Эремсекле бәлеш

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы 14.jpg
УФА-ЛАДЬЯ. АРТ.РЕМЕСЛА. СУВЕНИРЫ 13.jpg

Эремсекле бәлеш — ҡунаҡҡа йәки көндәлек ашау өсөн еңел генә бешереп алына торған бәлеш.

Ингредиенттары[үҙгәртергә]

Ҡамыр өсөн:

  • 250 г йомшартылған аҡ май йәки маргарин
  • 1/3 стакан самаһы шәкәр ҡомо
  • 1/3 сәй ҡалағы менән тоҙ
  • Ярты сәй ҡалағы лимон һутында йәки 9 % — лы уксуста һүндерелгән сода

Йомшаҡ пластилин һымаҡ ҡамыр килеп сығырлыҡ самалап он алына. Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутап, ҡамыр баҫыла. Береһе икенсеһенән бәләкәйерәк булырлыҡ итеп әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә, полиэтилен ҡапсыҡтарға һалып, 30-60 минутҡа туңдырғысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эслек өсөн:

  • Ярты килограмм самаһы эремсек алына, эремсек ҡорораҡ булһа, яҡшыраҡ.
  • Ярты стакан самаһы шәкәр ҡомо (әҙерәк булһа ла ярай)
  • 2-3 йомортҡа

Ҡамыр ял иткән арала эслек әҙерләйбеҙ. Бөтәһен дә бергә ҡушып, ҡул менән һәйбәтләп тасҡарға (блендер йәки миксер ҡулланһаң, тағы ла яҡшыраҡ)

Бәлеште әҙерләү[үҙгәртергә]

Туңып ҡатҡылланған әҙер ҡамырҙы туңдырғыстан алып, ҙурыраҡ өлөшөн таба йәки бешереү формаһына эре ҡырғыстан ҡырып, тигеҙләп кенә һалырға.

Уның өҫтөнә әҙер эслекте тигеҙ генә итеп йәйеп һалырға.

Бәлештең иң өҫтөнә бәләкәйерәк ҡамырҙы шулай уҡ ҡырғыстан ҡырып, тигеҙләп һалырға.

Әҙер бәлеште мейестә йәки духовкала 180—200 градуста өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алырға.