Ябай торт
Уҡыу көйләүҙәре
Ябай торт
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған тәмлекәс. Сәй янына тәҡдим ителә. Ике йәймәнән (корж) әҙерләнә.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]Йәймәләр өсөн:
- 1 стакан он
- 1 стакан шәкәр
- 5 йомортҡа
- какао
Крем өсөн:
- Ҡуйы һөт (сливки)
- Аҡ май
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Иң тәүҙә, ҡуйы һөткә аҡ май ҡушып, туғып, крем әҙерләйбеҙ.
Корж (йәймә) өсөн йомортҡаны оҙаҡ ҡына миксер ярҙамында туғыйбыҙ, ҡабара барырға тейеш.
Мейесте лә йылытырға ҡуябыҙ. Туғылған йомортҡаға яйлап ҡына он менән шәкәрҙе ҡушабыҙ.
Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ, беренсе йәймә ҡамырын һалабыҙ, ул бер ни ваҡыт ҡалҡырға тейеш.
180 градус температурала 15-20 минут бешерәбеҙ.
Икенсе коржды (йәймәне) бешереп алғас, һәр йәймә өҫтөнә крем һылайбыҙ.
Йәймәләрҙе ҡатлап һалып, матур тәрилкәгә ҡуйып, өлөштәргә бүләбеҙ.