Ыуыҙ һөтөнән аш
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыҙ һөтөнән аш — ауылда һыйыр быҙаулағас әҙерләйҙәр.
Был шатлыҡлы ваҡиға һанала, шуға күрә ыуыҙ ашы менән хужабикә туғандарын һәм күршеләрен һыйлай.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- Һөт 300—400 г
- төплө һуған 15-20 г
- һалма 25-30 г
- тоҙ, тәмләткестәр менән
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Беренсе һауған һөттө һөҙәләр ҙә, бер нисә сәғәт һалҡында тотҡандан һун, һүлпән утҡа ҡайнатырға ҡуялар.
Ыуыҙ ҡайнап сыҡҡас ике (ҡаты һәм шыйыҡ) өлөшкә бүленә.
Ҡатыһы — ыуыҙ, шыйығы — ыуыҙ һүле була.
Ыуыҙҙы һөҙөп алып һарҡыталар һәм ҡатыралар.
Һүлендә аш әҙерләйҙәр.
Бында енелсә ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр ҡушалар, һурпа ҡайнап сығыу менән һалма һалына.
Өлөштәргә бүленгән ыуыҙ төшөрөп, бер нисә минут бешереп алалар.
Өҫтәлгә әҙер ыуыҙ ашын ҡорот йәки ҡатыҡ менән бирәләр.
Ашҡа картуф ҡушып бешерегә лә мөмкин.