Яңы Мөсәт ауылы

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Википедияла

Яңы Мөсәт ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе. Яңы Мөсәт ауылы Бөрйән районы үҙәгенән 9 саҡрым алыҫлыҡта Алағуян йылғаһының уртансы ағымында, Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайышында урынлашҡан. Ауылды тағы ла Алағуян башы, Берлек һәм Япония тип йөрөтәләр.

Яңы Мөсәт ауылының тарихы[үҙгәртергә]

Яңы Мөсәт ауылының тарихы Иҫке Мөсәт ауылы менән тығыҙ бәйле. Тәүге мәғлүмәттәрҙе беҙ А.З. Әсфәндиәровтың «Башҡортостандың ауылдары тарихы» китабынан ала алабыҙ. V –cе ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 1840 йылдың аҙағында Иҫке Мөсәт аулынан бер нисә ғаилә айырылып сығып Яңы Мөсәт ауылына нигеҙ һалалар.

Хужалыҡтарҙа мал иҫәбенең үҫешеүе, халыҡ һанының артыуы, яңы ерҙәрҙе үҙләштереүҙе талап итә. Иҫке Мөсәт ауылы кешеләре Кесе Нөгөш һәм Алағуян йылғалары буйлап яландарҙы йәйләүҙәргә әйләндерәләр. Ошо йәйләүҙәрҙең береһендә, хәҙерге көндә Сыуаҡбикә тип йөрөтөлгән ерҙә 5-10 хужалыҡтан торған ыҙма барлыҡҡа килә һәм Алағуян башы тигән исем аҫтында билдәле була. Ләкин янғын сығып китеп ауыл тулыһынса яна, мәсет тә янып юҡҡа сыға. Ауылдың ҡарттары йыйылышып был ерҙән китергә ҡарар итәләр.

Йылғаның түбәнге ағымы буйлап килеп хәҙерге ауылдың биләмәһен үҙ итәләр.Был ерҙә яҡын ғына арауыҡта Оло Ялан, Иҫке Ыҙма һәм Айыуатҡан йылғалары Алағуянға килеп ҡушылалар.

Х-сы ревизия Яңы Мөсәт ауылында 33 хужалыҡ һәм 176 кеше йәшәгәнлеген билдәләй. Ауылдың тәүге кешеләре булып Бөйәндәр араһынан Кинйәбулат, ҡалмаҡтар араһынан Дәүләтша, Нурмөхәммәт, Ғумәр, Кәндерәстәр араһынан Ҡаһарман, уның улы Иштуған, Һалдаттар араһынан Ҡасҡын булыуы билдәле.

1920-се йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ауылда 63 хужалыҡ һәм 289 кеше йәшәгәнлеге тураһында мәғлүмәт бирә. Колхозлашыу осоронда 1930-сы йылда промартель «Берлек» ойошторола. Устав буйынса ул ауыл хужалығы эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейеш була. Артель үҙ-аллы хужалыҡ булмай, Яңы юл колхозының бригадаһы булып иҫәпләнә.

1930-1936 йылдарҙа тәүге председателе булып Ҡасҡынбаев Ғизетдин эшләй. 1936-1941 йылдарҙа Бүләкбаев Мөхәммәткилде етәселек итә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы сығып китеп, ул 1942 йылда һуғышта һәләк була. 1943 йылдан промартелде һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ҡасҡынбаев Садиҡ Сафа улы етәкләй.

Ауылдан һуғышҡа 38 ир-ат яуға китә, шуларҙың 19-ы яу яланында ятып ҡала. 1936-1942 йылдарҙа промартель “Берлек» үҙаллылыҡ ала. 1942 йылда ул яңы устав буйынса кәсепселеккә күсә һәм 1957 йылға тиклем ошо йүнәлештә эшләй. Ауыл эргәһендә ҙур сәсеүлектәр юҡ. Ләкин йүкә, ҡарағай һәм ҡайын ағастары күп була. Продукцияның төрлөлөгө лә ошоға бәйле етештерелә. Һалабаш әҙерләү, арҡан ишеү, септә һуғыу, ҡап (тоҡ, рыбник) һуғыу, арба, сана, тәгәрмәстәргә туғын бөгөү, дуға эшләү, көрәк сабыу, дегет ҡайнатыу, артель аттарына бесән әҙерләү кеүек эштәр яйға һалына.

Хужалыҡ эштәрендә төп ярҙамсы аттар күпләп тотола. Юғарынан килгән план ваҡытында һәм теүәл үтәлә. 1946 йылда промартель Бөрйән райлесхимпромсоюз ҡарамағына күсерелә. Был ойошма “Ҡыҙыл юл”, “Ҡыҙыл байраҡ”, «1 май», «Марс», «Чапаев» , “Салауат”, “Молотов”промартелдәрен берләштерә. Ауыл промартеленең төп эшмәкәлеге булып ҡарағай һәм ҡайын ағастарын яҙғы ташҡында ҡыуғын менән Бөрйән ағас әҙерләү комбинатына тиклем алып барыу тора.

1957 йылда промартель “Берлек” тарҡала һәм уның урынына ағас эшкәртеү комбинаты асыла. 1958 йылда леспромхоз күсеп килә һәм ауыл халҡы күпләп ошо ойошмала эшләй башлай. Эшселәр һаны күсеп килеүселәр иҫәбенә арта һәм уларға күпләп квартиралар төҙөлә башлай. Әлеге көндә ауылдың яртыһын тиерлек ошо төҙөлгән өйҙәр алып тора.

1965 йылда тәүге электр станцияһы ултыртыла. Т-4 трактоының двигателе нигеҙендә эшләнгән станция 1985 йылға тиклем эшләй. 1985-1986 йылдарҙа реконструкция үткәрелә һәм электр сымдары Байназарҙан Тәкей тауы аша ауылға төшөрөлә. 160 квт ҡеүәтлелегендәге бер трансформатор ултыртыла. 1990 йылдарҙағы ил эсендәге үҙгәрештәрҙән һуң электр хужалығы Белорет электр селтәрҙәре ҡарамағына ҡушыла һәм 2000 йылда ағас бағаналар бетонға алмаштырыла, 160 квт ҡеүәтлелегендә ике трансформатор ултыртыла.

Ауылдың тарихи урындарының береһе итеп ауыл зыяратын индерергә кәрәктер. Унда бөйөк ғалим, сәйәсмән Зәки Вәлидиҙең яҡын дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбайҙың атаһы Шәмсетдин мулла ерләнгән. Алағуян башына килеп йөрөүе тураһында Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә тасуирлап яҙып үтә. Ул туҡтап киткән йорт әле лә бар, ололар һөйләүе буйынса был йортто мәсет бураған ағастың осонан эшләгәндәр. 2004 йылда беҙҙең ауылда З.Вәлидиҙең туғандары, профессор Иҫәнбикә ханым һәм ейәнсәре Сара, атай эҙҙәрен юллап, булып китте.

Яңы Мөсәт мәктәбенең тарихы[үҙгәртергә]

1935 йылда Яңы Мөсәттә элекке мәсет бинаһында 4 йыллыҡ башланғыс мәктәп асыла. 1-се класҡа йәштәренә ҡарамай, бөтәһен дә алалар.

Беренсе уҡытыусы булып Иҫке Монасиптан Буранов Һаҙый эшләүе билдәле. Ҡыҙыл армия сафына алынғас, уның урынына Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылынан Исмәғилев Әхәт килә.

1939-1942 йылдарҙа Уразаев Сәйетғәле уҡыта. Уҡыу йылы бөтөүгә уны ла һуғышҡа ебәрәләр. Иҫке Мөсәт ауылынан Ҡулбирҙина Ғөбәйҙә апай уҡытыусы булып килә.

1951-1952 йылдарҙа Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы уҡыта.

1954-1958 йылдарҙа БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлсурина Гөльямал Солтангәрәй ҡыҙы балаларға белем бирә.

1956 йылда, леспромхоздың участогы асылыу сәбәпле, күсеп килеүсе йәштәр һаны арта. Өҫтәлмә рәүештә урыҫ кластары асыла. Уларҙы Ишкинин Азат Хәлфетдин улы уҡыта.

1966 йылда мәктәп 8 йыллыҡҡа үҙгәртеп ҡорола. Леспромхоз яңы мәктәп зданиеһы төҙөтә. Тәүге директоры булып Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы эшләй.

1968-1970 йылдарҙа мәктәпте Сәғитова Ғәшүрә Шәрип ҡыҙы етәкләй.

1970-1988 йылдарҙа етәксе вазифаһын Уразаев Хәмит Сәйетғәле улы башҡара. Уның хеҙмәте юғары баһалана һәм БАССР-ҙың мәғариф отличнигы исеме бирелә.

1988- 1994 йылдарҙа директор булып Әбдрәхимов Әхәт Абдрахман улы эшләй.

1994-2001 йылдарҙа мәктәптең етәксеһе булып Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы эшләй һәм яңы мәктәп зданиеһы төҙөлә. Мәктәп төҙөүҙә ауыл халҡы ҙур көс һала.

2000-2001 уҡыу йылын уҡыусылар яңы мәктәптә башлайҙар.

2001-2005, 2006-2008 йылдарҙа етәксе ролен Ғүмәрова Гәүһәр Зиннур ҡыҙы, 2005-2006 йылдарҙа Әхмәтова Нәфисә Абдулла ҡыҙы, 2008-2010 йылдарҙа Ҡаһарманов Сабит Сәйғәфәр улы, 2010-2011 йылдарҙа Зәйнәғәбдинов Марат Айытбай улы башҡара.

2011 йылдан алып Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы етәкләй. Яңы Мөсәт мәктәбе Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелә.

Әлеге көндә ауылда 571 кеше йәшәй, 127 хужалыҡ теркәлгән. 9 йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер акушер пункты, ауыл мәҙәниәт йорто эшләп килә.

Яңы Мөсәт ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр[үҙгәртергә]

  1. Ҡаһарманов Ҡорбанғәле Нурғәле улы. Йәшәгән йылдары 1931-1996 йылдар. Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Ата-әсәһе «Яңы юл» колхозы эшселәре булған. 1947 йылда Байназар урта мәктәбенең 7 синыфын тамамлаған. 1947-1949 йылдарҙа Белорет һөнәрселек училищеһында тимерселек һөнәре буйынса курстар тамамлай. 1949-1951 йылдарҙа Бүздәк иген әҙерләү савхозында тимерсе булып эшләй. 1951-1953 йылдарҙа Үзбәк СССР–ында Джалабадск өлкәһендә “Өс ҡурған” руднигында тимерсе булып эшләй. 1953-1956 йылдарҙа Совет Армияһы сафында шофер булып хеҙмәт итә. 1956-1958 йылдарҙа Һарғая ауылында Әүжән леспромхозында моторист һөнәрен үҙләштерә. 1958 йылда Яңы Мөсәт ауылына күсеп килә һәм хеҙмәт юлын Үрге Ағиҙел ағас әҙерләү контораһында ағас йығыусы булып башлай. 1980 йылда хаҡлы ялға китә, ләкин буш ятмай, 1986 йылға тиклем Бөрйән химлесхозында эшләй. Сырлыбаева Ғәшүрә менән 7 балаға ғумер биргәндәр. Хеҙмәте юғары баһаланған. 1970 йылдың 2 апрелендә «За доблестный труд в ознаменование 100 летия со дня рождения В.И.Ленина » миҙалы, 1976 йылдың 21 ғинурында, 1977 йылдың 20 ғинуарында, 1978 йылдың 10 ғинуарында «Победитель социалистического соревнования» билдәһе менән, 1977 йылдың 12 майында “Знак почета” ордены менән бүләкләнгән. Унан тыш тиҫтәнән ашыу маҡтау грамоталары бар.
  2. Кинйәбулатов Сәйфулла Ялмырҙа улы. 1934 йылдың 23 февралендә Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Ауылда 4 класс белем ала. Атаһы менән утын ҡырҡыу, ҡарағай ағасы әрсеү эштәренә йөрөй. 1954-1957 йылдарҙа промартель “Берлек” тә ағас әҙерләүселәр бригадаһында эшләй. 1957 йылда Бөрйәндең ағас әҙерләү комбинатына ҡушылғас, 1963 йыла тиклем ябай эшсе булып эшләй. 1963 йылда моторист һөнәрен үҙләштерә һәм электр бысҡыһы менән ағас йығыусы булып эш башлай. 1979-1980 йылдарҙа Бөрйән урман участкаһында ботаҡ ботаусы булып эшләй. 1980-1983 йылдарҙа Бөрйән химлесхозында эшен дауам итә. 1960 йылда Кинйәбулатова Йәмилә менән ғаилә ҡоралар. 10 балаға ғүмер бирәләр. Хеҙмәте юғары баһаланған. 1974 йылдың 18 ғинуарында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт ветераны” миҙалы, 1981 йылдың 19 мартында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының указы менән 3 дәрәжә “Дан ордены”, 1986 йылдың 11 февралендә “11-се биш йыллыҡ ударнигы” знагы менән бүләкләнгән.
  3. Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы. 1954 йылдың 18 июлендә Бөрйән районының Байназар ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. 1961-1971 йылдарҙа ошо уҡ ауылдың урта мәктәбен тамамлай. Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә өлкән пионервожатый, Байназар урта мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләгәс 1974 йылда БДУ-ның филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. 1980 йылда уны уңышлы тамамлай. Яңы Мөсәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. 26 йыл ошо мәктәптә директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эше урынбаҫары була. 2012 йылда хаҡлы ялға китә. 2007 йылда «Йыл уҡытыусыһы- 2007” район конкурсында ҡатнашып 3-сө урынды, шул уҡ йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы- 2007” XII регион-ара конкурста ҡатнашып, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеүсе була. 2002 йылда Сибай ҡалаһында, 2005 йыл Салауат районы Малаяҙҙа үткәрелгән Юлай Аҙналиндың тыуыуына 275 йыл тулыуға арналған фәнни- ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, Башҡортостан телевидениеһы аша сығыш яһай. 2007 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә бирелгән РФ призиденты грантын ала. 1985 йылда БАССР-ҙың мәғариф министерствоһы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждение работниктары профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты почет грамотаһы, 1995 йылда Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф отличнигы» значогы, 2007 йылда «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе почет грамотаһы, 2009 йылда «Рәшит Ниғмәтиҙең 100 йыллығына арналған иң яҡшы методик ҡулланма өсөн» БИРО-ның сертификаты, 2007 йылда БИРО-ның рәхмәт хаты менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исемен йөрөтә. 41 йыл хеҙмәт стажы бар. Шәрипов Динислам Алтынғужа улы менән 4 балаға ғүмер биргәндәр. Бөтәһе лә юғары белемле.
  4. Шәрипов Динислам Алтынғужа улы. 1956 йылдың 6 авгусында Һарғая ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа. Яңы Мөсәт мәктәбен тамамлағас Сибай ҡалаһында ГПТУ-ла төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә. 1974-76 йылдарҙа Совет Армияһында Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Арибашта 1976-77 йылда шоферҙар курсында уҡый. 1977 йылдың 1 июненән алып леспромхозда, әлеге көнгә тиклем ағас ташыу машинаһында эшләй. 36 йыл хеҙмәт стажы бар. Хеҙмәте юғары баһаланған. 1983 йылда «Коммунистик хеҙмәт ударнигы” знагы, 1989 йылда СССР-ҙың урман сәнәғәте, СССР-ҙың һәм Профсоюз Үҙәк комитетының Маҡтау ҡағыҙы, 1980 йылда В. И. Лениндың 100 йыллығына бирелгән юбилей миҙалы, 2005 йылда Башлеспром компанияһының маҡтау ҡағыҙы, 2009 йылда Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр минисрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы менән 4 балаға ғүмер биргәндәр. Бөтәһе лә юғары белемле.

Уларҙың улдары – Шәрипов Рөстәм Динислам улы хәҙерге көндә Бөрйән районының администрация башлығы булып эшләй.

Ҡасҡынбаев Ф.А.

Һылтанма[үҙгәртергә]