Шихан тауҙары
Шихан тауҙары— пермь осороноң мәрйен рифтары ҡалдыҡтары.Ишембай районы, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары тирәһендә урынлашҡандар.
Шихан тауҙары[үҙгәртергә]
Шихан тигән һүҙ икенсе төрлө әйткәндә, тау тигәнде аңлата. Шихандар тауҙарҙың үҙенсәлекле бер төрө булып тора.Улар бөтәһе дүртәү һәм Башҡортостанда, Ағиҙел йылғаһы буйында, 20 саҡрым аралыҡта урынлашҡандар.
Торатауҙан (402 м), Йөрәктауҙан (м 336), Ҡуштауҙан (371 м), Шахтауҙан (нигеҙенә тиклем ҡаҙылған) торған тау комплексын тәшкил итәләр.
Миллион йылдар элек был урында тропик диңгеҙ булған. Шихан тауҙары — шул диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән мәрйен (коралл) рифтары.
Хәҙер улар Ишембай районы, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары тирәһендә урынлашҡандар. Шихан тауҙарының башына махсус әҙерлекһеҙ ҙә менеп була. Уның иң бейек урыны — 402 метр. Иң юғары нөктәһендә икһеҙ-сикһеҙ матурлыҡтың панорамаһы асыла.
Боронғо риүәйәттәргә ҡарағанда, Ашаҡ исемле егет Ағиҙел исемле һылыуҙың һөйгәнен үлтерә. Ағиҙел яуыз егеттән ҡасып ҡотолдом тигәндә, ул уны ҡыуып тота яҙа.
Ағиҙел йылғаға әүерелеп ағып китә, ә Ашаҡ яралы йөрәген күкрәгенән тартып алып ташлай. Йөрәктау — Ашаҡтың яралы йөрәге, Шахтау — элекке Ашаҡтау, Торатау — уның яралы йөрәгенең ҡайпылсыҡтары, тиҙәр.
Куштау янында ял итеү базаһы һәм тау саңғыһы комплексы эшләп килә.
Йөрәктау менән Торатау — уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары.