Эстәлеккә күсергә

Эт (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡойроғо уралған,
    Теле һалынған.
  2. Ишектән инә лә
    Балта һабына ултыра.
  3. Атаһы ҡырҡ,
    Инәһе бер.
  4. Дүрт ҡолғаға бер ҡармаҡ.
  5. Дүрт ҡолғаға бер ҡойроҡ.
  6. Кәк(е)ре ҡойроҡ Ҡәлбениса
    Ҡапҡа аҫтынан йөрөй.