Эремсек ҡыҫтыбыйы
Эремсек ҡыҫтыбыйы
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Эремсек ҡыҫтыбыйы хәҙерге тормошта иң таралған ашамлыҡтарҙың береһе, уны эш араһында, юлда, походта, эсемлек (сәй, ҡәһүә, һут, какао) менән тамаҡ ялғап (ланч) була. Мәктәп ашханаларында, театрҙар, спорт һарайҙары кафеларында тәҡдим ителә.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]Эслек өсөн:
- 350 грамм
- 2 аш ҡалағы шәкәр
- 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ
- 1 аш ҡалағы манный
- 1 йомортҡа аҡһымы
Тышлыҡ ҡамыры өсөн: 1 стакан 250 мл һыйҙырышлы!
- 100 грамм аҡ майы
- 1 йомортҡа
- 1/2 стакан шәкәр
- 1/2 стакан ҡаймаҡ
- 2 стакан он
- 2 балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель)
- 1 семтем
Ҡыҫтыбыйҙың өҫтөнә һөртөү өсөн:
- 1 йомортҡа һарыһы
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Тәүҙә ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырға ҡушҡанда йомшаҡ булһын өсөн, аҡ майҙы бүлмә температураһында бер аҙ тотабыҙ.
Йомшарған майҙы һәм ваҡ шәкәрҙе блендер ярҙамында туғыйбыҙ, сиратлап, йомортҡа, ҡаймаҡ ҡушабыҙ, шәкәр иҙелеп бөткәнсе (бешкәс, иреп бөтмәгән шәкәр бөртөктәре көрән нөктә һымаҡ күренеп торасаҡ), тағы бер нисә минут туғыйбыҙ — кремға оҡшаған ҡатнашма барлыҡҡа килә.
Шунан он, тоҙ, йомшартҡыс (разрыхлитель) ҡушабыҙ ҙа ҡалаҡ менән шәп итеп туғыйбыҙ. Ҡамыр йомшаҡ, йәбешкәк килеп сыға. 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Нығынған ҡамырҙы йәйгәндә, өҫтөнә бер аҙ он һибәбеҙ. Был ҡамырҙы, ҡатып китмәһен өсөн, оҙаҡ йәйергә кәрәкмәй. Ҡамыр ҡабырсаҡланып китмәһен өсөн, таҙа сепрәккә төрәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ: Йомортҡа ағына эслек ингредиенттарын ҡушабыҙ. Комбайндың кескәй бешкәге (венчик) менән бер нисә минут дауамында туғыйбыҙ. Ҡабарып сыҡҡан эслек барлыҡҡа килә.
Ҡамырҙы 16 киҫәккә бүлеп, ҡыҫтыбый (сочни) йәймәләре йәйәбеҙ. Икенсе вариант: бөтөн ҡамырҙы тотош 1/2 см ҡалынлығында йәйәбеҙ. Түңәрәк соҡалҡа йә кружка ауыҙын әйләндереп, ҡамырҙан түңәрәктәр киҫеп алабыҙ (ҡыҫтыбыйҙар (сочни) тигеҙ һәм бер төрлө була).
Һәр ҡыҫтыбыйға эремсек һалабыҙ, сочниҙың өҫкө яртыһын үргә ҡаратып бөгәбеҙ. Ҡырҙарына бер аҙ баҫҡылайбыҙ, ике ситен тоташтырып ҡымтыу кәрәкмәй. Ҡыҫтыбыйҙы, өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөп, алдан тоҡандырылған духовкаға ҡуйып, 15 минут бешерәбеҙ.