Эстәлеккә күсергә

Яҫмыҡ борсаҡлы турама

Викидәреслек проектынан

Яҫмыҡ борсаҡлы турама

Үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә]

Яҫмыҡ борсағы (чечевица) беҙҙең сауҙала яңы күренә башланы. Ул туҡлыҡлы ризыҡ, сей яҫмыҡта 106 кКал, ә бешкәнендә — 111 кКал.

Яҫмыҡ борсағы кешелеккә бронза заманынан билдәле. Боронғо Грецияла, Римдә киң ҡулланылған. Мысырҙа унан икмәк бешергәндәр. Хәҙер унан вегетариан икмәге бешерелә.

Яҫмыҡ борсағы аҡһымға, углеводтарға бай булһа ла, унда май юҡ кимәлдә.

Көрән яҫмыҡ борсағынан Америкала йәшелсә, үлән ашы әҙерләйҙәр. Уны быҡтырылған иткә, турамаларға (салат) ҡушалар.

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]

I вариант (көрән яҫмыҡтан):

  • 400—500 грамм тауыҡ ите
  • 1 стакан яҫмыҡ борсағы
  • 1 баш һуған
  • Борос (тәменә ҡарата)
  • Тоҙ (тәмен самалап)
  • Томат пастаһы- 1 аш ҡалағы + 1 стакан һыу (йәки помидор — 500 г)
  • Үҫемлек майы
  • 1 стакан бульон йәки һыу

II вариант (ҡыҙыл яҫмыҡтан):

  • Бешкән ит
  • Ҡыҙыл яҫмыҡ борсаҡ
  • Аҡ бәшмәк
  • Помидор
  • Сыр
  • Тоҙлап ыҫланған ит (ветчина)
  • Базилик йә петрушка
  • Шпинат «Аҡ дача»
  • Баш һуған
  • Етен йә зәйтүн майы

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Ике төрлө салат та, ингредиенттарҙы турап-киҫеп, әҙерләнә.

Ит һәм яҫмыҡ борсаҡ алдан бешерелә. Көрән яҫмыҡ борсаҡ ҡыҙылына ҡарағанда оҙаҡ бешә. Яҫмыҡ борсағы бар төрлө ингредиенттар менән дә «дуҫ».

Ит менән ветчина ваҡ кубик формаһында турала. Баш һуған ҡулса формаһында киҫелә.

Помидор ҙа уртаса киҫәктәргә бүленә. Сыр ҡырғыс аша үткәрелә.

Беренсе турама, бер аҙ ғына үҫемлек майы һәм тәменә ҡарата самалап томат пастаһы ҡушып, ашала.

Икенсе турама, үҫемлек майы йәғни етен, зәйтүн майҙары, ҡушып, ашала.