Эстәлеккә күсергә

Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы 1930 йылдың 4 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. 1938 йылда мәктәпкә уҡырға бара. Йәшләй генә етем ҡалып, тамаҡ ашҡа туймаған ауыр һуғыш йылдарының бар михнәт-золомдарын үҙ елкәһендә татый. Ун бер йәшлек кенә балаға оло ирҙәр эшенә егелергә тура килә: ер тырмата, бесән эшләй,мал көтә. 1943 йылда Байназар ауылында балалар йорто асыла, Зөлфәр Юлдашевты шунда ебәрәләр. Тамаҡ һаман ашҡа туймаһа ла, уҡыуҙы дауам итергә мөмкинлек тыуа. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Белорет металлургия училищеһында слесарь-ремонтлаусы һөнәрен үҙләштерә. Училищены уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл Таң» колхозында башлай.

1951 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Алыҫ Көнсығышта, Мурманскиҙа хеҙмәт итеп, 1954 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм «Ҡыҙыл Таң» колхозында эшләүен дауам итә. 1955 йылдың 3 ғинуарында ауылдың сибәр, уңған ҡыҙы Ғәйнисафа менән ғаилә ҡоралар. Ике уңған хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда хеҙмәт итәләр: Ғәйнисафа фермала һарыҡ ҡарай, Зөлфәр малсылыҡта. Зөлфәр Мырҙабулат улы колхозда 33 йыл мал ҡараусы, көтөүсе, ферма мөдире булып эшләй, тыуған илебеҙ үҫеше өсөн тос өлөш индерә.

Тырыш, егәрле Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашев заманында районда ғына түгел, республикала оло дан ҡаҙана. «Ҡыҙыл Таң» колхозы районда алдынғы булһа, Иҫке Монасип фермаһы колхоздың даны була. Бында Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашевтың да ҙур хеҙмәт көсө һалынған. Уның фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 1963 йылдың 22 мартында һөт һауып алыу буйынса социалистик ярышта юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Башҡорт АССР-ының Почетлы көтөүсеһе» исеме бирелә. Ул 8-се саҡырылыш район советы депутаты. 1962—1966 йылдарҙа БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1966 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу байрамы уңайынан «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 7 майындағы Ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№ 710778) менән бүләкләнә. Ә 1973 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 6 сентябрендәге Ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашевҡа «Почет билдәһе» ордены (№ 896360) бирелә. 1981 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 16 мартындағы Ҡарары менән Зөлфәр Юлдашев Халыҡтар дуҫлығы орденына (№ 32266) лайыҡ була. Бынан тыш Зөлфәр Юлдашев тыл ветераны һәм хеҙмәт ветраны миҙалдары, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы билдәһе, 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40, 50, 60, 65, 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашев Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Почетлы гражданы, республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Кешеләр менән аралашыусан, алсаҡ, һәр саҡ йөҙөнән йылмайыу китмәгән, мәрәкәсел Зөлфәр ағайҙы ауылда бөтәһе лә ихтирам итте.

Ҡатыны Герой-әсә Ғәйнисафа Мырҙабулат ҡыҙы менән туғыҙ ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларға яҡшы белем һәм тәрбиә биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Уларҙың 23 ейән-ейәнсәре, 12 бүләсәләре бар. Һуңғы йылдарҙа ғына мал көтмәһәләр ҙә, Зөлфәр ағай менән Ғәйнисафа апай баҡса тултырып кәртүк, йәшелсә, емеш-еләк үҫтрҙеләр. Ҡатыны Ғәйнисафа Мырҙабулат ҡыҙы менән 63 йыл бәхетле, татыу ғүмер итеп, Зөлфәр Мырҙабулат улы 2017 йылдың 24 декабрендә вафат була.

Таңһылыу Ҡыуандыҡова.

Бөрйән районы "Таң" гәзитендәге (№ 8, 23 ғинуар 2010 йыл) "Оло ихтирамға лайыҡ", (№ 69, 20 июнь 2013 йыл) "Барыһына эш ғәйепле", (№ 116, 30 сентябрь 2003 йыл) "Ишле бәхет" мәҡәләләре һәм документтары ҡулланып яҙылды.