Эстәлеккә күсергә

Шыттырылған бойҙай ризығы

Викидәреслек проектынан
Шыттырылған бойҙай ризығы

Шыттырылған бойҙай ризығы

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]
  • Бойҙай орлоғо — 0,5 л банка
  • Грек сәтләүеге — 0,5 стакан
  • Миндаль — 0,5 стакан
  • Көнбағыш орлоғо − 0,5 стакан
  • Йөҙөм — 0,5 стакан
  • Гранат − 1 дана
  • Печенье — 3-4 дана

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Яҡшы итеп йыуып таҙартылған бойҙай орлоғон, өҫтөн күмерлек итеп йылы һыу өҫтәгәс, һауытын ябып, 24-30 сәғәт тирәһе йылы урында шыттырырға кәрәк. Орлоҡтар бүртеп, морон төртөп кенә сыға башлағас, тағы ла йылымыс һыуҙа ҡат-ҡат яҡшы итеп сайҡатырға. Йылымыс һыуҙа йөҙөмдө лә ебетеп, таҙартып алаһың. Грек, миндаль сәтләүеген бераҙ ҡыҙҙырып алырға һәм төйгөстә уртаса эрелектә ваҡларға, көнбағыш орлоғон һәм гранаттың таҙартылған емешен өҫтәргә. Шәкәрле печеньены ҡырғыстан үткәреп, бөтәһен бергә бутарға. Өҫтән матур итеп, йәшел петрушка япрағы һәм гранат емеше менән биҙәргә мөмкин.

Был ризыҡ ашар алдынан ғына әҙерләнергә тейеш, юғиһә шыттырылған бойҙай кибеп, сәйнәргә ҡаты була. Сәйгә бик тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ.Бигерәк тә ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа иммунитетты күтәреү өсөн тәҡдим ителә.