Эстәлеккә күсергә

Шоңҡар

Викидәреслек проектынан

Башҡортостан ҡоштары

Шоңҡар

[үҙгәртергә]

Шоңҡар — ыласындар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош (урыҫ телендә — кречет, латинса — Falco gyrfalco L.)

Был ҡоштоң өс атамаһы бар: шоңҡарата ҡош, әтәлгеинә ҡош, тойғонаҡ төҫтәгеһе.

Ҡарғанан байтаҡ ҙур.

Тойғондоң төҫө тотош аҡ; һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡорһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары.

Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ҡанаттарының йәйелеүе — 120—135 см, кәүҙәһенең дөйөм оҙонлоғо — 55-60 см. Әтәлге шоңҡарҙан ҙурыраҡ, уның ауырлығы — 2 кг, ә ата ҡоштоң ауырлығы — 1 кг. Сапсанға ҡарағанда ҙурыраҡ, ҡойроғо оҙонораҡ.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйяҡ-ҡыйяҡ-ҡыйяҡ» ти һәм сапсандыҡына ҡарағанда ҡалыныраҡ.

Ҡая таштар, урмандың төньяҡ сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй.

Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. Осоу тиҙлеге шәп, ләкин шыҡыймай.

Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Әҙер ҡарға ояһын файҙаланалар. Ҡошсоҡтарына аҙыҡты шоңҡар ташый, әтәлге йөнөн йолҡа, аяҡтарын, башын өҙөп ала. Беҙгә көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә килә. Беҙҙең яҡтарҙа оя ҡормай.

Һирәк осрай.

Элек һунарға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Шоңҡарҙар браконьерҙар ҡуйған ҡарҡандарға эләгеп харап була.

Белешмә

[үҙгәртергә]
  • Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың псевдонимы — Шоңҡар
  • «Шоңҡар» — Башҡортостан йәштәре журналы

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

[үҙгәртергә]

Сығанаҡ

[үҙгәртергә]
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 9 б.