Эстәлеккә күсергә

Яҙ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Алтын ҡашлы,
    Көмөш башлы,
    Туҡһан ике йәшле.
  2. Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
    Һағынып-һағынып килгән.
  3. Аҡ юрғанын ташлай,
    Һыртын аса башлай.
  4. Ҡар иреп, ер күренер,
    Һайрар ҡоштар ҙа килер,
    Йәшел үләндәр үҫер,-
    Был ниндәй ваҡыт етер?
  5. Аҡ юрғаным алып ҡуйҙым,
    Йәшел юрғаным йәйеп ҡуйҙым.