Ысыҡ, ҡырау (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Өй артында аҡ мүк.
- Өй артында аҡ тана
«Китәмен», — тип маҡтана. - Төн тыуҙыра, түнтәрә —
Көн килә лә күтәрә. - Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра.
- Ай бирҙе, ҡояш алды.
- Аҡ мунсағым төшөп ҡалды,
Ай күрҙе, ҡояш алды. - Мунсаға барғанда, мунсағым төштө —
Ай күрҙе, ҡояш алды. - Егәрле еңгә келәткә бара,
Тәңкәләре төшөп ҡала,
Әсәләре сығып ала. - Келәймән еңгә келәткә бара,
Уның асҡысы тороп ҡала,
Ҡояш төшөп ала. - Таң алдында матур ҡыҙ асҡысын юғалтҡан;
Ай күргән — әйтмәгән,
Ҡояш күргән — асҡысын алған. - Хан ҡыҙы һыуға бара,
Беләҙеге төшөп ҡала.
Ай күреп ҡала,
Ҡояш төшөп ала. - Сәмсиямал һыуға барҙы,
Асҡысы төшөп ҡалды,
Ай күрҙе, ҡояш алды. - Өй әйләнә йүгерҙем,
Асҡысымды төшөрҙөм,
Ай күрҙе, ҡояш алды. - Күл әйләнә йүгерҙем,
Күнлегемде төшөрҙөм,
Ай күрҙе, ҡояш алды. - Аранымды бикләнем,
Асҡысымды төшөрҙөм,
Ай күреп ҡалды,
Ҡояш төшөп алды. - Кис ергә төшә,
Төндө ерҙә үткәрә,
Иртә менән юғала.