Эстәлеккә күсергә

Шәм (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡолағын борҙом, —
    Күҙен ҡыҫты.
  2. Бағана яна, көлө-күмере аға.
  3. Һары бағана янып тора,
    Ҡара күмере ҡалҡып тора.
  4. Тешһеҙ айыу май ашай.
  5. Фәлән ерҙә сәмсерәк ташы яна.
  6. Ҡаланан килгән ҡарый
    Ҡарта турап ултыра,
    Һиңә лә бирмәй,
    Миңә лә бирмәй,
    Тик ҡаратып ултыра.
  7. Күмере юҡ, көлө юҡ,
    Бағанала ут яна.
  8. Табаҡ,
    Табаҡ өҫтөндә таяҡ,
    Таяҡ өҫтөндә әлтерәй,
    Әлтерәй өҫтөндә бәлтерәй,
    Бәлтерәй өҫтөндә ҡалтырай,
    Ҡалтырай өҫтөндә ялтырай.
  9. Әлтерәй ҙә бәлтерәй,
    Тирә-яғы ялтырай.
  10. Ана тора маяҡ,
    Маяҡ өҫтөндә таяҡ,
    Таяҡ өҫтөндә ялтырай,
    Ялтырай өҫтөндә ҡалтырай.
  11. Ҡараңғы өйҙә аҡ ҡына бер ҡыҙ,
    Танауын һөртһәң, ялт итә.
  12. Ябалаҡ күҙе ялтырай.
  13. һыңар күҙле ябалаҡ
    Төн буйына ялтырай.
  14. Баҡыр башлы йылан күҙе,
    Ҡояш байығас, асыла.
  15. Бағана яна, баҙы ҡала.

Шәм, уның көлө

  1. Аҡ кеше ҡараһын ҡоя.