Энә, энә менән еп (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәй генә биҙәр,
Бар донъяны биҙәр,
Яланғас көйө ил гиҙәр. - Бәләкәй генә беләүер,
Ул беләүер юҡ булһа,
Йорттоң бары йылауыр. - Шыума шыуыр, йылан ҡыуыр.
- Бәләкәй генә ҡылҡайым,
Ергә төшһә, юғала. - Ҡойроғо — башында,
Ҡолағы — күҙендә. - Сума-сума ла ҡойроғон юғалта.
- Көмөш һөлөк шыуып бара,
Бер бата ла бер ҡалҡа. - Күк үрҙәгем күлгә сума,
Ҡойроғо ярҙа һуҙылып ҡала. - Тегеүсе үҙе, һыңар ғына күҙе,
Кешегә кейем тегә, яланғас үҙе. - Оҙон ағай атлап бара
Уймаҡ-уймаҡ эҙе ҡала. - Үҙе яланғас, кешене кейендерә.
- Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы биш ҡарыш.
- Һаҡалы оҙон, үҙе бәләкәй генә.
- Тишеккә инһә, ҡойроғон ҡалдыра.
- Күк имәндең башы тишек.
- Күҙе бар, ауыҙы юҡ,
Ҡойроғо бар, йөнө юҡ. - Тимер ат, сүс дилбегә.
- Тимер сәпсек, сүс ҡойроҡ.
- Тимер турғай, еп ҡойроҡ.
- Мороно тимер, ҡойроғо сүс.
- Башы ҡорос, ҡойроғо етен.
- Һоро сысҡан, аҡ ҡойроҡ.
- Бер сысҡанға ике ҡойроҡ.
- Тимер сысҡан, сүс ҡойроҡ.
- Осло морон, сонтор ҡойроҡ.
- Йыртыҡты бөтәйтә.
- Аҡ быҙауым муйынсағын сосолдороп, китеп бара.
- Күк бейәм арҡан һөйрәй.
- Күк тәкәмдең ҡойроғо ҡырҡ ҡолас.
- Кикреге ҡорос, ҡойроғо сүс.
- Күк этем ҡойроҡ һөйрәй.