Ырыуым — Түбәләҫ
«Ағиҙел» журналының «Шәжәрә» рубрикаһынан
Ырыуым — Түбәләҫ
[үҙгәртергә]Түбәләҫ ырыуы Салауат районының көньяғында урынлашҡан алты ауылдан тора: Тирмән, Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй һәм Урмансы. Уларҙың аҫаба ерҙәргә килеп урынлашыуы тураһында төрлө фараздар бар.
Илсекәй ауылы Ғайсаров Кинжәбай ағайҙың һөйләүенсә (ул хәҙер мәрхүм инде) Түбәләҫ ырыуы башҡорттары Урал аръяғынан, Мейәс буйҙарынан килеп урынлашҡан.
Беренсе фараз
[үҙгәртергә]Бер мосафир Мейәс йылғаһы буйынан хаж ҡылырға китеп бара, имеш. Юлында өйөр-өйөр йылҡылар осрай. Был көтөүсенән ул: улым, кемдең йылҡыларын көтәһең, тип һорай. Көтөүсе: шундай байҙың малдарын көтәм, тип яуап бирә. Мосафир уға: Урал тауҙарының көнбайышында, Әй йылғаһы буйында тәбиғәт бик матур. Еләк-емеш күп, бал ҡорттары бал йыя, ҡырағай аттар ҙа көтөүе менән йөрөй, һин шунда кит, тип кәңәш бирә.
Көтөүсе, байҙың ҡыҙын урлап, Урал тауҙарын артылып, Әй йылғаһы аша сығып, бик йәмле урман ялансығына килеп урынлаша. Бәләкәй генә өй һалып донъя көтә башлайҙар.
Мосафир хажда бик оҙаҡ йөрөп иленә ҡайтҡан ваҡытта әлеге байға килә. Бай ҡайғыһын һөйләй: ҡыҙым юғалды, бик күп йылдар үтте, ти. Мосафир уға: ҡыҙыңды Урал тауҙары аша сығып эҙлә, тип кәңәш итә.
Бай ҡыҙын эҙләп сығып китә. Ҡалын-ҡалын урмандар, яландар, шарлап аҡҡан йылғаларҙы үтеп, бер ялансыҡта бәләкәй генә өй шәрәмәтен күреп ҡала. Ул шунда йүнәлә. Кейәү кеше, уны алыҫтан күреп ҡалып, ҡатынына әйтә: «Ҡайным килә ята, ҡаршы сығайым». «Ул бик уҫал,— ти ҡатыны, һин сыҡма, мин сығайым». Кейәү кеше ҡайныһының ҡаршыһына килгәндә, бай уны үлтерә һуға. Ҡыҙын ҡайтырға өндәй. Әммә ҡыҙы ризалашмай. «Балаларым ошонда тыуҙы, ошонда ҡалам», — ти.
Уларҙың алты малайы була — Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол, Сурағол, Тирмәнғол, Илсеғол һәм Урманғол. Бына шулар таралып ултырғандан улар исемендәге ауылдар барлыҡҡа килгән.
Икенсе фараз
[үҙгәртергә]Икенсе фаразды ғалим Рәшит Шәкүр Баҡал ҡалаһында йәшәгән Ғәрифйән Иҡсановтан алған мәғлүмәт буйынса яҙып сыға («Башҡортостан», № 30, 16.02. 2000 й.). Риүәйәтте ҡыҫҡартыбыраҡ килтерәбеҙ. «...Ҡаты һуғыштарҙан һуң, ире үлеп ҡалған әбейгә хан ошо ерҙәрҙе күрһәтә... Иң оло улы Сүрәкәй исемлеһен һалҡын шишмә янында төйәкләндерә, икенсе улы бик оҫта булған, шуға күрә тирмә ҡорорға яраҡлы уныға урынлаштырырға ҡушҡан (хәҙерге Тирмән ауылы), өсөнсө улы гел ау менән шөғөлләнеү сәбәпле, урман буйынан урын биргән (хәҙерге Урмансы ауылы). Дүртенсе улы тау кейектәренә йөрөргә әүәҫ булған, уныһына ташлы тау буйы тейгәән (хәҙерге Илсекәй ауылы, икенсе исеме Башташ). Бишенсе улына арҡа буйынан урын биргән (Ҡарағол ауылының икенсе исеме Арҡауыл). Ә иң бәләкәй, бөрсә кеүек етеҙ улын Оло өйөр йылғаһы буйында урынлаштыралар. Йәнәһе лә Бөрсәлим — Мөрсәлим булып сыға, икенсе исеме Ҡалмаҡҡол»
Өсөнсө фараз
[үҙгәртергә]Өсөнсө варианты ла бар. Ғалим Мираҫ Иҙелбаев Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Хәйрулла Килмөхәмәтовтан алған мәғлүмәттәрҙе бәйән итә. («Ватандаш», № 5,1999 й.) Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе ошолай: «... Әйле Сыңғыҙ хан, Сыңғыҙ хандың улы Майҡы бей, Майҡы бейҙең улы Юлбуға, Юлбуғаның улы Күсә бей, Имса бей, Тумса... Уларҙың туғандары була: Ҡолсаҡ. Шул Ҡолсаҡ ҡыҙ була. Һыбай бик шәп йөрөй.
Бер ваҡыт Юлбуғаның йылҡылары юғала. Теге ҡыҙ бик үткер була. Атҡа атланып йылҡыларҙы эҙләп китә... Юлда һунарсылар ат эҙләп йөрөйҙәр икән. Ике егеткә осрай. Бер егет бының менән ипләп кенә һөйләшә. Былар танышып китәләр ҙә, егет ҡыҙҙы алып ҡайтып китә. Башташ тауының аҫтында йылға буйында былар ҡыуыш ҡоралар. Йылҡы өйөрө йөрөһөн инде, йөрөгән ере һәйбәт, тип, шунда бәләкәй генә өй шәрәмәте һалалар, шунда тора башлайҙар.
Юлбуға эҙләп сыға. Икәүләп әлеңге өйҙә сәй эсеп ултыралар икән. Шул ваҡыт егет: «Ана, бер кеше килә», — ти. Ҡатыны ҡарай ҙа: «Эй, атайым килә», — ти. Егет ҡаршыларға сыға. «Ҡайным килгән, рәхим ит», — тип әйтеүенә, теге ҡайны булған кеше, уғын ала ла, аңламай-нитмәй, егеткә ата ла ебәрә. Ҡыҙы килеп сыға. «Әйҙә, ҡыҙым, ҡайтайыҡ», — ти атаһы. «Мин ҡайтмайым, ғомандымын», — ти ҡыҙ, — ошонда ғына йәшәйем...».
Был ҡатын бала таба. Шул баланан тыуалар: Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсеғол, Сурағол, Тирмәнғол һәм Урманғол исемле балалар. Шул балалар таралып китеп, Түбәләҫ тигән ырыуға исем бирә.»
Ҡарағол ауылында йәшәүсе Эдуард Ғөбәйҙуллин беренсе һәм өсөнсө варианттарға оҡшаш фараздарҙы Салауат районы гәзитендә («Йүрүҙән», 12 декабрь 1997 й.) яҙып сыҡты.
Күреүебеҙсә, риүәйәттәрҙең өс вариантында ла һүҙ Урал аръяғынан күсенеү тураһында бара. Юғалған йылҡы өйөрөнөң иң олоһо бер йылға буйында йөрөгән, имеш. Бына шул Ҡалмаҡҡол менән Тирмән ауылдары араһындағы йылғаны, Оло өйөр, ҡайһы берәүҙәр. Оло ер йылғаһы, тип йөрөтә.
Риүәйәттең икенсе варианты дөрөҫлөккә тап килмәй. Берәй һүҙ оҫтаһы, телсәр кеше уйлап сығарған уйҙырмаға оҡшай. Сөнки Мөрсәлимде — Бөрсәлим, тип әйтеп булмай. 1816 йылда йорт старшинаһы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов булған. Тимәк, ауыл уның исемендә йөрөгән.
Дүрт легендала ла «Түбәләҫ» этнонимы төшөп ҡалған. Ул бит ырыу исеме, боронғо исем. Түбәләҫ исемле ауыл бар, тик унда урыҫтар йәшәй, һәм ул аулы хәҙер Силәбе өлкәһенә ҡарай.
Тарихтан билдәле булыуынса, Иван Грозный Ҡазанды яулап алғандан һуң (1552 й.), Ҡазан ханлығына буйһонған башҡорт ҡәбиләләре лә рус хакимлығын танырға теләк белдерә (1557 й.). Ергә аҫабалыҡ Грамотаһын аҡ батшанан алалар. Ҡәбилә бейҙәре үҙҙәре теләп килгәс, Иван Грозный уларға ергә хоҡуҡты һәм башҡа хоҡуҡтарҙы ҡуш ҡуллап бирә. Кеше ере йәл түгел, һуңынан күҙ күрер, тип уйлағандыр.
Көнсығыштағы башҡорт ҡәбиләләре Себер ханлығына буйһонған була.
Түбәләҫ ырыуы ҡайһы дәүерҙә килеп ултырған һуң хәҙерге аҫаба ерҙәренә?
[үҙгәртергә]Бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең «Башҡорттарҙың тарихы» (Өфө, 1994, 40-сы бит) китабында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерә: «1635 йылда урыҫтар, урта Башҡортостанда үҙ хакимлыҡтарын тамам нығытыу өсөн, көнсығыш башҡорттарын ҡул аҫтына алырға тырышты һәм уларҙан ваҡыты-ваҡыты менән ялланған ғәскәр йыйҙы. Себер юлындағы Ҡошсо, Ялан Ҡатай, Салжәвут (Һалйот), Ҡара Табын һәм Әй улыстарын үҙенә ҡаратып, Уралдың көнсығышынан көнбайышына күсергә тырышты. Монгол заманындағы был хаким ҡәбиләләр Күсем улдарына ҡаршы торҙо... Ләкин Күсем улы Абылай солтан, ҡалмаҡтар менән берләшеп, уларҙың көнбайышҡа күсеү юлдарын киҫте, урыҫ тарафын алған ырыу бейҙәрен дә язаланы».
был турала Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев та «Башкиры» тигән әҫәрендә («Ватандаш», № 2, 1998 й., 164-се бит) яҙып сыҡты: «Асади-бей и Шикарлибей жиди в Сибири, в подчинении у ханов Ибака и Шибака, бывших в родстве с Чингиз ханом. Ханы задумали убить обоих бейев. Но человек одного из ханов предупредил их: «Бегите, иначе не уберечь вам своих голов, пропадете зря» Текстан күренеүенсә, былар Табын ырыуы бейҙәре була.
Күрәһең, Табындар менән бергә Әй ҡәбиләһе лә һәм уға ингән түбәләҫтәр ҙә (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе — Яҡуп ағай Шәмсетдинов хаталы фекерҙә йөрөнө: Түбәләҫ ырыуын Әйҙеләргә ҡаратты. 2009 йылда Мөрсәлимдә үткән Шәжәрә байрамына ҡатыны Кәтибә Кинйәбулатова менән саҡырылғайны. Үҙенең сығышында ла, "Түбәләҫ — ул Әйҙе ырыуының бер тармағы" тип һөйләне) хәҙерге биләмәләренә Урал аръяғынан килеп урынлаша. Был сама менән 1640—1650-се йылдарға тура килә.
Түбәләҫ ырыуына ошо биләмәләрҙе кем биргән
[үҙгәртергә]Легендаларға ҡарағанда, ошо ерҙәрҙе, йәнәһе, әбей батша биргән. Ҡайһы берәүҙәр Иван Грозный тип тә әйтә. Һәр хәлдә, урыҫ батшалығы башҡорттарҙың көнбайышҡа күсенеүен хуплаған. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн ҙур-ҙур яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә һәм һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары күпләп бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Һилиә, Оло Өйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән. Бына ошо биләмәләрҙе Түбәләҫ ырыуы кешеләре үҙ иткән. Уларға был ерҙәрҙе бер кем дә бирмәгән, үҙҙәре һайлап килеп ултырған. Бәлки, күршеләре Ҡыуаҡан, Ҡаратаулы, Көҙәй ырыуҙары менән һөйләшеп килешкәндәрҙер.
«Түбәләҫ» этнонимы нисек йәбешкән был ырыуға
[үҙгәртергә]Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Тажетдин Ялсығолов мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт ханы Иштәк Аму-Даръя буйында йәшәгән. Уның улдары күп булған. Беренсеһе Тамъян, унан Үҫәргән, Күбәләк, Бәкәтүн, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ. Һигеҙенсеһе Дыуан («Ватандаш», № 2, 1998, 165-се бит). Әлбиттә, был легенда Түбәләҫ ырыуы башҡорттарының башҡа ырыуҙар менән берлектә Урта Азиянан килеүе тураһында мәғлүмәт бирә.
Түбәләҫ ырыуын төрлө сығанаҡтарҙа төрлө ҡәбилә составына индерәләр. Мәҫәлән, Р. Ғ. Кузеев бер әҫәрендә («Очерки исторической этнографии башкир», Уфа, 1957 г., 55-се бит) Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһе составына индерә. Шул уҡ автор икенсе әҫәрендә уларҙы («Происхождение башкирского народа», Уфа, 1974 г.) Ҡыуаҡан ҡәбиләһе составына индерә. Күрәһең, Әйлеләр менән Ҡыуаҡандар Түбәләҫ ырыуы биләмәләре менән сиктәш, хатта аралашып китә.
Ҡыуаҡан ҡәбиләһе ырыуҙары: Йылан-ҡыуаҡан, Сәғит-ҡыуаҡан, Тау-ҡыуаҡан, Һатҡы-ҡыуаҡан, Ҡырҡ-өйлө-ҡыуаҡан, Түбәләҫ-ҡыуаҡан. Ҡыуаҡан биләмәләре — Һатҡы ҡалаһынан алып Йүрүҙән ҡалаһына тиклем, Яйыҡ, Ағиҙел йылғаларының башланған ерҙәре. Көньяҡтан һәм көнсығыштан Ҡара Табын ырыуы биләмәләре менән сикләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһенә индерә.
Әйле ырыуы 113 йорт: түбәләре: Арш, Ялан Әйле, Өпәй, Дыуан, Таз-дыуан, Сызан, Эйәрле, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Һарт, Түбәләҫ, Сүплеһыҙғы (Әхмәтзәки Вәлиди Туған, «Башҡорттарҙың тарихы», Өфө, 1994, 162-се бит).
Әйле ҡәбиләһе Урта Азияла ойоша. Бохара ҡалаһы янында хатта Башҡорт исемле тау бар. Уларҙың Уралға күсенеү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Әммә Әйлеләрҙең VIII—IX быуаттарҙа Арал диңгеҙе тирәләрендә ҡышлауы, Әй, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары баштарында йәйләүҙәре билдәле.
Шул урындарҙа әйлеләр Ғуз, Бәжәнәк ҡәбиләләре менән аралашып йәшәгәндәр. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тырышлығы менән Болғар ханлығына Бағдаттан илселәр килеүе билдәле булды. И
лселәр сәркәтибе Ибн Фаҙлан бик күп әһәмиәтле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған (922 йылдар тирәһе). Улар, илселәр, Бохаранан сыҡҡас, Ғуз (Оғуз), унан Бәжәнәк (Печенег) ҡәбиләләрен осрата. Төньяҡтараҡ, Арал диңгеҙен үткәс, Кинел йылғаһы тирәһендә башҡорттарҙы осрата. Уның яҙыуы буйынса, башҡорттар бик уҫал, ҡыйыу ҡәбилә була. Улар янынан бик һаҡлыҡ менән үтәләр. Бәлки, ошо ерҙәрҙә Ибн Фаҙлан Әйле ырыуҙарын осратҡандыр.
Ҡышлау өсөн бик уңайлы Арал диңгеҙе буйҙарын бөтөнләйгә ҡалдырып, һалҡын Урал яҡтарына тиктомалға ғына килеп сыҡмағандарҙыр. Моғайын, татар-монголдар Урта Азияны яулап алғас, улар ҡыҫымы һөҙөмтәһендә, Мейәс буйҙарына килеп ултырғандарҙыр.
Ҡәбилә башында бейҙәр торған. Улар дәрәжәһе буйынса ханға тиң. Тарихтан билдәле булыуынса, бөйөк Сыңғыҙ хандың атаһы Есүгей Бурджигин ырыуының ханы булған. Ырыу йылъяҙмаһында Әйле ҡәбиләһе ханы Сәйҙәш бей тураһында мәғлүмәт бар. Тылсымлы Урал буйҙарына үҙ ҡәбиләһен ул алып килә. Ул Әй йылғаһының башланған ерендә ерләнгән (Башҡорт шәжәрәләре, 171-се бит).
Түбәләҫ ырыуы биләмәләренең сиктәре
[үҙгәртергә]Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилиә (Сулея) ҡасабаһынан алып, көнбайышҡа, Йүрүҙән йылғаһына, тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр көҙәй ырыуы (Яхия, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Ҡатау-Иван (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: хата — Оло Ҡытау), Ҡатау-Тамаҡ ерҙәре менән сикләнгән.
Хәҙер Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған. 1757 йылдың 18 октябрендә башҡорттарҙың Белорет заводы хужалары Твердышевға һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документтар һаҡланған («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г. 155 бит).
Унда шундай мәғлүмәт бар: «...Начиная первую межу с вершины речки Кисима итти на вершины речки Сильи, и от оной вершины на гору Юкали в левой руке , через речку А салай на гору Башташ подле межи Кара-Таулинской волости до речки, называемой Коиски, и той речкою Коиски итти вниз по течению по левой стороне о речки Карамалы, до дач бывшей Кудейских башкирцев земли, по которую те кудейские башкирцы им же, заводчикам Твердышеву и Мяснникову продали, поворотить налево, итти подле дач тех же кудейских башкирцев до межи куваканских башкирцев земли, которая земля теим же куваканскими башкирцами проданы им же Твердышеву и Мясникову, и тою же межою куваканских башкирцев выйти на вершинах речки Кисима, откуда начиналась первая межа...» (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе — ер һатыу документы үҙе үк һөйләп тора: Ҡыуаҡандар, йәғни Түбәләҫтәр һатҡан бит ерҙәрен).
Хәҙерге заманда юғарыла күрһәткән атамалар, бәлки, үҙгәреп бөткәндер, ул атамаларҙы беҙҙең халыҡ онотҡандыр ҙа, сөнки ул тирәләрҙә башҡорттар әҙ ҡалған.
Кисем йылғаһы Һатҡы районында булырға тейеш. Йылға бик бәләкәй булғанлыҡтан, Силәбе өлкәһенең топонимдар һүҙлегендә юҡ.
Силья — Һатҡы районының йылға һәм тау исемдәре. Бәлки, Һилийәлер (Сулея). Беренсе тапҡыр урыҫтар килгәндә, «Һилиә» атамаһын башҡорттар уырҫлаштырып «Силья» тип атауы бик ихтимал. Ошонан сығып, Һилиә йылғаһы һәм Һилиә тауы атамаларын танырға ғын ҡала.
Йүкәле — Һатҡы районындағы тау.
Асалай гидронимын һүҙлектәрҙә таба алмаеым. Был йылға хәҙерге Ҡатау-Иван районында булырға тейеш, Мирнкә, Түбәләҫ ҡасабалары янындараҡ.
Башташ тауы — билдәле Башҡорт Илсекәйе ауылының төньяғында, көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылған тау теҙмәһе.
Ҡаратаулы улысы ерҙәре Түбәләҫ ырыуы ерҙәре менән сиктәш булған. Хәҙерге заанда был ике ырыу араһында Лаҡлы, Нәсибаш исемле ике мишәр ауылы урынлашҡан. Ер һатыу докуметтарында был ауылдар тураһында мәғлүмәт юҡ, күрәһең, улар һуңыраҡ килеп урынлашҡан. бәлки, Салауат ихтилалынан һуңдыр (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Лаҡлы ауылы халҡы, Тырнаҡлы ерҙәрен 1752 йылда ҡортомға алған, Нәсибаштар Ҡаратаулы башҡорттарынан ҡортомға алған. Паллас, мишәрҙәр бында 1770 йылда Өфө йылғаһы буйындағы Елдәк ҡәлғәһенән күсеп килгән тип яҙған.).
Коиски йылғаһы Ҡатау-Иван районындағы йылға булырғ тейеш. Топонимдарҙа ул юҡ.
Ҡарамалы йылғаһы Ҡатау-Иван биләмәһендә Йүрүҙәнгә ҡоя. Ҡарама русса вязь тип атала. Тимәк, Вязовая станцияһы ошо топонимдан алынған.
Көҙәй башҡорттары биләмәләренең сиге хәҙерге Вязовая станцияһынан Йүрүҙән ҡалаһына тиклем.Унан көнсығышҡа табан Ҡыуаҡан башҡорттары ерҙәре башлана.
Хәҙерге заман топонимияһы менән күрһәткәндә, Түбәләҫ башҡорттарының биләмәләре Өфө — Силәбе автомобиль трассаһы буйлап Йүрүҙән күперенән Баҡал ҡаласығына тиклем, унан Һилиә станцияһы, Межевой Лог ҡасабаһы, Һәүәләй, Башташ тауҙары, Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ерҙәренең сиктәрендә урынлашҡан. Ҡарамалы йылғаһы Вязрвая станцияһы Көҙәй башҡорттары биләмәләренең сиге булып тора.
Ошо биләмәләрҙе һатыуҙа 21 кеше ҡултамға ҡуя. Түбәләҫ улысы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы (сотник) Булат Илтебаев һәм башҡалар ҡул тамғаларын ҡуя. Ошо биләмәләрҙе "һатып" алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса бирә.
Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар «законлаштырып» тартып ала. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә.
1763 йылдың майында Түбәләҫ ырыуы ерҙәрен арендаға (ҡортомға) биреү тураһында документ төҙөлә (юғарыла күрһәтелгән китап, 259-сы бит). Ошо документ буйынса юғарыла күрһәтелгән ер биләмәләре сигенән тыш өҫтәлмә ерҙәр ҡуртымға бирелә.
Бында инде хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡатау-Иван районында урынлашҡан Түбәләҫ ауылы ингән. Бәлки, заманында ул башҡорт ауылы булғандыр. Урыҫтар баҫып алғас Түбәләҫ исемле урыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. Тиктәҫкә урыҫтар үҙҙәренең ауылына башҡорт исеме ҡушмаҫ. Шуныһы ғәжәп, һатып алырлыҡ ер булмағас, ҡортомға бирелә. Бының өсөн заводсы Твердышевтар йәмғеһе йылына 120 һум, йылына ике һум аҡса түләй. 10 һум биреп, 5 йылға алдан уҡ түләп тә ҡуя беҙҙең «мәрхәмәтле» түрәләр Твердышев һәм Мясниковтар.
Документта күрһәтелгәнсә, килешеү ҡағыҙын урыҫса килтерәбеҙ. «... Начиная первую межу от горы Башташ и от межи Кара-Таулинской волости башкирцев и итти к горе Юкали подле бывшей нашей земли, которая нами и нашими родственниками продана асессорам Твердышеву и Мясникову и дошед до горы Юкалы подле бывшей же нашей земли до отводной Катав-Ивановскому заводу линии до вершины речки Кашердак-куак, и дошед до отводной линии поворотить налево и итти... до речки Улаир... итти до горы Башташ и до земли Кара-Тавлинской волости башкирцев».
Бына ошо ике тарихи документ Түбәләҫ ырыуына бәйле бик күп мәғлүмәт бирә.
1. Документтарҙа старшина, йөҙ башы, рядовой тигән төшөнсәләр бар. тимәк, башҡорттар был ваҡытта хәрби хеҙмәттә булған.
2. Беренсе документта рядовой Илсекәй Биктуғанов, икенсеһендә Ҡалмаҡҡол Кәлти(к)нов күрһәтелгән. Хәҙерге Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдары шуларҙың исемен йөрөтә тип әйтә алабыҙ.
3. Башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡ итеү маҡсатында, әбей батша Анна Иоановна 1736 йылдың февралендә — дворяндарға, офицерҙарға һәм мишәрҙәргә башҡорт ерҙәрен һатырға рөхсәт итеү тураһында Указ сығара. Ошо Указ нигеҙендә башҡорт ерҙәрен төрлө махинациялар менән тартып алыу башлана.
Күреүебеҙсә, Йүкәле һәм Башташ тауҙары араһында хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла урынлашҡан. Кем үҙенең ризалығы менән ултырған ерен бирһен?
Ерҙәрҙе ҡортомға биргәндән һуң, иң уңдырышлы, бай тупраҡлы, тигеҙ ялан ерҙәре урыҫтар ҡулына күсә. Улар ошо уңдырышлы ерҙәрҙә утарҙар төҙөй башлай. Тирмән ауылы тирәләй Весна, Свобода (Слобода тип йөрөтәләр), Головская исемле өс утар барлыҡҡа килә, унан 4 саҡырым алыҫлыҡта Покровка тигән ауыл ҡалҡып сыға.
Илсекәй ауылы тирәләй Башташ һәм Жилов утарҙары урынлаша, Ҡарағол ауылынан 4 саҡырым алыҫлыҡта Түбәләҫ тигән урыҫ ауылы барлыҡҡа килә. Шуныһы ғәжәп, ошо утарҙар башҡорт ауылдарынан 1-2 саҡырым алыҫлыҡта ғына урынлаша. Тимәк, ярым күсмә тормош кисергән башҡорттар өсөн күпләп мал тоторға мөмкинселек ҡыҫыла.
1930 йылдарҙа крәҫтиән хужалығын коллективлаштырыу осоронда ошо утар крәҫтиәндәрен кулак итеп алып китеп бөттөләр. Утарҙарҙың күбеһе юҡҡа сыҡты.
Аҫаба башҡорт ерҙәрен талау бер Түбәләҫ ырыуында ғына күҙәтелмәй. Ул бөтә Башҡортостан буйынса бара.
Мәҫәлән, шундай уҡ алдаҡ юл менән Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарының ерҙәрен тартып алаларһәм Эҫем заводын төҙөй башлайҙар. Улыс старшинаһы Юлай Аҙналин был алдаҡ хәл менән килешә алмай.
1766 йылдан башлап, Твердышев менән судлаша башлай, урыҫ властарының юғары даирәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә, уны улы Салауат менән, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, таш зинданға ярты йылға ултыртып ҡуялар һәм 600 һум штраф һалалар (Әкрәм Бейешев, «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше». Өфө, 1993 й. 98-се бит)
Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул Ҡобау улысы башҡорттарының үҙәге булған. Унда Юлай Аҙналин старшиналыҡ хеҙмәтен үтәгән. 1770 йылдың 24 майында Ҡобау улысы башҡорттарының шул уҡ завод хужалары Твердышевҡа һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документ әүәләнә. («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г., 345-се бит). Унда: «..Кубовской волости, команды Юлая Азналина, деревни Кубово поверенные той деревни...» фамилиялары һанап үтелә, бөтәһе 34 кеше.
Документ буйынса, Зигәлгә тауы, Ямантау, Бәләкәй Инйәр йылғаһы сыҡҡан ерҙән Ағиҙел йылғаһы башына тиклем, унан Ирәмәл тауына тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәр һатылған булып сыға. Уйлап ҡараһаң, хәҙерге Башҡортостандың 10-15 процент майҙаны бер документ нигеҙендә тартып алына.
Бында «ер һатыу» алдаҡлығы ярылып ята. Бәләкәй генә Ҡобау улысы башҡорттары ни тиклем ҙур майҙанды биләгән. Старшина Юлай Аҙналин 1770 йылда «ер һатыу»ҙа ҡатнаша. 1773 йылда ул шул ерҙәр өсөн Пугачев ихтилалында актив ҡатнаша. Иҫ китмәле хәл! Былар башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарыу өсөн төҙөлгән документ, әлбиттә.
Түбәләҫ ырыуы ауылдарының барлыҡҡа килеү осоро
[үҙгәртергә]Ауылдарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына билдәләп булмай һәм ул мөмкин дә түгел. Тәү башлап берәү бәләкәй генә өй һалып сыға, унан икенсеһе, өсөнсөһө килеп ултыра. Ауыл шулай башланып киткәндер.
Шулай ҙа Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла властарға төрлө ваҡытта билдәле була. Теркәү ваҡыты төрлөсә. Ф. Ғ. Хисамитдинованың «Башкирская ойконимия XVI—XIX вв.» (Өфө, 1991 й.) монографияһы түбәндәгеләрҙе һөйләй:
- Ҡарағол ауылы 1740 йылда теркәлгән, Өфө өйәҙенә ингән;
- Илсекәй 1757 йылда билдәле була, Троицк өйәҙенә ҡарай;
- Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Урмансы ауылдары 1765 йылдарҙа теркәлгән, Троицк өйәҙенә ҡарай;
- Тирмән ауылы 1786 йылдан билдәле, Троицк өйәҙенә ҡарай.
Ҡарағол ауылы бөтәһенән дә алдараҡ барлыҡҡа килгән тип әйтә алабыҙ. Быны юғарыла күрһәтеп үтелгән «Иҫке ҡыштау» топонимы лә дәлилләй. Сөнки ул Ҡарағол ауылына иң яҡын урын. Алты ауылда хәҙерге заманда көн итеүселәр ошо урындан таралыуы бик ихтимал.
Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдарының теркәлеү ваҡыты Илсекәй Биктуғанов, Ҡалмаҡҡол Кәлтин(к)ов йәшәгән дәүер менән тап килә. Уларҙың исемдәре ер "һатҡан" һәм "ҡортомға" биргән документтарҙа бар. Пугачёв ихтилалында Имәнғол Сүрәкәевтың ҡатнашҡаны билдәле. Тимәк, Илсекәй, Ҡалмаҡҡол һәм Сүрәкәй ауылдары ошо шәхестәр исемен йөрөтә.
Түбәләҫ ырыуы халҡының азатлыҡ өсөн көрәше
[үҙгәртергә]1735 йыдың авгусында Барын-Табын ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнурысов Юғарғы Яйыҡ нығытмаһынан 30 саҡырым алыҫлыҡта буласаҡ Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтаталар. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамакуҙа тоталар. Тик Себерҙән Драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамауҙы өҙәләр («История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX века», 233-сө бит).
1773 йылда Пугачёв, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендәге ихтилалда Түбәләҫ ырыуҙары ла ҡатнаша: Илсекәй ауылынан Әбдеш (Ғәбдрәшит) Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов — старшина, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Күсәбаев), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Бикҡол Тәүешев; Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғоло; Ҡарағол ауылынан — Ишембәт Иҫән(к)әев.
Былар бөтәһе лә Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яулап алып яндырғанда, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоуҙа ҡатнашҡан булған. Улар Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендә Эҫем заводын яулап алыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә Салауат Юлаевтың һәм Юлай Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һрауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек», — тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй.
Уҡыу — уҡытыу эштәре
[үҙгәртергә]Революцияға тиклем ауыл балалары муллалар ойошторған мәктәптәрҙә белем алған. Мәктәптәр бөтә ауылда ла булмай. Ҡалмаҡҡолда 1910-сы йылдарҙа Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан асылған мәктәп эшләй. Ул үҙе, Ҡазан мәҙрәсәһен тамамлап, тыуған ауылына, Ҡарағолға, мулла булып ҡайта. 1913—1914 йылдарҙа ни сәбәптәндер мәктәп Лаҡлы ауылына күсә (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Лаҡлыла земский донъяуи мәктәп 1894 йылда уҡ асылған булған)
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр асыла. Олоар өсөн киске уҡыуҙар ойошторола, быныһы инде ликбез (ликвидация безграмотности) тип аталды.
Ҡалмаҡҡолда, Тирмәндә 4 синыфлыҡ мәктәп асылды. Ҡалған ауылдарҙа — Ҡарағолда, Илсекәйҙә, Урмансыла, Сүрәкәйҙ! өс синыфлыҡ мәктәптәр эшләне. Өсөнсө синыфты тамамлағас, балалар Ҡалмаҡҡолда дүртенсене бөттө. Унан, теләгәндәр, Лағыр ауылына барып, етенсе синыфҡа тиклем уҡыны. Лағырҙағы мәктәп ШКМ (школа крестьянской молодёжи) тип аталды. Әйтеүе генә еңел, 11-12 йәшлек балалар 25 саҡырым Лағыр ауылына барып, аҙна һайын ҡайтып йөрөнөләр. Ҡайтмаҫ инең, ашарға алып килер кәрәк. Ул заманда машина тигән нәмә юҡ, тик йәйәүләп йөрөйһөң.
1935 йылда Тирмән ауылында 7-се синыфҡа тиклем тулы булмаған урта мәктәп асылды. Түбәләҫ ырыуының бөтә ауылдарынан да балалар шул мәктәпкә ағылды. Балалар туған-тыумасаларында ятып уҡыны. Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол ауылдары балалары өсөн колхоз ат биреп ҡуйҙы. Улар көн һайын ат менән ҡайтып йөрөнөләр.
Хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының дүрт ауылында (Ҡалмаҡҡол, Тирмән, Урмансы, Илсекәй) 9-11 йыллыҡ мәктәптәр уңышлы эшләп килә. Ҡалған ике ауылда — Ҡарағол, Сүрәкәйҙә өс йыллыҡ ҡына мәктәптәр эшләй. (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 2010 йылға саҡлы Сүрәкәй, Ҡарағол аҙ комплектлы башланғыс мәктәптәре, 2015 йылда — 40 йыл буйы эшләп килгән Илсекәй төп мәктәбе ябылды, башланғыс мәктәп кенә Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы булып ҡалды. Башҡорт ауылы Урмансыла урта мәктәп бөтөрөлөп, төп мәкәтп булып ҡалдырылды, йәғни татар ауылы Лаҡлылағы урта мәктәп филиалы тип йөрөтөлә. Был төптө дөрөҫ түгел!)
Коллективлаштырыу осоро
[үҙгәртергә]1930-сы йылдарҙа бөтә ил буйынса крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу башлана. Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма». Уның беренсе рәйесе итеп Әғзәм Хажиморатовты һайлайҙар. Тирмән ауылы үҙе бер колхоз булып, революционер Ишбирҙин исемен йөрөтә. Беренсе рәйесе Кәрим Хәсәнов була.
1934 йылда һәр бер ауылда айырым колхоз ойошторола. Ҡарағолда «Урожай» колхозы, рәйесе — Ҡорман Ғарипов, Ҡалмаҡҡолда — «Путь социализма», рәйесе — Ғәлимйән Ишбирҙин, Илсекәйҙә «Башташ» колхозы, рәйесе — Абдулла Ғафаров (* бронь булған көйө, үҙе теләп һуғышҡа китә, һәләк була. 6 балаһы етем ҡала). Башташ утарында (хәҙер — Урыҫ Илсекәйе) — «Крупская» колхозы, рәйесе — Болышев. Был утар — Илсекәйҙән ике генә саҡырымда урынлашҡан урыҫ ауылы. Тирмән ауылы шул көйөнсә ҡала (*Ишбирҙин исемендәге колхоз булып). Урмансы үҙе бер колхоз була. Уның тураһында мәғлүмәт юҡ. (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Урмансыла — «Шишмә» колхозы була, рәйесе — Сәләхов Мөхәмәтйән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була).
1958-се йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү (укрупнение) процесы башлана. Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй ауылдары һәм Башташ утары берләштерелеп, XXI партсъезд исемле колхоз төҙөлә. Урмансы ауылы йәнәш ятҡан Лаҡлы ауылындағы Хамматов исемендәге колхозға ҡушыла. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урмансылар үҙҙәре бер башҡа (* элеккене яңыртып) «Шишмә» колхозын ойоштора. Тирмән ауылында ла (* элек тә Киров исемендәге колхоз ине) үҙгәрештәр була. Ул хәҙер Киров исемендәге крәҫтиән хужалығына әйләнгән.
Түбәләҫ ырыуы биләмәләрендә алюмин рудаһы — боксит табыла. 1930-сы йылдарҙа уны сығарыу башлана. Аҡрынлап Первомайский исемле ҡасаба барлыҡҡа килә. Хәҙер унда төрлө милләт кешеләре йәшәй.
Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла күҙгә күренеп үҫә. Һәр ауылда мәктәп, культура усаҡтары бар. Ҡалмаҡҡол (* Мөрсәлим) ауылы ҡасаба статусына эйә. Унда тимер юл станцияһы, ит комбинаты, эзбиз заводы, төҙөлөш материалдары комбинаты, лесничество һәм 30 урынлыҡ дауахана урынлашҡан (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 1970-се йылдар аҙағында асылып, гөрләп эшләгән Мөрсәлим ит комбинаты 2000-се йылдар башына бөтөрөлдө. 2000-се йылдарҙың тәүге тиҫтә йылында «Башкиравтодор» предприятиеһының Мөрсәлим филиалы эш башланы; күрше Һилиә нефть базаһы юҡҡа сыҡһа ла, Мөрсәлим нефть базаһы әлегә һаҡланып ҡалған. 2009 йылда БР-ҙың тәүге Президенты Мөрсәлим урта мәктәбенең яңыртылған бинаһын һәм үҙгәртеп ҡоролған Мөрсәлим участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты; 2019 йылда БР Башлығы Радий Хәбиров хуплауы менән Мөрсәлим мәҙәниәт һарайы сафҡа инде. Шулай уҡ Башҡорт Илсекәйендә яңыса ФАП бинаһы ҡалҡып сыҡты)
XXI быуатҡа аяҡ баҫҡанда, ырыуҙаштарым юғалып ҡалмаҫ, һан яғынан артыр, рухи яҡтан аң-белемгә ынтылыр тигән өмөттә ҡалам.
Сығанаҡ: Яҡуп Шәмсетдинов. «Ырыуым — Түбәләҫ», «Ағиҙел» журналы, 2002 йыл, февраль номеры, 2-се һан; 172 — 178 бб.
- Яҡуп Мөхәммәт улы Шәмсетдинов (1924-2012) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, нефтсе. Башҡортостан журналистар Союзы ағзаһы. Ҡарағол ауылында тыуып үҫкән, Алмас нәҫеленән. Күп йылдар Себерҙә эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Өфөлә йәшәне. Кәтибә Кинйәбулатованың тормош иптәше.