Ыумас

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ыумас — башлыса йәй көндәре бешерелә торған аш.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

Әҙерләү ысулдары[үҙгәртергә]

Беренсе ысул[үҙгәртергә]

Йомортҡаны һытып, һарыһы менән ағы тигеҙләнгәнсе, туҡыйҙар. Он өҫтәп, йомортҡа менән бутайҙар һәм яйлап ыуалар. Быны ваҡ ҡына бөртөксәләр барлыҡҡа килгәнсе дауам итәләр. Әҙләп кенә алып, ҡайнарға етешкән һыуға төшөргәндә, ойошмаһын өсөн, бер туҡтауһыҙ болғап торалар. Ғәҙәттә, ҡуйыраҡ итеп бешерәләр ҙә, аҙаҡ һөт өҫтәп, шыйығайталар. Ҡуйылығын һәр кем үҙенсә билдәләй. Тәменә ҡарап тоҙ һалына һәм ҡаймаҡ өҫтәлә. Йомортҡа булмағанда, ондо һыуҙа әүәләргә лә мөмкин.

Икенсе ысул[үҙгәртергә]

Йомортҡаны күберәк алып, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр туҡыйҙар. Ҡайнар һыуға әкрен генә ағыҙалар. Тигеҙ таралһын һәм ойошмаһын өсөн бер туҡтауһыҙ болғап торалар. Шулай уҡ һөт, ҡаймаҡ, тоҙ өҫтәп, тәмләтәләр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]