Эстәлеккә күсергә

Ырғыҙлы ауылы ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

Бөрйән ере - беҙҙең тыуған яғыбыҙ. Ул республикабыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан. Был төбәккә килгән һәр кеше уның ғәжәп матур, иҫ киткес тәбиғәтенең, кешеләренең саф, нескә, рухлы, гүзәллегенә һоҡланып туя алмай. Районыбыҙ территорияһы буйлап ағыусы Ағиҙел йылғаһы, тауҙар,, ҡаялар, болондар, тәбиғәттең матурлығы тураһында күп һөйләргә мөмкин. Мин үҙебеҙҙең Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдарының, тыуған яғымдың иҫ киткес, мәғрур тауҙарының береһе тураһында һөйләп үтәм.

Ауылым тирәләй тәбиғәт. Тауҙар, тауҙар.... Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдарының тарихы, тәбиғәте, минеңсә, үҙенсәлекле. Беҙҙә, мәҫәлән, Антон ҡаяһы, Пугачев тауы, Вознесен заводы, Боғасын тауы, Туйбага тауы, Ташморон ҡаяһы, һәм бик күп тау - ҡаялар бар. Мин, әйтеп, үткәнсә, үҙем ҡыҙыҡһынған тауҙарҙың береһе, беҙҙең өйгә ҡаршы маһайып торған - Боғасы йә Боғасын тауы тураһында бәйән итәм.

Боғасы тауы

[үҙгәртергә]

Лысая тауының тағы ла бейегерәк дауамы булып, төнъяҡҡа ҡарап, Иҙел буйына тиклем һуҙылып ятҡан бейек тау шулай атала. Уның башынан Ағиҙел аръяғында урынлашҡан ауылым, Котан ауылының бөтә матурлығы күренә. Ололар һөйләүе буйынса был тау исеме 1773-1775 йылдарҙа Рәсәй батшалығының аяҡҡа баҫтырылған крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Пугачев исеменә бәйле барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, төбәк халҡы хәтерендә йөрөткән яу күргән Мәсет исемле риүәйәттә ошондай һүҙҙәр әйтелгән :"Бугэс (Пугачев ) яуына саҡлы беҙҙең ауыл Мәсетле тип йөрөтөлгән, сөнки ул ваҡытта ошо ауылда бик ҙур, бик матур мәсет булған ти. Емельян Пугачев Ырғыҙлы ауылындағы Вознесен заводын баҫып алырға килгән булған һәм шул уҡ ваҡытта үҙенә ғәскәр йыя башлай. Беҙҙең Ҡотан ауылы муллаһы уға ҡаршы сыҡҡан, халыҡҡа ҡотҡо таратҡан : имеш, ул Пётр батша түгел, бер болғак, боласы, динһеҙ әҙәм тигән". Бына шуға ла Бугэс беҙҙең мәсетте Ағиҙел йылғаһының һул яғындағы тау башынан тороп туптан арттырған тиҙәр. Шуға ла тауҙың беренсе версияһы буйынса Бугэс, Богас, Пугачев тауы тип атайҙар.

Яу баҫылғас, Бугэс емерттергэн мәсет урынына яңы мәсет төҙөгәндәр. Әммә ләкин күп һыуҙар аҡҡан, элекке мәсет урынына Нәҙершин Фәнир бабай матур итеп ике этажлы йорт төҙөп ҡуйҙы.

Әлбиттә, күп һорауҙар тыуҙы. Шул һорауҙарға яуап бирер өсөн Боғасы, Боғасын исеменең этимологияһына һәм лексик мәғәнәһенә байҡау яһап үтмәксемен. Алдағы әйтелгән риүәйәттә Бугэс - кеше исеме.

Ә Боғасы йә Боғасын боронғо төрки телендәге боға, буға, үгеҙ һәм (sin) сын - горный хребет тигэн һүҙҙәрҙэн торған ҡушма исем. Мәғәнәһе үгеҙ һырт, үгеҙ һыртына оҡшап торған тау тигәнде аңлата тип уйлайым. Бер осо йәмле Ағиҙел буйына етеп, икенсеһе Ырғыҙлы ауылына, ялан тамағы сикләп торған был тауҙы үгеҙ һыртына оҡшатырға була. Боронғо олатай өләсәйҙәребеҙ ҙә был тауҙы үгеҙ хатына оҡшатып Боғасын тип әйткәндәрҙер, моғайын. Был һүҙҙәр ысынға тора. Топонимик материалдарҙы йыйыр өсөн Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе, ғүмер буйы география уҡытҡан, ошо ерҙәрҙе үҙ иткән, тарихы менән ҡыҙыҡһынған, лайыҡлы уҡытыусы Муллағолов Азат Ғизетдин улының (мәрхүм булып ҡалды ) ҡатынына Фәниә (улда мэрхумә) инәйгә мөрәжәғәт итергә тура килде. Ул миңә мәктәп музейында булған, үҙе белгән материалдар, Азат Гизетдин улының мәғлүмәттәре менән бүлеште. Ни өсөн тигәндә, әлекке кешеләр тәбиғәткә, ҡоштарға, хайуандарға табынып йәшәгәндәр. Һөҙөмтәлә хайуандар (анимизм) - инглиз телендә животное, (тотеместик) тотема - символ обладающий магической силой, предмет религиозного культа определённого народа, ышаныу, инаныу ҡараштарын сағылдырған. Йәнле рухтар ға ышанғандар. Ошо ышаныуҙар Изге һәм Яман урындар менән бәйле ер-һыу атамалары төркөмөн барлыҡҡа килтергән. Был төркөм ер - һыу исемдәренең атамалар төркөмөн барлыҡҡа килтергән. Ул яҡынса V-VI быуаттар тирәһе тип яҙған ине Азат Ғизетдин улы. Был исемдәр боронғо төрки, ирак, финно - угор, төрлө ҡәбиләләр телдәрендә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер атамаларҙың тарихы юҡҡа сыҡҡан, йә онотолған, йә исеменә тап килмәгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был фәнни тикшеренеү эшемде ҙур иғтибар, ҡыҙыҡһыныу менән башҡарҙым. Өйҙән өйгә йөрөп ошо тауҙың тарихын белергә, яҙып алырға тырыштым. Фото һүрәттәр тупланым, презентация эшләнем. Был эш еңелдән булманы тип уйлайым.

Тарихыбыҙ бик бай, ләкин ер һыу атамаларын белеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ тигән фекерҙэмен. Тыуған яҡтың, үҙебеҙ йәшәгән төбәктең тарихын беҙ белергә бурыслы.

(Кәримова Нурсилә, Ырғыҙлы урта мәктәбенен 10 сы синыф уҡыусыһы.)