Юл (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Килдем, килдем,
Тышҡа ҡуйып индем. - Барам-барам — башы юҡ,
Осам-осам — осо юҡ,
Бөтмәй ҙә, юғалмай ҙа. - Барам-барам — осо юҡ.
- Башы аранда, ҡойроғо яланда.
- Ҡайынлыҡ аша ҡайыш арҡалыҡ
- Арҡа арҡыры арҡан һуҙыла.
- Арҡа ергә арҡалыҡ таҡтым.
- Оҙон дилбегәне йыйып булмай.
- Тауым арҡыры таҫма һуҙылған.
- Оҙон таҫма ята —
Күтәреп булмай. - Килтерҙем — һөйәй алманым,
Өйөңә һыя алманым. - Өйҙән өйгә йөрөй,
Үҙе өйгә инмәй. - Тау аша таяҡ ташланым.
- Ағастан оҙон,
Үләндән тәпәш. - Бер тауға менеп китә,
Бер түбән төшөп китә,
Донъяны киҫеп үтә.