Эстәлеккә күсергә

Шырпы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Бәләкәй генә әрйә,
    Эсе тулы мәрйә.
  2. Бер бүлмәгә япҡандар,
    Теҙелешеп ятҡандар,
    Бик ғәжәп был кескәйҙәр,
    Ашамайҙар, эсмәйҙәр,
    Булмай уларҙан башҡа
    Ҡайнар сәй, эҫе аш та.
  3. Бәләкәй генә һандыҡ,
    Эсе тулы халыҡ,
    Баштарында бүрек.
  4. Бәләкәй генә амбар,
    Эсендә етмеш биш пожар.
  5. Бер вагондың эсендә етмеш биш кеше,
    Бөтәһе лә аҡ халатлы,
    Ҡара эшләпәле.
  6. Бер өйҙә етмеш биш кеше,
    Барыһы ла ҡара салмалы.
  7. Бәләкәй генә оя,
    Етмеш биш кеше һыя.

Шырпы ҡабыҙыу

  1. Бәләкәй генә малайҙың башы ҡанай.
  2. Тотһам, бармаҡ осона һыя,
    Һыҙһам өйгә һыймай.