Эстәлеккә күсергә

Ғәмәл дәфтәре (мосолман әхлағы)

Викидәреслек проектынан

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә бойорҙо:
«Һәр инсандың муйынына үҙенең яҙмыш, йәғни ғәмәл дәфтәрен төрҙөк. Ҡиәмәт көнөндә шул дәфтәр кешенең алдына асылып килеп ятасаҡ» («Эл-Исра» (Төндә күсереү) сүрәһенең, 13-сө аяты).

Эйе, кешеләрҙең донъяла ҡылған бөтә эштәрен яҙып һәм Arasat майҙанында һәр кемгә биреләсәк дәфтәр ул — ғәмәл дәфтәрелер.
Имам Ғазалиҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда:

«Инсандар Ҡиәмәт көнөндә бер ергә тупланырҙар. Улар янына бер ҡара болот килер. Ул болот кешеләр өҫтөнә ғәмәл дәфтәрҙәрен яуҙырыр. Мөьминдәрҙең ғәмәлдәре гөл япрағы өҫтөнә яҙылмыштыр. Кафырҙарҙың иһә ғәмәлдәре сәнскеле энәләр өҫтөнә яҙылмыштыр».

Әҙәбиәт

[үҙгәртергә]
  • Мәххәммәт Ғәлләм: Әхлаҡ гүзәллектәре Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте. Өфө-2008. 300 бит.