Ямалыева Нәсимә Исрафил ҡыҙы

Викидәреслек проектынан

Ҡалып:Ук Ямалиева Нәсимә Исрафил ҡыҙы, Йәһүҙина (27.10.1974 — 16.10.2021) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе, хореография уҡытыусыһы. Малаяҙ Мәҙәниәт йортоноң директоры (2010—2015), художество етәксеһе. «Байыҡ» республика телевидениеһы башҡорт бейеүе конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (2009)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә]

Нәсимә Исрафил ҡыҙы Йәһүҙина (Ямалиева) 1974 йылдың 27 октябрендә БАССР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Йәһүҙин Исрафил Хәйбулла улы менән Зөһрә Исрафил ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Илсекәй 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1994 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының хореография бүлеген тамамлай.

1994-2021 йылдарҙа, 27 йыл дауамында, Салауат районы мәҙәниәте өлкәһендә уңышлы хеҙмәт итә[2].

Ямалиева Нәсимә Исрафил ҡыҙы 46 йәшендә, 2021 йылдың 16 октябрендә, яҡты донъя менән хушлашты.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә]

Тыуған ауылы Илсекәйҙә 1994 йылдың көҙөндә асылған Мәҙәниәт йортонда бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң, район мәҙәниәт йортоноң «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1999 йылда Малаяҙ балалар музыка мәктәбендә халыҡ, бал, классик бейеүҙәр буйынса хореграфия бүлеген асып ебәрә.

Нәсимә Исрафил ҡыҙы етәкләгән «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле төрлө район, республика, төбәк-ара конкурс-фестивалдәр лауреаты булды. Ул ижад иткән һәм ҡуйған бейеүҙәр район, республика сәхнәләрендә тамашасы күңелен яуланы һәм билдәләп үтелде.

2001 йылда ижади коллективтың етәксеһе итеп күсерелә. Өфөлә режиссёрҙар курсын тамамлап ҡайта. Вазифаһын башҡарғанда үҙен инициативалы, яуплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Төрлө мәҙәни саралар өсөн театрлаштырылған тамашалар йүнәлешендә эшләй. Яңы йыл тамашалары, район һылыуҡайҙарын һайлап алыу конкурстары, оло даталарға арналған фестивалдәр, «Музейҙар төнө», «Китапханалар төнө», «Театр төнө» акциялары өсөн сағыу тамаша сценарийҙарын тормошҡа ашырҙы.

Нәсимә Ямалиева ойошторған бөтә саралар ҙа ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге, яңылығы менән айырылып торҙо. 2010-2015 йылдарҙа район мәҙәниәт йорто директоры. Ул етәкселек иткән осорҙа коллектив һәр ваҡыт абруйлы сығыштары менән халыҡты йәлеп итте. Район мәҙәниәт йорто коллективы район үҙәгендә генә түгел, Салауат районы ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарында, күрше Силәбе өлкәһе ҡалаларында мәҙәни саралар, концерттар ойошторҙо. Район мәҙәниәт йортоноң ижад ҡаҙаныштары Республика Халыҡ ижады үҙәгенең Почёт Грамоталары, Салауат райны Хакимиәтенең Почёт Грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде[3].

20152021 йылдарҙа «Шәрҙәле» бейеү ансамбле менән етәкселек итте[4].

Репертуары[үҙгәртергә]

Бейеүҙәре
  • «Килен ҡәйнә тупрағынан»
  • «Йәштәр бейеүе»
  • «Һабантуй»
  • «Ҡайтыу»
  • «Уйын»
  • «Ямғыр саҡырыу»
Театрлаштырылған тамашалары
  • «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамдары (2004—2009)
  • «Беҙ — Салауат тоҡомдары»
  • «Район мисы» һылыуҡайҙар конкурсы
  • «Бөйөк Еңеүгә дан!» фестивале
  • «Йәш тауыштар» фестивале

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә]

  • «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевидение конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (2009)
  • «Килен ҡәйнә тупрағынан» бейеүе «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевидение конкурсы, 3-сө урын (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почёт Грамоталары
  • Республика Халыҡ ижады үҙәгенең Почёт Грамоталары
  • Салауат район Хакимиәтенең Почёт Грамоталары һәм Рәхмәт хаттары
  • Салауат районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары

Ғаиләһе[үҙгәртергә]

Тормош иптәше Илфат Ямалиев «Юлдаш» вокал-инструменталь ансамбле етәксеһе, үҙешмәкәр композитор[5]. Улы — Илгиз, Ҡазанда ситтән тороп уҡый. Малаяҙ мәҙәниәт йортонда атаһы менән бергә эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  • Илнур Вәлиев. Нәсимә Ямалиеваның яҡты иҫтәлегенә — Йүрүҙән, 2021, 85-се һан, 22 октябрь, 2-се б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Ҡалып:Иҫкәрмәләр

Ҡалып:Тышҡы һылтанмалар

  1. Илнур Вәлиев. Нәсимә Ямалиеваның яҡты иҫтәлегенә — Йүрүҙән, 2021, 85-се һан, 22 октябрь, 2-се б.
  2. Илнур Вәлиев. Нәсимә Ямалиеваның яҡты иҫтәлегенә — Йүрүҙән, 2021, 85-се һан, 22 октябрь, 2-се б.
  3. Илнур Вәлиев. Нәсимә Ямалиеваның яҡты иҫтәлегенә — Йүрүҙән, 2021, 85-се һан, 22 октябрь, 2-се б.
  4. Нәсимә Исрафил ҡыҙы Ямалиева Салауат районы «Шәрҙәле» бейеү ансамбле етәксеһе
  5. «Юлдаш» төркөмө. Илфат Ямалиев