Ғариф туғайы

Викидәреслек проектынан

Википедияла Үрге Әбдрәш тураһында мәҡәлә бар

Ҡасан булғандыр, хәҙерге Әбйәлил районы, Әбдрәш ауылынан (халыҡса Нуғай) Көрәй Ишбаев исемле батыр ҡаҙаҡтарҙың барымтаһынан ғәиләһен ҡасырып алып килеп, ошо тау эргәһендә йәшәй. 2 -Этҡол һәм Байым ауылдары араһында. Ҡаҙаҡтар уның ҡайҙалығын белеп уны үлтерергә килгәндә яҡын тирәләге ауылдың ир егеттәре дәррәү сығып, уларҙы ҡырып, берәү генәһен ҡайтаралар. Ул ер Ниғәмәт һәм Ҡаҡтуғай ауылдары араһында. Ҡаҙаҡ үҙәге тип атала.

Һуңынан Көрәй батыр Үрге Яйыҡбай ауылына күсеп ултыра. Халыҡса Үрге Нуғай. Ҡәбере Әмәндек йылғаһы буйында.

Көрәйҙең ҡустыһы Иҫәнбай. Ниғәмәт ауылында Иҫәнбаевтар йәшәй.

Көрәй тауы Таулы һәм Мәтин йылғалары ҡушылған ерҙә, өс түбәнән тора. Төнъяҡ түбә диңгеҙ кимәленән 600 м, урта 609 м, көньяҡ 604 м, бейеклектә. Фотола төнъяҡ түбәне уртансыһы ышыҡтаған. Туғайҙың исеме Ғариф туғайы тип атала. Ошо туғайҙа бесән сапҡан. Уның ейән -ейәнсәрҙәре 2 -Этҡол һәм Ниғәмәт ауылында йәшәйҙәр. Әминевтар, Ғатауллиндар һ,б.

Информатор:Әкрәм Ҡәйепҡолов