да, мамыҡ менән көпләйем. Күпмелер ваҡыттан уң ҡолағым ишетмәй башланы. Ул саҡтарҙа сәйҙе самауырҙа ҡайната инек. Ҡайын күмере йәки тупырсыҡ менән. Самауыр йырлай-йырлай ҡайнай. Ә мин торбаһына ҡолаҡты алмаш-тилмәш ҡуям да, тыңлап ҡарайым. Ҡолағым ишетә башламаны микән тим. Шулай тикшерә торғас, хәл арыуланыуға китте. Йылдар үткәс кенә башыма барып етте. Мине бит шул самауыр дауалаған. Күмеренең, тупырсыҡтың һауаһы, шифаһы менән!

Тәҡдирме? Яҙмышмы?[үҙгәртергә]

Әҙәм балаларын бәлә-ҡазалар һағалағап ҡына тора шул. Оләсәйем әйтә, һәр кемдең дә этәкләүсеһе һәм ярҙамсыһы була. Икеһе лә ашығырҙар, ти. Кайһыныһы алданыраҡ өлгөрә инде…

Бармағым араһы ҡысыңҡырап тора ине. Бер бәләкәй генә нөктә. Көн эсендә ҡулым әллә нисәне бәрелде, һуғылды, өшөнө. Кискелеккә шешә башланы, беләк буйлап өҫкә менеп китте. Күгелйем-көрән, бармаҡтарым тултырылған тауыҡ кеүек тырпайып тора. Больницаға 40-50 км юл.Әмәлгә ҡалғандай, аҡман-тоҡман башланды. Ул ҡасан тымыр ҙа, ҡасан юл төшөр…. Әсәйем илай. Ҡыҙ бала ҡулһыҙ ҡала инде, уң ҡул битә әле,- тип һығыла.

Шул саҡ ишектән Ғәйшә оләсәйем күренде. Ул, ғәҙәттә, өйөнән сығып бармай. Беҙгә лә бик һирәк килә.Ни хәстәр сығарғандыр инде өйөнән.Әммә, беҙҙе күреү менән, әсәйемә «Нимә буҙлап ултыраң, бар йәһәт кенә һарыҡ майы индер», — тип фарман бирҙе. Тиҙ генә иреттеләр ҙә, шеш өҫтөнә йәйеп яптылар. Утын ағасылай бәйләп-сырмап та ҡуйҙылар.Ҡулым инде иҫ белмәй, ауыртҡанын да тоймайым…

Шулай, насип иткәс, йәшәп ятам әле. Оләсәйем инде йәнемә, фәрештә булып…ҡулһыҙ ҡалыу ғынамы…күптән онот булыр инем донъяла…

Һаулығың ҡәҙерен һау саҡта бел…[үҙгәртергә]

Ағастар япраҡ ярҙымы, тау юлынан юрғалап Ғәйшә апайым менән Фатима апайым килеп етә.Таҡыясаҡ битенән ыуыҙ ғына япраҡтар йыйып, алмаш-тилмәш бер-береһен урайҙар.Ҡайын һәм уҫаҡ япраҡтары-ҙур дауа.Әлбиттә,ҡәҙерен белеп файҙаланғандарға.Ҡай саҡ апайҙарыма аптырап ҡуям.Үҙҙәре шундай шәптәр. Бигерәк тә, Ғәйшә апайым. Йәш сағында егеттәр уның менән көрәшергә ҡыймағандар тип һөйләйҙәр.Үҙ күҙем менән күрергә лә тура килде. Боларып, ҡатынын туҡмарға торған ажар ирҙе аҡылға ултыртҡанын.Ҡулын шаҡарып һикәлтәнән бырғағанын. Һис аптырайһы түгел. Нәсиха оләсәйҙең эйәнсәрҙәре бит улар. Сирлеләр шыңшып ултырғанда, апайымдар тәбиғәт шифаханаһының бер дауаһын ҡалдырмайҙар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә… Урман-ҡырҙар буйлап барһаң, китап уҡыйҙармы ни… һөйләп тик баралар…,әйтерһең, үлән телен беләләр.

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә[үҙгәртергә]

Юл ыңғайы ғына ҡулыма китап тоттороп киттеләр… Хәлдәрем хөртәйеп, ауыр уйҙарға сумып барғанда…. «Еңгәй, был һин уҡый торған китап»,-тип.

Майя Гогуляндың «Сирҙәрегеҙ менән хушлашығыҙ» тигән китабын. Япон фәйләсуфы Кацудзо Ниши системаһы тураһында. Ҡайтыу менән бер тынала уҡып сыҡтым. Система дүрт өлөштән тора. Мин уның берәүһен генә ҡулландым: «Сәләмәтлектең алтын ҡағиҙәләре» тигәнен. Һауыҡтым тиеү әҙ булыр…

Фәйләсуфтар әйтә…ваҡыттың ҡәҙерен белегеҙ, уның бәйәһе бар тип…әммә ул һәр кемгә лә тигеҙ бирелә, тәүлегенә 24 сәғәт. Уны арттырып та, кәметеп тә булмай. Шуға кемдең күпме эш атҡараһы ваҡытҡа түгел, ә дарманыңа, көс-ҡеүәтеңә бәйле. Кемдәр ошо системаны үҙ итә-минең ни әйтергә теләгәнемде шундуҡ төшөнә…

Урындыҡҡа мәдхиә[үҙгәртергә]

Системаның тәүге ике ҡағиҙәһе: ҡаты мендәр һәм ҡаты түшәк.Ҡәҙерен белмәй ырғытҡайныҡ бит әле урындыҡты, иҫкелек ҡалдығы тип кейеҙе менән бергә…Зиннәтлеһенә, ҡиммәтлеһенә алыштырғайныҡ. Ысынлап та, ҡиммәт шул заманса ятаҡ-түшәктәребеҙ… Ысын хаҡын дауахана юлын тапаусылар белә инде… Израил клиникаларын… Бигерәк тә, умыртҡа грыжаһынан яфаланғандар.

Студенттарға күргәҙмә дәрес үткәргән уҡытыусыһы. Һөйәк ултыртыусы табипты саҡырып.Һуҙылып ятҡан береһе, умыртҡаһына зарланғаны. Табип ҡулының ҡыры менән умыртҡаларын ултыртып бара икән, ҡурҡыныс бер арҡа урынына шундай камил тән хасил яһалып килә икән. Әммә ундай белгестәр миллионға берәү, сирлеләр һәр ҡапҡа ашаһына…

Урындыҡ ситлек-качка менән «ярыша» алмай! Ул бит балаларҙың иркен сирләмәй генә, ишектән һирпелгән елпеүҙән, иҙәндәге рәнйеүҙәрҙән аралап тора алған! Унан ғәйере, урындыҡ рухи тәрбиә урыны булған. Бала-сағаны үҙ-ара һәм оло быуын менән бәйләп, күпме йомаҡ ҡойолған, әкиәттәр тыңланған, иҫтәлектәр һөйләнгән, зат-ырыу барланған, ғибрәтле ваҡиғалар, тарих бәйән ителгән… Үткәнде киләсәк менән бәйләп, быуындар күсәгилешен тоташтырып торған күпер булған. Нәҫелде нәҫел итеп кенә ялғаусы түгел… Рух күпере…

Юғиһә ниңә әле ҡыҙы әсәһен белмәй китте, улы атаһын…һәм киреһенсә…Ниндәй «цивилизация» икән ул? Унитазы күпме ялтырауыҡ һәм ҡиммәтерәк — әҙәме шул тиклем кәрһеҙ, тоталҡаһыҙ, сырхауыраҡ, бәйһеҙерәк, быуынһыҙыраҡ…

Оләсәйҙәр дауаханаһы[үҙгәртергә]

Һалҡын алдырған саҡтар булып ҡына торҙо. Медпункт та бар. Тик сөскөргән һайын, дарыу тип йүгерттермәне оләсәйҙәр. Сеүәтәлә ҡайнар һыу менән ҡоротты иҙеп, һары май эретеп, ҡыҙыл борос һалып, һемерттерә инеләр.

Әсәйҙәр бәпәйләнеме, күрше -тирәнән, туғандарҙан һурпанан башлап, тәмле-тәмле ниғмәттәр килә башлай. Баҡса емешеме, урмандыҡымы, балмы, былай ҙа бүлешәләр. Оләсәйем «Яңы ауырыу, яңы аш -зәңгәрә минән ҡас», -тип иң беренсе ауыҙ итер ине. Зәңгәрә, заманса, цинга була инде.

Оләсәйҙәр мәктәбенән ҡалған белемдәр әле лә хеҙмәт итә:

  • Аяҡ яна тип зарлана башлаһа, баҡса ситтәренән ҡан үләне (мокрица) килтереп бирәбеҙ.Ул үләнде ашаған себештәр ныҡ була, синекмәй үҫәләр…
  • Дегәнәк тамыры быуынды нығыта.уны ашаған мал йылтырап тора…
  • Көсһөҙләнһәң, мөсһөҙләнһәң, миктәһәң,өҙлөкһәң-«женьшен» үҙебеҙҙә.Был бәғәнәш, йәғни Воронец колосовидный. Тышынан нәк женьшенға оҡшап тора. Ике төр:ҡара емешле һәм ҡыҙыл емешле.
  • Күгүлән-йөҙ сиргә дауа. Уны ҡош-ҡорт, себештәр, турғайҙар түшәлеп ятып ашай…
  • Ҡыштарын сирҙәрҙән ҡурсалап, йоҡа ғына киҫем айыу майы ашатырҙар ине.
  • Яраларҙы ҡаҙ, һарыҡ майы менән менән һылап дауаланылар.
  • Йүкә балы менән сәй үҙе бер шифа, күпме сирҙән кәртә булған ул.
  • Май айынындағы һыйыр майын дауаға ғына тоттолар. Ул май төҫкә һарыраҡ була аҙаҡ эшләнгәндәренән.
  • Сөйҙә мәтрүш, һары мәтрүш, йүкә бәйләмдәре, артыш һәр саҡ эленеп торҙолар.

Беҙ йыуа, оҫҡон, ҡаҡы, ҡәзә һаҡалы, ҡуҙғалаҡ, көпшә, ҡымыҙлыҡ, балтырған, төймәсек, киндер һәм алабута орлоғо, ҡуян тубыҡ, еләк, муйыл, ағас еләге, бөрлөгән, балан ашап, урындыҡта кейеҙҙә йоҡлап үҫкән ялан тәпәйле балалар. Шуға ла, баласаҡта дауахана түшәгендә ятыусылар булманы ла тиерлек.

Сирҙәр- цивилизация тигән "сибәрбикә"нең бүләктәре…

Парадокс[үҙгәртергә]

Иҫ китмәле заман ҡоролмалары заманына килеп еттек. Төпкөлдәрҙә лә компьютер диагностикаһы. Тыштан күренмәҫ эс-торошоңдо экрандан күрһәтеп, тәфсирләп тә бирә. Медицина фәне иҫ китмәле ҡаҙаныштары, заманса ҡорамалдары, көслө дарыуҙары менән күптән сир тигәндең үҙен ерләргә тейеш ине. Әммә дауаханалар лыҡа тулы. Сирлеләр сират тора…

Хәҙерге йәшәү рәүеше физик хеҙмәт нисбәтен ҡырҡа кәметте. Шул уҡ ваҡытта нервы көсөргәнеше талап ителгән эш төрҙәре күбәйҙе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, кеше һаулығының 7-8 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына бәйле, ә 40 проценты мөхит факторҙарынан, сифатһыҙ аҙыҡтан булһа, 50 процентынан ашыуы кешенең йәшәү рәүешенә бәйле.

Күптәр сәләмәт йәшәү рәүеше тигәндә, тәмәке тартмау һәм араҡы эсмәүҙө гөнә күҙ алдына килтерә. Нисек кенә булмаһын, һәр кем һаулығы өсөн табиптар яуаплы тип уйлай. Дауалау ойошмалары сирле кешене күпмелер дәрәжәлә ремонтлай ғына. Дауалап, үлемдән һаҡлап ҡалырға тырыша. Әммә күпме көс һалып һауыҡтырылған кеше бер аҙҙан тағы сирләй башлай, сөнки ул һаулығын һаҡлау өсөн бер нәмә лә эшләмәгән.

Сәләмәт йәшәү рәүеше үҙенең эсенә күп нәмәне ала. Үҙ-үҙеңә, уратып алған бөтә даирәгә мөнәсәбәтең, тукланыуың, көнкүрешең, ҡылған эштәрең — барыһы ла инә. Хатта һүгенеү ҙә иң тәүҙә үҙеңде һәм нәҫелеңде емерә. Ҡарғаныу, йыуынты һыуҙы, көлдө кеше юлына һибеү ҙә, теләһә ҡайҙа сүп-сар түгеү, тәбиғәтте талау, хайуандарҙы рәнйетеү — үҙеңә әйләнеп килә торған бумеранг. Хәҡиҡәт юлы — ауыр юл. Тайпылдыңмы, тимәк, үҙеңде хөрмәт итмәйһең. Һаулығың тураһында ҡайғыртмау нигеҙендә шул ята. Үҙ һаулығын һаҡламаған, һанламаған, башҡаларға ла шундай мөнәсәбәттә.

Тормош мәктәбе[үҙгәртергә]

26 йыл ғүмерем мәктәп яны баҡсаһында үтте. Һүҙем «Дарыу һәм һирәк үҫемлектәр бүлеге» тураһында. Тәжрибәләр майҙаны ла, мәктәп, ауыл һәм район эсендә дарыухана ла ине ул. Бигерәк тә, үҙгәртеп ҡороуҙар, «тиҙләнеш» заманы башланғас… Ҡулаҡса булмай киткәс, дарыуҙар ҡороғас, булғанына ла ышаныс китеп торғанда…

Үҙебеҙ үҫтергәне генә 44 төр булып, ҡырағай үҫкәндәре менән, йыл һайын 50-55 төр тирәһенә етеп китә ине әҙерләгән үләндәребеҙ. Күберәк һулыш, аш һеңдереү, йөрәк һәм нервы системаларына шифа булғандарын өйрәндек… Ысын тормош мәктәбе булды ул.

Тәбиғәттә ҡый үләндәре булмай[үҙгәртергә]

Ғүмере эсендә тән яраһы алмаған кеше бар микән? «Ямауың үҙеңдә», — тиер ине оләсәй, иҫе китмәй генә, ҡанға туҙып ҡайтып инһәк. Ысынлап та, тишек-тошоҡтан торор ине тәнебеҙ, үҙ ямауы булмаһа. Уратып алған тәбиғәт тә бит йән эйәһе. Күпме йырғыслап, тунап, эхәзләп яралар һалабыҙ үҙенә. Тырышып-тырмашып төҙәтә ул яраларын. Ҡаҙған, һөргән ерҙәрҙе баҫып алып ҡына торған үҫемлектәрҙе ҡый үләндәре тип атайбыҙ. Әммә улар ер яраһын көпләп торған бары ҡутыр ғына. Ваҡытлыса, йүнәлгәнсә…

Бер атҡанда өс ҡуян…[үҙгәртергә]

Эш — майлы бутҡа түгел! Бигерәк тә көс-дарман талап иткәне; һөҙөмтәһе лә тып итеп кенә тормағаны. Шундай саҡта үҙеңде дәртләндер, ҡеүәтләр йәм табыу эште күңелгә ятышлыраҡ, ғәмлерәк итә. Әйтәйек, ер ҡаҙғанда ҡый үләндәрен йыйып барырға була. Сөнки улар бәйә биреп бөткөһөҙ шифалы үҫемлектәр. Эргәлә генә.

Кесерткән, аҡтамыр, дегәнәк, бөтнөк, күгүлән, хуш еҫле ромашка, шайтан таяғы, һуҡыр кесерткән, юл үләне, ала миләүшә… Исемлекте әллә күпмегә һуҙып булыр ине. Дарыуҙан артып ҡалғандарын парник һәм теплица өсөн биояғыулыҡ итеп ҡулланып була.

Айболит[үҙгәртергә]

Иң зиһенлеһе — эт менән бесәйҙер ул. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, аҡтамырҙың япрағын кимергәндәрен. Таныйҙар бит әле ул, үҙҙәренә кәрәген. Беҙ генә, был үҫемлек менән бөтмәҫ-тәкәнмәҫ көрәштән туҡталғаныбыҙ юҡ! Ә ул — иң яҡын дуҫыбыҙ итеүгә хаҡлы үләндәрҙең береһе. Һыуыҡ тейгәндән, бөйөр һәм бауыр таштарынан, ашҡаҙан-эсәк, һулыш, енес системаһы, тире сирҙәренән, ревматизм, геморрой, подагранан көслө дауа.

Үлергә ятҡайны инде Аҡтүш. Һуңғы көндәрендә, исмаһам, үҙ иркендә йөрөһөн тип, сылбырынан ысҡындырғайныҡ… Ҡҡайҙалыр юҡ булды. «Ҡырға китеп үлә ул, эт менән бесәй», тинеләр. Шулай, хушлашып бөткәйнек инде. Ә ул шәбәйеп ҡайтып килде, үҙе генә белгән «шифахана»һынан! Әле лә йәшәп ята, өсөнсө йыл инде. Ваҡыт-ваҡыт индереп алам баҡсаға. Аҡтамыр ашатырға.

Тормош һабаҡтары[үҙгәртергә]

Байтаҡ йылдар аҙ ҡанлылыҡтан яфаландым. Дауаханаларҙы тапау, оҙаҡ-оҙаҡ дауаланыуҙар әллә ни фәтүә бирмәй ине. Иң аптыратҡаны, гемоглобин кәмегән һайын тамаҡҡа аш бармай. Үҙәккә үтте инде. Йәшермәйем, эстән генә «ниңә мин?»,-тип, яҙмышҡа үпкәләгән саҡтарым әҙ булманы…

Шулай ҙа сыға алдым алдына сирҙең… Көнбайыш һәм көнсығыш медицинаһы тураһында китаптар ҡулға килеп эләккәс.

Төп айырмаһы:[үҙгәртергә]

  • Көнбайыш сир менән, йәғни симптомдар менән көрәшә; көнсығыш — сирҙең сәбәбен асыҡлай һәм организмдың үҙкөйләнешен тергеҙә.
  • Көнбайыш сирҙе бикләп ҡуя, нәҡ әкиәттә енде шешәгә ҡыуып кереткән кеүек. Тик ҡасан тағы ысҡынырын ғына белмәйһең…
  • Көнбайыш айырым ағзаны ғына дауалай… Көнсығыш кешене бер бөтөн итеп ҡарай.

Һәр сир — организм көйләнешенең боҙолоуы, тотороҡлылыҡ хәленән ситкә тайпылыу тип һанай. Дауаны көйләнеште тергеҙеү зарурлығынан сығып билдәләй.

Көнсығыш рәсми медицинаны инҡар итмәй. Киреһенсә, бер-береһен тулыландырып, сирле мәнфәғәтендә эш итә. Көнбайыш өсөн был бизнес өлкәһе, баҙар…

Аҙыҡ дауалай[үҙгәртергә]

Ҡан эшләнеү факторҙары күп. Шуға анемияның сәбәптәре лә етерлек. Ҡан бит беҙ нимә ашайбыҙ, шунан эшләнә. Күп осраҡта, туҡланыуҙы көйләп кенә лә, һауығып була. Был, бигерәк тә, йөклө ҡатындарға, йәш балалы әсәйҙәргә, балаларға, операция үткәргәндәргә, ғүмере буйы аҙ ҡанлылыҡтан яфаланғандарға ҡағыла.

Рецептар[үҙгәртергә]

  1. Һурпа. Итте йоҡа ғына киҫемдәргә ҡырҡып, өҫтөнә сығырлыҡ ҡына һалҡын һыу ҡояһың. Ун-ун биш минут ҡайнағас, һурпаны коротлап эсәһең. Укроп япрағын өҫтәргә мөмкин. Норма: 100 г иткә — 0,5-1 л һыу. Артабан һыу өҫтәп, ашты бешереп ҡуяһың.
  2. Бауыр. Ит бешергәндәге кеүек.100г-ға 0,5л һыу. Һурпаһын эсеп, бауырҙы ашап ҡуялар (кемдер яратмаһа, көсләп ашамаһын)
  3. Ҡарабойҙай бутҡаһы. Эмаль, суйын йәки балсыҡ һауытта әҙерләйҙәр. Бер стакан ярмаға 1,5 стакана ҡайнар һыу иҫәбенән. Пар сыҡмаҫлыҡ ҡапҡас кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, 5-7 минуттан уттан алаһың. Ярты сәғәт үҙ көйөнә ултыра.
  4. Кефир, ҡатыҡ, эремсек, ҡорот. Улар органик кальций тоҙҙарына бай. Кальций етешмәһә, гемоглобин өсөн кәрәк булған тимер үҙләштерелмәй. Анемиянян яфаланыусылар юҡҡа ғына аҡбур, балсыҡ, эзбиз көҫәп йөрөмәйҙәр. Көнөнә 1-3 стакан кефир, 50-100 г творог, эремсек йәки ҡорот — үҙе ҙур дауа.
  5. Шифалы сәй:
    1. сәй бешергәндә сәйнүккә 5-6 ҡыҙыл клевер сәскәһен ҡушып һалаһың
    2. икенсе эскәндә 3-5 ҡарағат япрағы
    3. өсөнсөһендә 3-5 кесерткән япрағы.
  6. Салат:
    1. сей кишерҙән ҡаймаҡ йәки үҫемлек майы ҡушып
    2. алма, ҡарағат, турғай еләге, шартый еләге, көртмәленән кефир менән бутап;
    3. ҡара емеш (чернослив) һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙән.
  7. Яңы ғына йыйып алынған йәки туңдырылған емештәр. Көн буйына 2-3 сәғәт һайын ашҡалаҡлап.
  8. Курага, ҡара емеш, йөҙөм, грек сәтләүеге, лимон һәм балдан эшләнә. Барыһын турағыстан үткәреп, тигеҙ нисбәттә ҡушып бутайһың. Сәйгә ҡушып эсергә йәки иртән, төш, кис берәр ашҡалаҡтан имеп ашайһың.
  9. Әлморондан (гөлйемеш) компот. Бер ашҡалаҡ 0,5 л һыуға.
  10. Ҡан яһаусы сәй. Ҡарағат, турғай еләге, шартый еләге, көртмәле, әлморон, боланут (Иван-чай), кесерткән, ҡыҙыл клевер сәскәләрен өс көн бәҫәрткәндән һуң, турағыстан үткәреп, икмәктән һуң, мейескә ҡуйып йәки бик эҫе булмаған (70-100°С) духовкала киптереп алалар.
  11. Ҡан яһаусы бальзам: (Компоненттар тигеҙ нисбәттә алына .0,7 л банкаға 0,5 л күләмдә ҡатышма һәм 40°-лы спирт (үҫемлек майы менән дә эшләп була) ҡоялар. Балғалаҡлап, көнөнә 3-5-7 мәртәбә эсәләр.)
    1. Турғай еләге (үләне, емеше)
    2. Шартый (үләне, емеше)
    3. Әлморон (сәскәһе,үләне, емеше)
    4. Боланут (сәскә төймәсеге, япрағы)
    5. Кесерткән (япрағы)
    6. Клевер (сәскәләре)
    7. Ҡандала үләне, йәғни
    8. Донник лекарственный (сәскәләре, япрағы)
    9. Ҡайын (йәш япраҡтары)
    10. Көртмәле (үләне, емеше)
    11. Бал
  12. «Анемия» ҡатнашмаһы
    1. Ҡыҙыл клевер (К. Луговой)
    2. Кесерткән (япрағы)
    3. Турғай еләге (сәскә, япрағы)
    4. Боланут (сәскә, япрағы)
    5. Әлморон (сәскә, япрағы)
    6. Ҡандала үләне (сәскә, япрағы)
    7. Ҡарағат (емеше)
    8. Ҡара көртмәле (сәскә, емеше, япрағы)
    9. Ҡара мышар (сәскә, япрағы, емеше)
    10. Миләш (сәскә, емеше, япрағы)
    11. Ағас еләге (сәскә, емеше, япрағы)
    12. Ҡара ағас еләге (сәскә, емеше, япрағы)
    13. Йүкә (сәскә, япрағы)

Аҙыҡ: ит, бауыр, ba:ҡарабойҙай, курага, айва, һырғанаҡ, алма, гранат, сыр, эремсек, ҡорот, кефир, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ, миндаль, диңгеҙ кәбәҫтәһе, ҡарағат, ҡыҙыл сөгөлдөр, балан, кишер, ҡара торма, виноград, шартый, турғай еләге, көртмәле, инжир.

Дауаланыу схемаһы[үҙгәртергә]

  • Курс І (10 көн)

№ 1 һәм № 2 көн аралаш бер мәртәбә.

№ 3. Ҡарабойҙай бутҡаһы.

№ 4. Кефир, ҡатыҡ, творог, ҡорот (ҡайһыныһы бар)

№ 6.Салат (ҡайһыныһы бар)

№ 5. Шифалы сәй

№ 7.Яңы ғына йыйып алынған йәки туңдырылған емештәр. Көн буйына 2-3 сәғәт һайын ашҡалаҡлап.

(төрләндереп)

№ 8.Курага, ҡара емеш, йөҙөм, грек сәтләүеге, лимон һәм бал

№ 10 Ҡан яһаусы сәй

  • Курс ІІ (10 көн)

№ 1 һәм № 2 көн аралаш бер мәртәбә.Мәҫәлән, төшкөлектә.

№ 4 .Кефир, ҡатыҡ,творог,ҡорот (ҡайһыныһы бар)

№ 6.Салат (ҡайһыныһы бар, төрләндереп)

№ 7.Яңы ғына йыйып алынған йәки туңдырылған емештәр. Көн буйына 2-3 сәғәт һайын ашҡалаҡлап (төрләндереп)

№ 8.Курага, ҡара емеш, йөҙөм, грек сәтләүеге, лимон һәм бал

№ 11. Ҡан яһаусы бальзам

  • Курс ІІІ(10 көн)

№ 1 һәм № 2 көн аралаш бер мәртәбә

№ 4.Кефир, ҡатыҡ,творог,ҡорот(ҡайһыныһы бар)

№ 6.Салат(ҡайһыныһы бар)

№ 7.Яңы ғына йыйып алынған йәки туңдырылған емештәр. Көн буйына 2-3 сәғәт һайын ашҡалаҡлап (төрләндереп)

№ 8.Курага, ҡара емеш, йөҙөм, грек сәтләүеге, лимон һәм бал

№ 9.Әлморондан(гөлйемеш) компот

№ 12 «Анемия» ҡатышмаһы

Мөмкинлегеңдән сығып, график төҙөп алаһың. Ҡул аҫтында булған компоненттарҙан меню төҙөйһөң. Һанап киткәндәрҙән нимәлер етешеп бөтмәүе ҡурҡыныс түгел. Эшкә алып йөрөһәң, номерҙар дарыуҙы бутамаҫҡа ярҙам итә. Ошо схема менән дауаланып, күптәр был сир менән күптән хушлаштылыр инде. Араһында берәүһенең гемоглобины бер ҡасан да 50-60-тан үтмәгәне, 140 булып киткән тип, аптырап ултырғаны булды. Хәҙер армия йәшендәгеләр араһында сәләмәттәре юҡ тиерлек. Хеҙмәткә китер алдынан дауаханаларҙа ятып сығалар.

Кеше экологияһы[үҙгәртергә]

Ҡайҙалыр ишеттемме, уҡыныммы инде, кеше үҙ ғүмеренең яртыһында һаулығын туҙҙыра ла, ҡалғанын һаулыҡ эҙләп үткәрә, тип. Хаҡтыр. Тәмәке һәм араҡыға киткән һаулыҡ һәм аҡсаны әйтәһе лә түгел.

Әммә киң даирәлә бик яҡтыртылып барылмаған бер өлкә бар. Күптәребеҙ, һаулығына янаған хәүеф — эсәр һыуҙарҙың, һулар һауаның бысраныуы тип кенә белә. Зарарлы матдәләрҙең 90 проценты аҙыҡ аша инә тигән иҫкәрмәне әҙәми зат бик ишетмәй, ахыры.

Ни өсөн аҙыҡ тигәнебеҙ ыу булып сыға һуң? Сәбәптәре байтаҡ.

  • Тәүсәбәп — етештереү технологияһында. Күп күләмдә һәм үҙҡиммәте түбән продукцияны етештереү өсөн орлоҡтан уңыш алғансы күпме ашлама, ағыулы химикаттар, стимулятор, антибиотиктар ҡулланыла. Йәшәү ҡануны буйынса, һәр тере зат йән аҫырау өсөн нимә менәндер туҡлана һәм икенселәр өсөн үҙе лә аҙыҡ булып тора. Шулай итеп, аҙыҡ сылбыры килеп сыға: үҫемлек ашаусы — ит ашаусы. Бөтә зарарлы матдәләр ошо сылбыр аша туплана килеп, аҙаҡҡы торғанына тапшырыла.
  • Икенсе сәбәп, аҙыҡты эшкәртеү, һаҡлау, һәм ҡулланыусыға еткереү юлында. Оҙағыраҡ һаҡланһын, ылыҡтырғыс торошҡа килһен өсөн нимәләр генә ҡулланылмай! Бигерәк тә бешкән аҙыҡҡа бактериоцид матдәләр күп ҡушыла. Һуңғы йылдарҙа (үткән быуаттың 90-сы йылдарынан) тәм биргес һәм буяғыс матдәләр ҡушылған аҙыҡ төрҙәре күбәйҙе. Шунлыҡтан тәбиғи аҙыҡ менән ялғанын айырыуы еңел дә тугел.

Магазин кәштәләре шундай аҙыҡтан һығыла башлағандан алып ниндәй сирҙәрҙең күбәйеүе медицина үҙәктәре тупланған отчеттарҙа сағылмай ҡалмағандыр бит. Ә ниңә ул мәғлүмәт халыҡҡа еткерелмәй? Бәлки еткереүҙән ни фәтүә тип һанағандан шулайҙыр. Сөнки экологик яҡтан таҙа етештерелгән аҙыҡ ҡиммәт була. Ҡулланыусыларҙың күбеһе уны һатып ала алмаясаҡ.

Бигерәк тә сит илдән килгән аҙыҡ хәүефле. Күпме ер үтеп килгән бит ул. Шул ваҡыт арауығында нисек боҙолмай, саф килә алыр ине. Фәҡирлек сигендә йәшәгән кеше ул аҙыҡты һатып ала алырлыҡ хаҡта булыр инеме?

Шулай ҙа ошо көрсөктән сығыу юлдары бар. Ауылда һәр кемдең теләгәнен үҫтереп алырлыҡ ере бар. Үҙенә генә түгел, һатырлыҡ та. Тик ул ҡиммәт буласаҡ! Ситтән килтерелгән «татлы ыу» менән ярыша алмаҫ та! Әммә хаҡта ғына. Сифатта түгел! Фекерләүсе кеше аңлаһа инде... Аҙыҡта яһалған "экономия"ны һаулыҡҡа тотонасағын...

Уйымса, һаулығын ҡәҙерләгән кеше, ерлектә етештерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәсәк. Шәхси хужалыҡта етештерелгәненә! Күҙ күреш, таныш кеше етештергәненә!Ышаныслыһына! Ошо ауылды һаҡлап ҡалыу юлы ла булыр ине ул.

Юғиһә, Өсөнсө донъя һуғышы бит был! Ҡоралы бик мәкер. Татлы ыу төрөлгән аҙыҡ! Тәмәке, араҡы, наркотик кенә нимә ул?