Хуш еҫле бәлеш

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
УФА-ЛАДЬЯ. АРТ.РЕМЕСЛА. СУВЕНИРЫ 02.jpg

Бөгөн иртәнге 8-ҙә Нурсолтан улымдың: "Әсәй, әйҙә, бәлеш бешерәйек!"-тигәненә уянып киттем))) Улым таң һандуғасы булғас, ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә уның ыңғайына иртүк торабыҙ)))

Тәк...Нимә бешерергә?

Тиҙ ҙә, тәмле лә булһын. Атыу түҙмәй эргәлә берәү һикерәңләй бит))) Йәһәт кенә һыуытҡыстан аҡ майҙы алып ҡуйҙым. Йомшара торһон. Табаҡта 2 йомортҡа менән 1 стакан шәкәрҙе күперткәнсе туғыным, ярты балғалаҡ аш содаһын һеркәлә һүндереп һалдым (һеркә урынына 2 ҡалаҡ кефирҙа һүндерергә лә була. Кефирым юҡ ине, шуға һеркә тотонорға тура килде).

Баяғы ял итеп ятҡан аҡ майҙы, самалап ондо ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫтым. Майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала тип әйткәнем бар инде, ҡулға йәбешмәһә, еткән. Шунан ҡамырҙы икегә бүлеп бер ни тиклем ваҡытҡа туңдырғысҡа оҙаттым. Бер аҙ ваҡыттан бер өлөшөн табаға ҡырғыстан үткәрҙем. Эслегенә алма повидлоһы һыланым да, икенсе өлөшөн өҫтөнә ҡырып һалдым.

Оп-ля-ля!!!

Ярты сәғәттән мейестән өҫтәлгә тәмле,хуш еҫле бәлеш ҡунаҡлай!!!!

Сәйегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!!

Гөлназ Ишемғолова