Харчо
Уҡыу көйләүҙәре
Харчо – грузиндарҙың милли ашы.
Бешереү өсөн кәрәк
[үҙгәртергә]- һөйәкле ит,
- бер нисә картуф,
- дөгө ярмаһы,
- 3 тоҙло помидор,
- 2 баш һуған,
- 1 кишер,
- балғалаҡ осонда ҡыҙыл борос,
- 2 лавр япрағы,
- 1 ҡалаҡ аджика,
- 1 ҡалаҡ томат пастаһы,
- 1 тоҙло ҡыяр,
- һарымһаҡ (1-2 тырнаҡ)
Нисек әҙерләргә
[үҙгәртергә]Кишерҙе ҡырғыста ҡырып, һуғанды, помидорҙы турап, аш тәмләткестәрҙе һалып, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Ит бешеп сыҡҡас, һурпаға картуф, дөгө ярмаһы һалырға. Һуңынан тоҙло ҡыярҙы, ҡыҙҙырылған массаны ашҡа өҫтәргә.
Аш бешеп сыҡҡас, һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турап, петрушка, кинзаны ваҡлап, аш өҫтөнә һалырға ла, утты һүндереп, бер аҙ тоторға. Тәмләткестәр томаланып бешеп, ашҡа һеңеп ултыра.