Ялан торомтайы
Башҡортостан ҡоштары
Ялан торомтайы
[үҙгәртергә]Ялан торомтайы — сысҡан типкес, сысҡансыҡ, бейеүсе көйгәнәк, урыҫса — степная пустельга, латинса — Falco naumanni Fleisch. Ыласындар ғаиләһенән ваҡ йыртҡыс ҡош.
Кәүҙә ҙурлығы күгәрсен дәүмәлендә. Осҡанда нәҙек оҙон ҡанаттары, оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана.
Тотош төҫө ҡара таплы һарғылт көрән, һырты күкшел буҙ, ҡорһағы ҡыҙғылт һары, ҡайһы берҙә тамсы формаһындағы сыбар таптары ла булғылай. Түбәһе һәм ҡойроғо һоро. Ҡойроғонда арҡыры киң һыҙыҡ бар һәм осло (ябай торомтайҙың ҡойроғо түңәрәкләнеберәк тора).
Ябай торомтайҙан сағыуыраҡ төҫө, аҡ тырнаҡтары менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».
Күсмә ҡош, киң таралған. Тупҡа берләшеп йәшәйҙәр, яңғыҙ парҙар һирәк осрай. Яланда, далала йәшәй. Ҡая таштарҙа йәки ерҙәге өңдәрҙә оялай.
Ерәнһыу көрән таплы аҡһыл ҡабыҡлы 4-5 күкәй һала.
Кимереүселәр һәм бөжәктәр менән туҡлана. Сысҡандарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Һуңғы осорҙа ялан торомтайҙары күҙгә күренеп кәмей. Һарыҡсылыҡ кәмеү менән бәйле, сөнки һарыҡ көтөүҙәре йөрөгән ерҙә үлән ҡуйы булмағанлыҡтан, ялан торомтайына һунар итеү еңелерәк ине. Хәҙер үлән бейек һәм ҡуйы булып үҫә. Ҡышлай торған ерҙәрендә, Африка саванналарында, йыл һайын тигеләй ҡоролоҡ күҙәтелеүе лә ялан торомтайы файҙаһына түгел.
Юғала барыусы төр булараҡ, Халыҡ-ара һәм Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Элек торомтайҙарҙың ике төрөн дә ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә
[үҙгәртергә]Сығанаҡ
[үҙгәртергә]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 10-11 б.